Текст книги "Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)"
Автор книги: Фарваз Сайфуллин
Жанр:
Поэзия
сообщить о нарушении
Текущая страница: 6 (всего у книги 6 страниц)
Урмантауға барыуының икенсе сәбәбе лә бар. Һөйгән ҡыҙы Мәҙинәһе йәшәй унда. Ун беренсе синыфта уҡып йөрөй. Еҙнәһенең өлкән ҡыҙы Вәсилә менән бергә. Былтыр ауылға килгәнендә ғашиҡ булғайны Минсаф. Ярты йыл буйы һирәк-мирәк булһа ла осрашып йөрөнөләр. Телефондан һөйләшеп торҙолар. Әммә һуңғы ваҡытта Мәҙинә уның шылтыратыуҙарына яуап бирмәй башланы. Минсаф аңламаны. Һеңлеһе Вәсиләнән дә һорап ҡараны. Уныһы: «Быйыл мәктәпте тамамлайбыҙ бит. Сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп ятабыҙ. Бушамайбыҙ», – тип яуапланы. Минсафты был яуап ҡәнәғәтләндермәне. «Телефондан һөйләшергә имтихан ҡамасауламай инде», – тип уйланы. Мәҙинәгә хат та яҙып ҡараны. Яуап булманы. «Ни булды икән? Әллә минең хаҡта берәй яман һүҙ ишеттеме, әллә бүтән кешене таптымы икән?» тигән уйҙар борсоно егетте.
Шул һорауҙарға яуап алыу маҡсаты ла бар ине Минсафтың ауылға барыуында.
***
Ауылға килгәс, һеңлеһе Вәсилә менән клубҡа сыҡты. Дискотекала бейергә, күңел асырға әллә ни уйы ла,теләге лә юҡ уның. Төп маҡсаты Мәҙинәне күреп һөйләшергә, аңлашырға, мөнәсәбәтте яйға һалырға ине. Университетта бер көтөү ҡыҙҙар араһында уҡып йөрөһә лә, уға Мәҙинә яҡыныраҡ. Нимәһе менәндер оҡшай. Әллә баҫалҡылығы, һәр һүҙҙе уйлап, нигеҙләп һөйләшеүе әсир итә инде.
Улар килгәндә, дискотека башланғайны. Минсаф күҙҙәре менән Мәҙинәне эҙләне. Вәсиләне күреп, Мәҙинә үҙе халыҡ араһынан килеп сыҡты ла әхирәтен бейергә саҡырҙы. «Әйҙә, әйҙә, өшөп килгәнһеңдер, йылынып ал», – тип йылмайҙы. Әллә ҡышҡы кейемдә булғанғамы, әллә бөтә иғтибары Вәсиләгә төбәлгәнгәме, Минсафты шәйләмәне. Күреп ҡалғас, ҡойолоп төшкәндәй булды. Йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Егеттең сәләменә лә һалҡын ғына яуап ҡайтарҙы.
Дискотеканан һуң өсәүләп бергә ҡайтырға сыҡтылар. Күберәк Вәсилә менән Мәҙинә һөйләште. Минсаф, ара-тирә һүҙгә ҡушылып, шым ғына барҙы. Еҙнәләренең өйөнә еткәс, Вәсилә, әхирәте менән хушлашып, инеп китте. Ә Минсаф Мәҙинәне оҙата барҙы. Егет, уңайлы мәл килеүенә ҡыуанып, үҙен иркенерәк, ҡыйыуыраҡ тоторға тырышты.
– Мәҙинә, – тине ул, – мин һине һағынып килдем. Хәлдәрең нисек, уҡыуың барамы? Шулар тураһында һөйлә әле.
– Бөтәһе лә һәйбәт. Тик бына имтихандар ҡурҡыта. Уларҙы яҡшы итеп тапшырып, юғары уҡыу йортона инергә кәрәк бит. – Мәҙинә ғәҙәттәгесә тыныс ҡына, уйлап һөйләй.
