355 500 произведений, 25 200 авторов.

Электронная библиотека книг » Фарваз Сайфуллин » Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары) » Текст книги (страница 2)
Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)
  • Текст добавлен: 17 сентября 2016, 18:37

Текст книги "Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)"


Автор книги: Фарваз Сайфуллин


Жанр:

   

Поэзия


сообщить о нарушении

Текущая страница: 2 (всего у книги 6 страниц)

Яңы йылдың тәүге көнө:

Тышта ҡар, әсе һыуыҡ.

Һыуыҡ булып, ап-аҡ булып

Тыуа икән Яңы йыл.

Һыуыҡ йылыны эҙләтә,

Аҡтан ағара күңел.

Тимәк, йылы, аҡ, пак күңел

Яңы йыл теләй беҙгә.

Ә ак күңел аҡ бәхеттәр

Килтерә үҙебеҙгә.

01. 01. 2011 й., Сибай.

Һабантуй

Иҫке йылдың һуңғы айы –

Өйөрҙөң иң ялҡау тайы.

Ваҡытты ул Яңы йылға

Тапшыра ла китә ялға.

Яңы йылдың тәүге айы –

Өйөрҙөң иң яҡшы тайы.

Алып килә киләсәктең

Өмөт тулы тәүге таңын.

Ваҡыттың был ике айы

Хәтерләтә һабантуйҙы.

Ялҡау тайҙы ҡалдырам да

Ерҙе урап сабып китәм,

Ауыҙлыҡлап иң шәп тайҙы.

01. 12. 20 11 й., Сибай.

Яңырыу

Йыл – йүгерек ел. Туҡтамай

Елә лә елә генә.

Алтмыш еләк һалып киткән

Ғүмерем силәгенә.

Еләктәрҙең төрлөһө бар -

Бере ҡыҙыл, бере аҡ.

Ҡыҙылдары телдә ирей,

Аҡтары тәмһеҙерәк.

Тәмлеһе лә, тәмһеҙе лә

Үҙемдең емештәрем,

Бөртөкләп кенә йыйылған

Алтыным, көмөштәрем.

Яңы йыл һайын яңырам,

Ғүмерем – йәшел баҡса,

Алтын, көмөштән ҡойолған

Иҫкермәй торған аҡса.

19. 12. 2010 й., Сибай

Таяҡ

Мин яратҡан ҡыҙҙар әбей хәҙер

Эйелгәндәр инде алъяҡҡа.

Осрашыуға улар һыбай килә

Бер тояҡлы атта – таяҡта.

Сәй эскәндә таяҡ тыныс ҡына

Тороп тора ишек төбөндә.

Ул әбейҙе һаҡлай. Рәхәтләнеп

Йөрөр ине лә ул тибендә…

Кәрәк саҡта ат та, аяҡ та ул,

Тоғро һаҡсы, иптәш, таяныс.

…Бәғзе әбейҙәрҙе ир-ат түгел,

Таяҡ яҡлай – шуныһы аяныс.

8. 01.2011 й., Сибай.

Хәтер

Күк күкрәне, ер һелкенде,

Ҡарт имән ауҙы.

Ҡап-ҡара ялбыр болоттар

Ҡапланы айҙы.

Бөтә нәмә хәтерләтте

Дәһшәтле яуҙы.

Бөгөн ергә пуля түгел,

Боҙлауыҡ яуҙы.

Яуҙың тамамланыуына

Күп булды хәҙер.

Ҡарт имәнде – ветеранды

Үлтерҙе хәтер.

11. 10. 2010 й., Сибай.

Йөк

Көндө төнгә ялғап-бәйләп

Үтә ғүмер.

Көндән төнгә кереп китте,

Ана, бер ир.

Төн дә үтте. Көн дә ҡайтты

Ҡабат ергә.

Тик уны күреү яҙмаған

Теге иргә.

Һәр кешегә килә бер саҡ

Мәңгелек төн.

Бушатабыҙ тап шул төндә

Тормош йөгөн.

Яҙмаһын йөкһөҙ үтергә

Ғүмер юлын.

Юл бит йөкмәлеп йөк ташый

Торған урын.

24. 08. 2011 й., Сибай.

Бағышлауҙар

Һәйкәл

Рәшит Назаровҡа

Һиңә һәйкәл эшләмәҫтәр,

Һәйкәл һиңә нимәгә!?