– Ә ниндәй факультетҡа барырға уйлайһың?
– Журналист булырға теләгәйнем. Эҙләнергә, кешеләр араһында йөрөргә яратам мин.
– Коллегалар булабыҙ икән.
Минсаф төп һорауҙы бирергә уңайлы мәл еткәнен тойҙо.
– Мәҙинә, ниңә минең хаттарыма яуап бирмәнең ул? Ни булды? Әллә минең хаҡта берәй насар һүҙ ишеттеңме?
Мәҙинә был һорауҙы көткән булһа кәрәк. Атлап барған еренән туҡтаны ла өйҙәре яғына ҡарап алды.
– Һинең турала бер һүҙ ҙә ишетмәнем, Минсаф. Әсәйем бит: «Имтихандарыңа әҙерлән, институтҡа кер, мөхәббәтеңде ҡуйып тор», -ти.
– Ниңә, мөхәббәт уҡыуға, имтиханға ҡамасаулаймы ни?
– Эш мөхәббәттә генә түгел шул, – тине Мәҙинә күңелһеҙләнеп.
– Ә нимәлә һуң? – Минсаф түҙемһеҙләнеп уға ҡараны.
– Ул турала һөйләге килмәй ҙә ул һиңә. Әммә һөйләмәйенсә булмай инде. – Мәҙинә өйҙәре яғына тағы бер ҡарап алды ла дауам итте. – Һинең әсәйең беҙҙең ғаиләне емергән икән.
– Нисек? – Минсаф тертләп китте.
– Вәсиләләргә килгәндә атайым менән танышып алған да типтергән. Әсәйем белеп ҡалып, атайымды ҡыуып сығарған. «Уның әсәһе ҡустың менән һине йәтим итте. Нисек шул кешенең балаһын ярата алаһың?» – ти.
Мәҙинә Минсафтың күкрәгенә башын һалды ла, илап ебәрҙе.
Минсафҡа ер умырылып киткәндәй тойолдо. Ни әйтергә, Мәҙинәне нимә тип йыуатырға ла белмәне. Бер аҙ торғас, көсөн йыйып:
– Әсәйем һине йәтим итһә, мин һине бәхетле итермен, – тине лә, Мәҙинәне ҡалдырып, хушлашып та тормай, ҡайтып китте.
***
Иртәгәһен Минсафтың ҡайтырға йыйынғанын күреп, еҙнәһе ғәжәпләнде.
– Нишләп улай, – тип һөйләнде ул. – Кис кил дә, иртән ҡайтып китсәле. Бөгөн һинең менән һунарға барырға уйлап тора инем.
Минсаф:
– Рәхмәт, еҙнә. Әсәйем оҙаҡламаҫҡа ҡушҡайны. «Каникулда әҙерәк өйҙә тороп кит», тигәйне. Каникул да бөтөп бара, – тине.
***
Минсафтың улай тиҙ ҡайтырын әсәһе көтмәгән, күрәһең. Ул килеп кергәндә, бер ир менән сәй эсеп ултыра ине. Өй бола, йыйыштырылмаған.
– Телевизор кисә кис боҙолдо ла ҡуйҙы, – тине әсәһе. – Бына мастерҙы саҡырҙым әле. Йүнәткәс, шатлыҡтан Георгийҙы һыйлап ултырам.
Георгийҙы Минсаф белә. Бәләкәй саҡта уларға йыш килә торғайны. Әсәһе менән булған бер әңгәмәне лә хәтерләй әле ул.
– Ниңә ул миңә «Миншаф» тип өндәшә? – тип һорағайны ул.
– Ул бит сыуаш. Ә сыуаштар «Ш» өнө менән һөйләшә, – тигәйне әсәһе.
Шунан бирле Георгий килеп керһә, «Шағай» килгән тип һөйөнсө алыр ине әсәһенән. Үҙе лә һөйөнә. Сөнки ул килһә, әсәһе уны урамға малайҙар менән уйнарға сығарып ебәрә.
Ҡыҙмаса булып алған«Ш» ағай Минсафты күргәс, урынынан тороп: «Һаумы, улым!», – тип башҡортса иҫәнләште.
«Улым». Был һүҙҙәр Минсафтың мейеһен тишеп үтте. Ул Георгийға ҡулын һуҙманы. Сисенеп тә тормай төпкө бүлмәгә үтте. «Бәлки, ул минең атайымдыр?» – тип уйланы ул, карауатҡа йөҙө менән ҡапланып ятҡас.
***
Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Минсаф та икенсе курсты тамамлап, өсөнсөгә уҡырға килде.
Мәҙинәһен ул һаман да онота алмай. Байрам һайын открыткалар ебәреп торһа ла яуап алғаны юҡ. Ул хәҙер алыҫта. Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Уның хаҡында аҙ-маҙ хәбәр Вәсилә аша килеп тора. Уныһы ла әллә ни һөйләп бармай.
Курстан курсҡа күскән һайын Минсаф үҙен белемлерәк тоя. Күп һорауҙарға яуап ала. Тик берәүһенә яуап таба алмай һаман. «Мин кемдең улы? Атайым кем минең?»
Уҡыу йылының тәүге көндәренең береһендә дәрестән һуң урамға сыҡһа, таяҡҡа таянған бер ҡартҡа тап булды. Таныны. Был Әхмәтсафин ине. Минсаф көтмәгәйне. Ҡаушап ҡалды.
– Һаумы, Минсаф, – тип өндәште ҡарт.
– Ә һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? – Минсаф танымағанға һалышты.
– Үҙ улыңды таныйһың инде ул.
Ҡарттың кинәйәле, ышаныслы әйткән һүҙҙәре егетте һиҫкәндерҙе. Атлап китергә уйлағайны ла, эске ҡыҙыҡһыныу туҡтатты.
– Әйҙә әле, улым, анау эскәмйәгә ултырып, һөйләшеп алайыҡ, – тине ҡарт. Барып ултырғас:
– Мин ҡартайғанмын инде, – тип дауам итте һүҙен. – Әллә ни оҙаҡ та йәшәмәм. Уйланып-уйланып йөрөнөм дә икебеҙ өсөн мөһим булған бер тарихты һиңә һөйләргә булдым. Һөйләмәһәм, был донъянан тыныс күңел менән китә алмам кеүек.
Ҡарт тамағына тығылған төкөрөгөн йотоп, танауын, ауыҙын ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, Минсафтың күҙҙәренә ҡарап:
– Улым, мин бит һинең атайың. Ғүмерҙе һиңә мин бирҙем. Әсәйең белә. Һин генә белмәйһең. Хәҙер бына һин дә белдең инде, – тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Минсафтың йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Ул «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?» тигән һорауҙың сәбәбен аңланы. Башынан «ғүмер биргәс, ниңә ҡарап үҫтермәнең, атай икәнеңде йәшереп йөрөнөң?» тигән уйҙар үтте. Әммә өндәшмәне.
– Исемде лә һиңә Минсаф тип үҙем ҡуштым. Сафлыҡҡа тере һәйкәл булырһың тинем.
Минсаф артабан тыңлай алманы. Ырғып торҙо ла салт итеп ҡарттың битенә төкөрҙө. Ҡарт, ҡулъяулығы менән һөртөнөп ултырып, уның ҡайһы яҡҡа киткәнен дә шәйләмәй ҡалды.
***
Эҙләгән һорауына яуапты Минсаф тапҡан да тапмаған да һымаҡ. Ярай, ул үҙенә ғүмер биргән ирҙе тапты ла ти. Ә ул атаймы ни?! Атай тип әйтергә тел әйләнмәй уға.