Үҙең үлһәң дә, йырҙарың,

Шиғырҙарың үлмәгән.

Мәрхүмдәр шикелле йәнһеҙ

Нимәгә һиңә таш һын.

Шиғырҙарың шығырҙатып,

Иретеп ҡуя ташты.

Шиғриәтең нурҙарында

Кешеләр ҡойоналар.

Һөйөүҙән һиңә күңелдә

Һәйкәлдәр ҡойолалар.

18. 10. 2011 й., Сибай.

Кумир

Уҡытыусым Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа

Төҫ тиһәң төҫ, аҡыл, талант

Барыһы ла бар һиндә.

Башҡалар төштә күргәнде

Һин эшләй инең өндә.

Әкиәт түгел: тормошта

Күп башлы батыр инең.

Яҙыусы, ғалим. Етәксе

Йөгөн дә тартыр инең.

Емешкә бай, татлы, затлы

Баҡса булды ғүмерең.

…Күп һорауҙарға яуапты

Һинән алам, кумирым.

02. 12. 2011 й., Сибай.

АТАЙЫМДЫ ТАПТЫМ

(хикәйәләр)

«Рәхмәт!»

Cәлих Уразбай улы асыҡ дәрестең яҡшы үтеүенә һөйөнөп бөтә алманы. Ә бит ҡурҡып йөрөгәйне. Ундай дәресте район кимәлендә беренсе тапҡыр үткәрә. Биология уҡытыусылары өсөн. Араларында кемдәр генә юҡ! Уҡытыусы-методистар ҙа, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүселәр ҙә, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирҙәре лә, директорҙар ҙа бар.

Ә ул кем улар алдында? Институт бөтөрөп, саҡ өсөнсө йыл эшләп йөрөй. Студент сағында кафедра мөдиренән ишеткән «мәктәптә ун йыл эшләмәйенсә тәжрибә туплап булмай», тигән һүҙҙәрҙе һаман хәтерләй әле ул.

Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт килеп сыҡты.

– Үҙегеҙҙә әҙерәк йәшлек, тәжрибәһеҙлек һиҙелә, – тигәйне биология уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе дәресте баһалағанда. – Әммә уҡыусыларығыҙ шәп, әүҙемдәр, белемлеләр.

Cәлих Уразбай улы был һүҙҙәрҙе ҙур баһа итеп ҡабул итте. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһе – уҡыусылар икәнен ул яҡшы аңлай. Ысынлап та, балалары һәйбәт уның. Беренсе синыфтан бергә уҡып бер туғанға әйләнеп бөткәндәр. Бер береһе өсөн үлә яҙып торалар. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмайҙар. Уҡытыусылар ҙа ярата уларҙы. Синыф етәкселеген Cәлих Уразбай улына йөкмәткәс, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың эстәре көйөп тә йөрөгәйне әле.

– Cәлих Уразбай улы – йәш белгес, тәжрибәһе юҡ, – тигәйне мәктәп директоры педсоветта. – Шуға күрә, Мөхәррәм Аҙнай улы, Һеҙҙе был синыфтан алып, арттараҡ һөйрәлгән туғыҙынсыға күсерәбеҙ. Әлеге синыфығыҙҙы Cәлих Уразбай улына тапшырығыҙ.

Тәжрибәле педагогтың яратҡан синыфынан айырылғыһы килмәһә лә ризалашты. Сөнки туғыҙынсыны ситтән күҙәтеп, йөрәге һыҙлап йөрөй ине. «Былар ошо көйө мәктәптән сығып китһәләр, артабан тормошта ни эшләрҙәр икән?», – тип борсола торғайны.

– Дәрескә килеп кергәс, Cәлих Уразбай улы ҡыуанысын йәшермәне, киреһенсә, белгертергә тырышты.

– Һеҙгә, балалар, ҙур рәхмәт, – тип башланы ул һүҙен. – Асыҡ дәрестә әүҙем булдығыҙ. Һәр һорауға шартлатып яуап биреп торҙоғоҙ. Тартынып, йомолоп ултырманығыҙ. Һеҙҙең арҡала дәрес юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар риза булып ҡайтып киттеләр.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, уҡыусылар гөрләтеп ҡул сапты. Уҡытыусының былай ҙа йомшаған күңеле иреп китте. Балаларға ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеһе килде. Әҙерәк уйланып торҙо ла:

– Балалар, әйҙәгеҙ, йәйге каникулда походҡа барайыҡ. Бөтә синыф менән. Шүлгән мәмерйәһенә, – тине.

Уҡыусылар шатлыҡтан ҡысҡырып ебәрҙе. Кемдер аяҡтары менән иҙәнгә дөбөрҙәтеп алды. Уҡытыусыға был оҡшаны. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булһын типтер:

– Һал яһап, Ағиҙелдә йөҙөп барырбыҙ, – тип өҫтәне.

Шунда уҡ ойоштороу комитеты һайлап ҡуйҙылар. Уның рәйесе булырға староста Баязит шатланып риза булды. Эштәрҙе, бурыстарҙы бүлештеләр. План төҙөнөләр. Тауышҡа ҡуйып бөтәһен дә раҫланылар. Биология дәресе синыф йыйылышына әйләнде лә ҡуйҙы.

***

Походҡа әҙерлек йыйылыш-дәрестең иртәгәһенә үк башланды. Кәрәкле кейем-һалым, рюкзак, ҡорамалдар һатып алыуҙы ата-әсәләр үҙ өҫтөнә алды. Уҡыусылар синыф етәксеһе менән походтың маршрут-картаһын төҙөнөләр, юлдағы ауылдарҙа кемдәрҙең таныштары, туған-ырыуҙары йәшәй, шуларҙы асыҡланылар. Ойоштороу комитеты рәйесе Баязит ауыл хакимиәтенә барып, ҡайһы бер мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡайтты. Уҡыу алдынғыһы Мөнир лесничествонан һаллыҡ ағастар һораны. Атаһы шунда эшләгәс, был эште башҡарыу уға ҡыйын булманы. Дилә медпунктҡа барып, походҡа барыусылар менән медкомиссия үткәреү тураһында һөйләште. Ағастарҙы ҡайтарғас, малайҙар хеҙмәт дәрестәрендә һал эшләнеләр. Синыф етәксеһе лә ярҙам итте. Бик һәйбәт килеп сыҡты. Уны ҡороп ҡаранылар ҙа ҡабат тараттылар. Ағиҙелгә тиклем мәктәп машинаһында алып барасаҡтар.

Ҡайһы берәүҙәр: «Әле иртә бит әле, апрель айы ғына», – тиһәләр ҙә, уҡыусылар әҙерлекте һүндермәне. Аҙна һайын ойоштороу комитетының ултырыштары үтә торҙо. Әҙерлек мәсьәләләре синыф сәғәттәрендә лә, ата-әсә йыйылыштарында ла тикшерелде.

Башҡа синыф уҡыусылары етенселәргә көнләшеп ҡараны. Уларҙың да походҡа бараһылары килә ине. Ҡайһы берәүҙәре, етенселәрҙән күреп, походтарға әҙерләнергә тотондо. Мәктәптә «поход ауырыуы» башланды. Әммә был уҡыуға һис тә ҡамасауламаны. Киреһенсә, ярҙам итте. Бигерәк тә, биология, Башҡортостан тарихы, география, Башҡортостан экологияһы предметтарынан күрһәткестәр яҡшырҙы. Директор ҙа, уҡытыусылар ҙа Сәлих Уразбай улын маҡтаны.

– Йәш булһа ла ойоштора белә, – тинеләр.

– Синыфымды ышаныслы кешегә тапшырғанмын икән, – тип Мөхәррәм Аҙнай улы директорға ла әйтеп алды.

Походҡа әҙерлек менән уҡыу йылы һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Көндәр йылынып, һыу ҡайтҡас, юлға сығырбыҙ, тип каникулға таралыштылар. Таралыштылар тип, уҡыусылар аҙна һайын ойоштороу комитеты уҙғарған сараларҙа осрашып, кәңәшләшеп торҙолар инде. Сәлих Уразбай улы ғына «таралды». Ул күрше ауылда йәшәй. Отпускыға сыҡҡас, һыу йылынғас килергә вәғәҙә итеп, ҡайтып китте.

***

Етенселәр өсөн быйылғы йәйге каникул элеккеләренән айырылып торҙо. Бөтә йәй көтөү менән үтте. Походҡа сығып китеү көнөн көттөләр улар. Сәлих Уразбай улын көттөләр. Ә ул һыуға батҡан һымаҡ юҡ булды ла ҡуйҙы. Телефондан да шылтыратып ҡаранылар. «Не доступен» тигән яуаптан башҡа һүҙ ишетмәнеләр.