Университеттың ҙур залына китеп барғанда ла, шул уйҙар ине уның башында. Бөгөн бында «Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш мәсьәләләре» тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция була. Башҡортостандан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләренән дә вәкилдәр буласаҡ. Кафедра мөдире: «Журналистарға телде яҡшы белеү кәрәк», – тип студенттарҙы ла саҡырғайны.
Ҙур залдың ишеге алдында һөйләшеп торған ирҙәрҙең береһе, Минсафты күргәс,йылмайып ебәрҙе.
– О, Фаяз Абдрахмановичтың улы килә, – ир кеше күрешергә ҡулын һуҙҙы.
Минсаф уны танымай ине. Шуға ла һораулы ҡарашын уға төбәне.
– Беҙ Стәрлетамаҡтан, – тине ир, эргәһендәге иптәшенә күрһәтеп, атайың менән бергә эшләнек.
Әңгәмәгә иптәше лә ҡушылды:
–Эйе, эйе. Атайың – бик һәйбәт кеше. Һеҙҙең менән бергә йәшәгәндә ғаилә, балалар тип үлә яҙып йөрөнө. Гел һинең менән урамда күрә торғайныҡ. Эшкә лә алып килә ине. Ана шунан таныйбыҙ һине.
– Әле лә беҙ атайың менән телефондан һөйләшеп торабыҙ, – тине ирҙәрҙең икенсеһе. – Ә һин уның менән аралашаһыңмы?
– Юҡ, ул бит алыҫта, Сибайҙа йәшәй. Ул яҡҡа юл төшкәне юҡ, – Минсаф ғәйепле кеше һымаҡ аҫҡа ҡараны.
– Зря, – тине ир моңһоу ғына.
Конференциялағы сығыштарҙы Минсаф йүнләп тыңлай алманы. Уны «Фаяз Абдрахмановичтың улы» тигән һүҙҙәр иҫерткәйне.
***
Минсаф Фаяз Абдрахман улын яратмай, хатта күрә алмай ине. «Әсәйемде, мине, апайымды ташлап киткән, мәрхәмәтһеҙ», – тип эстән әрләй торғайны. Әсәһенең: «Бөтәһенә лә атайығыҙ ғәйепле», – тигән һүҙҙәре лә йоғонто яһағандыр инде.
Теге Стәрлетамаҡтан килгән ирҙәрҙе осратҡандан һүң ул үҙгәрә төштө. Фаяз Абдрахман улын яҡындан белгән кешеләр менән аралашырға, уларҙан мәғлүмәт алырға тырышты. Уның Сибай педколледжында уҡытып, пенсияға сығыуын, әлеге көнгә тиклем өйләнмәй яңғыҙ йәшәүен белде. Уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте.
***
Кафедра мөдире: «Оҙаҡламай практика башлана. Кем ҡайҙа үтергә теләй, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», – тигәс, Минсаф беренсе булып:
– Мине «Сибайский рабочий»ға яҙығыҙ, – тине.
Уҡытыусы ҡаршы килмәне, хатта шатланған һымаҡ та булды.
– Урал аръяғында беҙҙекеләр практика үткәне юҡ. Әйҙә, беҙҙең барлығыбыҙҙы белдереп, үҙеңде күрһәтеп ҡайт, – тине.
Сибайға килеп төшкәс, Минсаф редакцияға ашыҡманы. Педколледжға барып, кадрҙар бүлегенән Фаяз Абдрахман улының адресын һорап алды. «Мин уның улы» тигәс, төпсөшөп торманылар, тиҙ генә яҙып бирә һалдылар, хатта йәшәгән еренә нисек барырға кәрәклеген дә өйрәттеләр.
Оҙаҡ эҙләп йөрөмәне ул. Ҡала бәләкәй булғанғамы, әллә йөрәге ашҡынғанғамы, тиҙ тапты. Тик ҡыңғырауға баҫҡас, ишектең асылыуын көтөү генә оҙаҡ тойолдо.