Бына йылы, эҫе июль айы ла башланды. Баязит синыфташтарын йыйып, тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп алырға булды. Иптәштәренең дәррәү килеп етеүҙәре һөйөндөрә уны. «Синыфыбыҙ татыу ҙа инде», – тип ҡыуана. Икенсе яҡтан, походҡа бара алмауҙары өсөн ояла. Үҙен ғәйепле һанай.

Ауыл ситенән шым ғына ағып ятҡан Алағуян йылғаһы буйына йыйылыштылар. Баязит үҙе шулай теләне. Походтың килеп сығырына ул ышанып етмәй. Ағиҙел хаҡында хыялланған синыфташтарының күңелен баҫыр өсөн йылға буйын һайланы ул.

– Был йылға Ағиҙелгә ҡоя, – тип башланы ул һүҙен. – Уға ҡарап үҙегеҙҙе Ағиҙелдә йөҙгән һымаҡ хис итеп, күңелегеҙҙе баҫып ултырығыҙ.

Әммә ул теләгәнсә килеп сыҡманы. Иптәштәре, киреһенсә, моңайып, күңелһеҙләнеп китте. Бер береһен бүлдерә-бүлдерә һорауҙар яуҙырҙылар.

– Нишләп улай килеп сыҡты әле?

– Ярты йыл әҙерләнеүебеҙ бушҡа булдымы?

Иң ауыр һорауҙы Мөнир бирҙе:

– Ә ҡайҙа юғалды һуң Сәлих Уразбай улы? Һөйләнде-һөйләнде лә бер нәмә лә эшләмәне.

– Вәғәҙәһен үтәмәне, – тип һүҙгә ҡушылды Дилә, үкенгән дә, үпкәләгән дә һымаҡ.

– Әйҙә үҙебеҙ генә барайыҡ та ҡуяйыҡ. Унһыҙ. Бөтә әйберҙәребеҙ әҙер ҙә баһа.

Был тәҡдимгә Баязит ҡаршы төштө:

– Юҡ, улай булмай. Өлкәндәрһеҙ походҡа барырға ярамай. Рөхсәт ителмәй.

– Бәлки, Сәлих Уразбай улы менән бер-бер хәл булғандыр. Ауырып киткәндер. Больницала яталыр, – тип һөйләнде Тәслимә.

Был һүҙҙәрҙән һуң барыһы ла тынып ҡалды. Һөйләшеүгә артыҡ ҡыҫылмай, ситтәрәк йылғаға төбәлеп ултырған Ғариф телгә килде.

– Әйҙәгеҙ ауылына барып киләйек. Ун биш саҡрым ара йыраҡ түгел дә. Матай менән ярты сәғәттә урап ҡайтып була.

Бөтәһе лә күләгәгә ҡуйылған скутерға ҡараны. Был йәнһеҙ предмет бөгөн уларға һуңғы өмөт булып күренде.

Мөнир менән Ғариф күрше ауылдан һөйөнөслө хәбәр алып ҡайтманылар.

– Уҡытыусыны осрата алманыҡ, – тине улар икеһе бер юлы. – Сәлих Уразбай улы Ҡара диңгеҙгә ял итергә киткән.

***

Ниһайәт, йәйге каникул да үтеп китте. Уҡыу йылы башланды. Һигеҙенсе синыфҡа балалар нисектер өлкәнәйеп, етдиләнеп килгән кеүектәр.

Бына ҡыңғырау яңғыраны. Яңы синыфта яңы уҡыу йылының тәүге дәресе башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Байбулат ҡыҙы күтәренке күңел менән килеп керҙе лә яңы уҡыу йылы менән ҡотлағандан һуң:

– Инша яҙабыҙ. Темаһы ауыр түгел. Бөтәгеҙгә лә таныш һәм яҡын. «Мин йәйге каникулды нисек үткәрҙем» тип атала, – тине.

Балалар бер береһенә ҡарашып алды. Ғариф, яурынын һелкетеп, аптырағанын белдерҙе. Баязит та юғалып ҡалғандай булды. Әммә үҙен тиҙ ҡулға алып, ҡағыҙ битенә записка яҙҙы ла иптәштәренә ебәрҙе. Унда «булмаған походты булды тип яҙайыҡ» тип яҙылғайны.

***

Уҡытыусылар бүлмәһендә иншаларҙы тикшереп ултырған еренән Нәсимә Байбулат ҡыҙы шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Оҙон тәнәфестә ял итеп ултырған уҡытыусылар уға аптырап ҡараны.

– Нимә шулай рәхәтләнеп көләһегеҙ, Нәсимә Байбулат ҡыҙы? – Сәлих Уразбай улы, урынынан тороп, уның янына килде.

– Бына иншалар көлдөрә бит.

– Ниндәй иншалар? Ҡайҙа уҡығыҙ әле, беҙ ҙә көләйек.

– Әйҙә һуң көләйек, – Нәфисә Байбулат ҡыҙы ҡысҡырып уҡый башланы.

– «Беҙ йәйге каникулды бик күңелле үткәрҙек, – тип башланғайны инша. – Ярты йыл буйы әҙерләндек тә Ағиҙелдә һал менән йөҙөп, Шүлгән мәмерйәһенә барҙыҡ. Унда усаҡ яғып, йырлап, уйнап өс көн ял иттек. Күп нәмә күрҙек. Ошондай файҙалы ялды ойошторғаны өсөн синыф етәксебеҙ Сәлих Уразбай улына ҙур рәхмәт».

Быларҙы ишеткәс, Сәлих Уразбай улының йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Ул ҡып-ҡыҙыл булып урынына барып ултырҙы. Башҡа уҡытыусылар тыйыла алмай көлә башланы. Әлеге иншаны уҡып бөткәс, Нәфисә Байбулат ҡыҙы икенсе иншаға күсте. Унда ла Сәлих Уразбай улына рәхмәт әйтелгәйне.

***

Уҡыусылар булмаған поход тураһында Сәлих Уразбай улы барҙа бер ваҡытта ла һүҙ ҡуҙғатманылар. Тәүҙә уҡытыусы үҙе һүҙ башлар тип көттөләр. Аҙаҡ оноттолар. Хәҙер икенсе йәйге каникул да етеп килә инде. Күмәкләп ял итеү, походҡа барыу тураһында берәү ҙә һөйләмәй.

Июнь аҙаҡтарында каникулда йөрөгөн балаларҙы Сәлих Уразбай улы йыйып һөйләшергә булды. Староста Баязит синыфташтарын Алағуян йылғаһы буйына былтырғы урынға саҡырҙы. Сәлих Уразбай улы тартыныбыраҡ һүҙ башланы:

– Шүлгәнгә походҡа барабыҙ. Ағиҙел буйлап һалда.

Был хәбәрҙе уҡыусылар «Ура!» ҡысҡырып ҡаршы алды. Уҡытыусы ҡыуанды. Ул: «Былтырғы өсөн үсегеп, риза булмаҫтар», – тип уйлағайны.

– Их, юҡҡа былтырғы һалдарҙы туҙҙырып ташлағанбыҙ, – тине кемдер көрһөнөп.

– Ҡайғырмағыҙ, – уҡытыусы ҡыйыуланып киткәндәй булды. – Мин һалдарҙы эшләп, Ағиҙел буйына алып барып ҡуйҙым инде. Улар беҙҙе көтөп ята.

***

Баязиттың кәмәлә лә, теплоходта ла йөрөгәне бар. Әммә Ағиҙел буйлап һалда йөҙгәндә тыуған тойғоларҙы бер ҡасан да кисергәне булманы. Ул һыуға текләгән дә үткән йыл походҡа әҙерләнеп йөрөгән мәлдәрен хәтерләп бара. Йыл буйы иптәштәренән уңайһыҙланып йөрөгәйне ул. «Ойоштороу комитеты рәйесе булып, походҡа алып бара алманың» тип әйтер һымаҡ ине иптәштәре. Бына хәҙер ул ауыр көндәр артта ҡалды. Хыялдарын тормошҡа ашырып киләләр. Шуға бөгөн ул үҙен бәхетле кеше итеп тоя. Тәбиғәт тә, тормош та матур булып күренә уға. Иптәштәренә ҡарап ҡыуана.