Ишекте тәбәнәгерәк буйлы, сәстәрен сал баҫҡан, тулы ғына кәүҙәле ир асты.
– Һаумы, атай! – Минсаф сабыйҙарса уның ҡосағына ташланды.
– Һаумы, улым! – Фаяз Абдрахман улы Минсафты, ысҡынып китмәһен тигәндәй, ныҡ итеп ҡосаҡланы.
– Атайымды таптым, – тип бышылдағанын Минсаф үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
7-8. 01. 2012 й., Сибай.
Ҡушымта
Ҡушымта 1
Авторҙың ижады хаҡында
Фәрүәз Сәйфуллин Ишембай районының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс синыфта уҡығанда уҡ уның күңелендә шағир булыу теләге тыуа. Шиғырҙары менән мәктәп, клуб сәхнәләрендә сығыш яһай. Өлкән синыфтарға еткәс, әҫәрҙәре район, республика баҫмаларында донъя күрә. Шағир булырға теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең
әүҙем ағзаһы була.
Мәктәптә эшләй башлағас, ул оҙаҡ йылдарға ижадтан айырыла. Был уның педагогик эшкә мөкиббән китеүе менән аңлатыла. Шәхес ижад итеү уның өсөн әҫәр ижад итеүгә тиң була. Педагогик оҫталығын үҫтереүгә лә бөтә көсөн бирә. Диссертация яҙа, педагогика фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә була. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй.
Әммә шағир булырға теләге Фәрүәзде бер ваҡытта ла ташламай. Һуңғы йылдарҙа ул әҙәби ижад менән бик әүҙем шөгөлләнә. Әҫәрҙәрен «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдарында даими сығарып тора. Уның «Ғәфү ит» тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе.
Фәрүәз Сәйфуллин – лирик шағир. Ул асылда мөхәббәт темаһына яҙа. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Беренсенән, ул бөтә донъяға, тормошҡа һөйөү менән ҡарай. Мөхәббәттең иҫ киткес көскә эйә булыуын, кеше яҙмышы, кешелек өсөн әһәмиәтен яҡшы аңлай. Икенсенән, үҙе ғүмер буйы яңғыҙ, ғаиләһеҙ йәшәгән кеше булараҡ, мөхәббәткә һәр кемдең, бигерәк тә, яңғыҙаҡтарҙың мохтаж булыуын кешеләргә еткерергә тырыша. Шағир «яңғыҙлыҡ – бәхетһеҙлек» тигән фекер менән килешмәй. Һәр бер тәрбиәле кеше – бәхетле тип иҫәпләй ул.
Фәрүәздең шиғырҙары образлы, төҙөк, хисле. Шуға ла улар йөрәккә барып етә, күңелгә һеңә.
Хикәйәләрендә лә мөхәббәт темаһы үҙәк урынды алып тора. Ул тәрбиә темаһы менән үрелеп бара. Автор бөгөнгө ҡатмарлы тормоштоң шәхескә ыңғай һәм кире йоғонтоһон әҙәби саралар менән ышындырырлыҡ итеп асып бирә.
Ҡушымта 2
Авторҙың баҫылған әҙәби әҫәрҙәре
Шиғырҙар
Йылдар // Торатау. – 1991. – 2 март.
Тыуған көн // Торатау. – 1991. – 2 март.
Тулҡындар // Торатау. – 1991. – 2 март.
Исемең // Торатау. – 1991. – 2 март.
Шиғыр яҙам // Башҡортостан. – 1991. -26 ноябрь.
Һөйөү // Башҡортостан. – 1991. -26 ноябрь.
Иң // Башҡортостан. – 1991. – 26 ноябрь.
Ҡулдарымды ҡулдарыңа һалам // Башҡортостан. – 1991. – 26 ноябрь.