Шүлгәнгә барып еткәс, ул тағы ла хисләнеп китте. «Мәңгелектең башланған ере ошо инде», – тип уйланы ул. Төнгө усаҡтар, шаярыуҙар, уйындар, Ағиҙелдә баҡа шикелле шау-гөр килеп һыу инеүҙәр Баязиттың күңеленә һут булып һеңә барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ тойолдо уға: бөтәһе лә уның иншаһында яҙылғанса килеп сыҡты. Бер хәлде генә иҫәпкә алмағанда.

Төшкө тамаҡты ашап, ял иткәндә, Сәлих Уразбай улы, бында бәйләнеш юҡ, миңә ауылға шылтыратырға кәрәк тип, тау башына менеп киткәйне. Юҡ булды ла ҡуйҙы. Уның юҡлығын иң тәүҙә Баязит шәйләп алды.

– Иптәштәр, – тине ул, тыныс булырға тырышып,– Сәлих Уразбай улы нишләптер оҙаҡлай.

– Әллә теге ваҡыттағы кеүек тағы юғалдымы? – тип шаярырға тырышты кемдер.

– Ҡуйығыҙ әле, – тип туҡтатты уны Баязит. – Аҙашырға, йә берәй бәләгә юлығырға мөмкин бит ул. Бында урман ҡалын. Ағастар араһынан тирә-яҡ күренмәй.

Быларҙы ишеткәс, балалар шомланып бер береһенә ҡарашып алды.

– Йә, нишләйбеҙ инде? – Ҡыҙҙар малайҙарға ҡараны.

– Мөнир, Ғариф, Хәмит, әйҙәгеҙ, – тип бойорҙо Баязит етди тауыш менән. – Эҙләп китәбеҙ.

– Ә үҙегеҙ аҙашһағыҙ? – Дилә ҡурҡып китте.

– Аҙашмабыҙ. Хәмит, балта ал. Ағастарға тамға һалып барырбыҙ. Кире юлды табыр өсөн. – Баязит командирҙарса бойорҙо. – Ә һеҙ бер ҡайҙа ла китмәгеҙ. Ошонда ғына тороғоҙ.

Малайҙар тауға менеп киттеләр. Әҙерәк күтәрелгәс: «Сәлих Уразбай улы! Сәлих Уразбай улы!», – тип ҡысҡыра башланылар. Яуап булманы. Телефон да хәбәр килтермәне. Бына тауҙың түбәһенә лә менеп еттеләр. Тағы ла ҡысҡырҙылар. Һөҙөмтәһеҙ.

– Бынау ағас башына менеп ҡысҡырһам, ишетмәҫме икән, – тине Хәмит.

– Әйҙә һуң, – Баязит эргәләге оҙон, йыуан ҡарағай ағасты батып барыусы йәбешә торған һаламға оҡшатты.

– Сәлих Уразбай улы! Һеҙ ҡайҙа? – Хәмит бөтә көсөнә бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы ла. – Туҡтағыҙ әле, тауышланмағыҙ, ниндәйҙер тауыш ишетелгән һымаҡ, – тине.

– Ҡысҡыр, ҡысҡыр, тауышыңа ҡарап килер, – малайҙар Хәмитте ҡабаландырҙы.

Бер аҙҙан Сәлих Уразбай улы үҙе лә күренде. Малайҙарға ул йонсоп, олоғайып киткәндәй тойолдо.

– Ҡайһы яҡҡа барырға беҙгә? – Малайҙарға иң тәүге әйткән һүҙе шул булды.

Яуап алғас:

– Ә мин икенсе яҡҡа төшкәнем дә киткәнмен, – тигән булды.

Сәлих Уразбай улы малайҙар менән тауҙан килеп төшкәс, аҫтағылар ҡыуаныстарынан ҡул сабып ебәрҙе. Сәлих Уразбай улы: «Ҡуйығыҙ әле, спектакль ҡуймайбыҙ ҙа баһа», – тип шаяртыуға борорға уйлағайны ла өндәшмәне. Бер аҡыл эйәһенең: «Тормош – үҙе спектакль ул», – тигән һүҙе иҫенә төштө.

***

Ҡайтырға юлланғас, уҡыусылар тәьҫораттарын Сәлих Уразбай улынан йәшермәне. Һәр береһе уға шундай күңелле, файҙалы ял ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте. Былтырғы иншалары өсөн Баязит бөтәһе исеменән унан ғәфү үтенергә уйлағайны ла тыйылды. Ошондай күңелле саҡта үҙенең дә, иптәштәренең дә, Сәлих Уразбай улының да кәйефен төшөрөргә теләмәне.