Иламасы, ҡыҙым! // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Яҡтырыу // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Ҡарама // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Ярыҡ ялғаш // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Буямасы әле күҙҙәреңде // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Мөхәббәт һәм кәкүк // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Яҙ инде, яҙ хаттарыңды // Йәшлек. – 1990. – 3 февраль.
Бөтә донъя миңә үлгән кеүек... // Атайсал. – 1995. – 23 август.
Сәғәт өстә ырғып торҙом... // Атайсал. – 1995. – 23 август.
Ҡулдарыңды төштә күрҙем // Атайсал. – 1995. – 23 август.
Иң яҡшы шиғырым // Атайсал. – 1995. – 23 август.
Төйөн // Атайсал. – 1995. – 23 август.
Йөрәк осоп сығып китер төҫлө // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Мөхәббәт усағында // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Йөрәгем һине таптыра // Йәшлек. – 2004. – 7 февраль.
Көн менән төн // Башҡортостан.– 2007. – 13 февраль
Һөйөү уты // Башҡортостан. – 2007. – 13 февраль
Ағыулы уҡ // Башҡортостан. – 2007. – 13 февраль
Һин минең ҡосағымда // Башҡортостан. – 2007. – 13 февраль.
Мөғжизә // Башҡортостан. – 2007. – 13 февраль.
Тереһыу // Башҡортостан. – 2007. – 13 февраль.
Мөғжизә // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. – №10.
Бүләк // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. – №10.
Ай менән ҡояш // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. – №10.
Ҡайындар // Башҡортостан ҡыҙы. – 2010. – №10.
Ҡояштарым // Йәшлек. – 2011. – 4 июнь.
Тауҙар // Йәшлек. – 2011. – 4 июнь.
Йомаҡ // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Сәскә // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Ҡайҙа ул һин? // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Шатлыҡ // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Яуап // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Сәғәт теле // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Йөҙөк // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Тәҙрә // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Дауыл // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Яҙ // Башҡортостан. – 2010. – 18 август.
Юл сатында // Йәшлек. – 2011. – 4 июнь., Атайсал. – 2011. – 22 февраль.
Ҡояш-ҡ-айым // Йәшлек. – 2011. – 4 июнь.
Ҡол // Атайсал. – 2011. – 22 февраль.
Сәй // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Туған тел // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Ваҡыт // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Һуҡмаҡ // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Килештәр // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Туй // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Төндә торһаң, күккә ҡара // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Юл сатында // Шоңҡар. – 2011. – № 8.
Йырҙар
Иcемең // Фәйзуллина З. Илекле ҡыр. Йырҙар. – Сибай, 1993.
Килдем әле… // Моратов Ю. Тыуған яҡ. – Cибай, 1996.
Ҡайҙа ул һин, йырсы егет? // З. Фәйзуллина музыкаһы.
Хикәйәләр
Абруйлы кеше // Башҡортостан ҡыҙы. – 1998.
Музей // Ағиҙел. -2001. – № 5.
Ғәфү ит. Хикәйәләр, уймаҡтар.– Сибай. – 2005. – 119 б.
Хушлашыу хаты // Ағиҙел. -2007. – № 4.
Ғәфү ит. // Йәшлек. – 2007. – 28 апрель, 3 май.
Уймаҡтар
Таубатыр // Башҡортостан. -1995. – 30 июнь.
Атай // Башҡортостан. – 1995. – 30 июнь.
.Тәпешкә менән ҡата // Башҡортостан. – 1995. – 30 июнь.
Бер тауыш // Башҡортостан. – 1995. – 30 июнь.
Тәрбиәле турғайҙар // Башҡортостан. – 1994. – 1 февраль.
Алҡыштар // Башҡортостан. – 1994. – 1 февраль.
Һунарҙа // Башҡортостан. – 1994. – 1 февраль.
«Үҙидара көнө» // Башҡортостан. – 1994. – 1 февраль.
Сәйер хат // Башҡортостан. – 1993. – 20 ғинуар.