– Үҙегеҙгә рәхмәт, – тине Сәлих Уразбай улы балаларға.

– Нимәгә рәхмәт әйтә ул беҙгә, – тип уйланы Баязит. – Юғалған еренән табып алып ҡайтҡанғамы икән?

22. 01. 2012 й., Сибай.

«Мин дә һине яратам!»

Әминә дискотекаға йөрөргә яратмай торғайны. Әммә туғыҙынсы синыфта уҡығанда үҙгәрҙе. Ниндәйҙер эске көс уны бейергә әйҙәй башланы. Бына әле, йома көн, биҙәнеп-төҙәнде лә мәҙәниәт йортона йүнәлде. Ул килеп кергәндә, дискотека үтә торған зал халыҡ менән шығырым тулы ине. Ҡаланан ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Мәктәп уҡыусылары ла мыжғып йөрөй. «Ярай әле кеше күп, – тип уйланы ул. – Бик күренеп бармайһың. Оялыуың-тартыныуын һиҙелмәй».

Әминә ишек эргәһендәге эскәмйәгә ултырҙы ла бейеүселәрҙе күҙәтә башланы. Әммә үҙ донъяһына сумып оҙаҡ ултырырға тура килмәне уға. Көтмәгәндә бер егет алдына килеп баҫты ла бейергә саҡырҙы. Үҙенән бер баҫҡысҡа өлкән синыфта уҡыған Айрат икән. Ҡыҙ юғалып ҡалды. Тирә-яғына ҡаранды. Тулҡынланыуын йәшерергә тырышып:

– Юҡ, юҡ. Мин ҡарап ҡына ултырырға килдем, – тине. Үҙе урынынан ҡалҡынды ла, нәмәлер иҫенә төшөргәндәй, ҡабат ултырҙы. Ә Айрат китергә уйламаны ла. Ҡыҙ алдында йылмайып баҫып тора бирҙе. Әминә, әллә Айратҡа, әллә йөрәгенә буйһоноп, урынынан торҙо.

Тәүҙә ышанысһыҙыраҡ бейеһә лә тора-бара ҡыйыуланып китте. Дәртлерәк, күңеллерәк баҫа башланы. Хатта бейеү туҡтамаһын, Айрат китеп бармаһын тигән уй ҙа башынан йүгереп үтте. Уңайһыҙланды. Әммә һиҙҙермәне.

Музыка тынғас, Айрат уны урынына тиклем оҙата килде лә эргәһенә ултырҙы.

***

Үҙенең ҡапыл ғына үҙгәреп китеүенә Әминә аптыраны. Айрат менән дискотекала бейегәндән һуң өлкәнәйеп, олпатланып киткәндәй тойҙо. Бейегеһе килеп тик торасы. Бейеү түңәрәгенә лә яҙылды. Телевизорҙан бер бейеүҙе ҡалдырмай ҡарай. Бейеүгә хөрмәте артыуын ул Айраттан күрә. Әгәр ҙә теге ваҡыт саҡырмаһа, бейемәй ҙә ҡайтып киткән булыр ине әле дискотеканан.

Әминә дискотекаларҙы көтөп ала башланы. Айрат та уны күреп ҡалыу менән эргәһенә килеп етә. Икәүләп бейейҙәр. Әминә уға эҫенеп тә бара. Саҡ ҡына күрмәй торһа, юҡһына. Мәктәптә лә уны осратырға тырыша. Айрат үҙе лә уның янына ынтылып торған кеүек. Йәштәр үҙҙәренең дуҫлашып китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Айраттың дуҫтары ла Әминәнең дуҫтарына әйләнде хәҙер. Мәжит, Рәфҡәт, Хызыр, Вәлит, Ринат – Айраттың синыфташтары. Был алты таған, Әминә килеп ҡушылғас, етәү булды. Улар гел генә бергә йөрөйҙәр. Киләсәктә лә дуҫ булып йәшәргә һүҙ ҡуйыштылар. Әминәгә улар менән тыныс та, рәхәт тә. Берҙән бер ҡыҙ булғанғамы, барыһы ла уны хөрмәтләп тора.