Приказ // Башҡортостан. – 1993. – 20 ғинуар.
Абруй // Башҡортостан. – 1993. – 20 ғинуар.
Йомғаҡ // Башҡортостан. – 1993. – 20 ғинуар.
Ауыр һорау // Башҡортостан. – 1993. – 20 ғинуар.
Әллә белдеме икән… // Башҡортостан. – 1992. – 30 июль.
Сана шыуыу // Башҡортостан. – 1992. – 30 июль.
Хәүефһеҙлек ҡайышы // Башҡортостан. – 1992. – 30 июль.
Интернациональ тәрбиә // Башҡортостан. – 1992. – 30 июль.
Кем булырға // Башҡортостан ҡыҙы – 1992. – № 9.
Һүҙендә торған // Башҡортостан ҡыҙы – 1992. – № 9.
Төҙәтеү // Башҡортостан ҡыҙы – 1992. – № 9.
Муйын // Башҡортостан. – 1991. – 21 декабрь.
Күршеләр // Башҡортостан. – 1991. – 21 декабрь.
Һиҙәп // Йәшлек. – 1991. – 5 октябрь.
Имтихан // Йәшлек. – 1991. – 5 октябрь.
Хәсби инәйҙең cере // Йәшлек. – 1991. – 5 октябрь.
Бирелеш дөрөҫ түгел // Башҡортостан. – 1992. – 24 ғинyар.
Яуап эҙләү // Башҡортостан. – 1992. – 24 ғинyар.
Тура юл // Башҡортостан. – 1993. – 29 июнь.
Төнгө драма // Башҡортостан. – 1993. – 29 июнь.
Һүрәт // Башҡортостан. – 1993. – 29 июнь.
Төтөн осороу // Башҡортостан. – 1993. – 29 июнь.
Алимент // Башҡортостан. – 1993. – 29 июнь.
«Үҙем ғәйепле» // Башҡортостан. – 1992. – 16 июль.
Яуапһыҙ ҡалған һорау // Башҡортостан. – 1992. – 24 сентябрь.
Яза // Башҡортостан. – 1992. – 24сентябрь.
Нимәнән башларға // Башҡортостан. – 1992. – 24 сентябрь.
«Боҙоҡ ағай» // Башҡортостан. – 1991. – 21 сентябрь.
Тәүге дәрес // Йәшлек. – 1992. – 16 май.
Аҡланыу // Йәшлек. – 1992. – 16 май.
Шиғри яуап // Йәшлек. – 1992. – 16 май.
Юл сатында // Йәшлек. – 1991. – 30 ноябрь.
Ауыр көн // Яңырыу. – 1993. – 20 август.
Ҡыйын // Яңырыу. – 1993. 20 август.
Егерме ҡап тәмәке // Башҡортостан. – 1991. – 5 октябрь.
Өcөнcө имтихан // Башҡортостан. – 1991. – 5 октябрь.
Уҫал әбей // Ҡызыл таң / – 1992/ – 29 ғинуар.
Күрәҙәcе // Башҡортостан. – 1994. – 26 май.
Арифметика дәресе // Башҡортостан. – 1994. – 26 май.
Литературно-художественное издание
Сайфуллин Фарваз Абдрафикович
ГОРЕЧЬ УТРАТЫ
Стихи и рассказы
(на башкирском языке)
Редактор З.М. Тагирова
Подписано в печать: 24.04.2012 г.. Формат 60х84/16.
Уч.-изд.л. 9,07. Усл.п.л. 7,76.
Тираж 500. Изд. № 38. Заказ № 202.
БР-ҙың “Сибай ҡала типографияһы” ДУПы нәшриәте
453830, Сибай ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 22.
Отпечатано на множительном участке
РИЦ Сибайского института (филиала) БашГУ
453833, РБ, г. Сибай, ул. Белова, 21а. Тел. 5-15-37
453845, г.Сибай, ул. Белова, 21. Тел. 5-15-37.