Уларҙың дуҫлығына өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә һоҡлана. Башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Әминәнең әсәһе лә шатланып бөтә алмай. Дискотекаға йәки башҡа шундай сараға ҡыҙын дуҫтары килеп саҡырһа, шикләнеүһеҙ ебәрә.

Дуҫтарға көнләшеп ҡараусылар ҙа бар. Бигерәк тә ҡыҙҙар араһында. Тик был көнләшеүҙән бигерәк һоҡланыуға оҡшаш. «Их, Әминәнеке кеүек дуҫтарың булһа икән»,– тип көрһөнөп ҡуя улар.

Әминә менән Айрат араһындағы дуҫлыҡ тора-бара мөхәббәткә әйләнеп китте.

– Бөтәһе өсөн дә бейеүгә рәхмәтлемен, – тине бер көн Әминә дискотеканан ҡайтып килгәндә.

– Ниңә улай тиһең? – тип һораны Айрат, һүҙҙең айышына төшөнмәй.

– Әгәр теге көндө дискотекала бейемәһәк, әле ят кешеләр кеүек йөрөр ҙә ятыр инек.

Айрат, шаяртырға теләп:

– Юҡ, Әминә, беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға аяҡтарыбыҙ сәбәбсе. Аяҡтарыбыҙ булмаһа, бейей алмаҫ инек.

– Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт. Улар беҙгә ғүмер бирмәһәләр, аяҡтарыбыҙ булмаҫ ине, – Әминә шаярыуға шаярыу менән яуап бирҙе.

Айрат бирешергә теләмәне.

– Килешәм, – тине ул, – әммә мөхәббәт булмаһа, беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә, ғаиләләр ҙә, тимәк, беҙ ҙә булмаҫ инек. Шулай булғас, нимә сәбәбсе була инде беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға?

Әминә аңланы, тик өндәшмәне, оялып ситкә ҡараны.

– Мөхәббәт, – тип йомғаҡлап ҡуйҙы һүҙен Айрат.

Был һүҙҙән һуң улар икеһе лә етдиләнеп китте.

***

Һуңғы йылдарҙа Әминәгә ваҡыт элеккегә ҡарағанда тиҙерәк үтә һымаҡ. Бына ул ун беренсе синыфта ла уҡып йөрөй. Дуҫ егеттәре, мәктәпте тамамлап, ҡайһылары юғары уҡыу йорттарына инеп, ҡайһылары әрмегә алынып, таралышып бөттө. Улар менән телефон аша һөйләшеп, йома, шәмбе көндәрендә дискотекала осрашып торалар ҙа, Әминәгә, барыбер ниҙер етмәй. Юҡһына. «Рәхәт ваҡыттар булған икән», – тип уйлай ул, элек көндә күрешеп йөрөгән саҡтарҙы хәтерләп.

Алдағы йомала ла осрашасаҡтар. Тик был осрашыу, бер яҡтан шатландырһа ла, икенсе яҡтан эсте бошора. Хызырҙы әрме хеҙмәтенә оҙаталар.

Йома көндө Хызырҙарҙа йыйылдылар. Егеттең ата-әсәһе матурлап өҫтәл әҙерләгән. Ҡунаҡтарға йылмайып, ашап-эсергә өгөтләп, йүгереп йөрөһәләр ҙә, күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш һиҙелә. Уның ҡарауы Хызырҙың күңеле көр. Айрат менән Әминәнең уртаһына ултырып алған да, әле береһенә, әле икенсеһенә боролоп, ниҙер һөйләй.

Ҡунаҡтар, аяҡ өҫтө баҫып, Хызырға теләктәр әйтә башланы. Иң тәүҙә атаһы һүҙ алды. «Мин Хызырҙың әрме йәшенә етеүен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, – тип башланы ул һүҙен. – Был беҙҙең өсөн шатлыҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырғас, тимәк, уға ышаналар, тимәк, ул һау-сәләмәт».

Унан һуң һүҙҙе Хызырҙың элекке уҡытыусыһы, синыф етәксеһе Ильяс Хәсән улы алды. «Хызыр бәләкәйҙән әрмене, хәрби хеҙмәтте яратып үҫте. Хәтеремдә туғыҙынсы синыфта «Мин кем булырға теләйем» тигән темаға инша яҙҙырғайным. Шунда Хызыр: «Мин үҫкәс, офицер булам. Тыуған илемде, еремде, халҡымды, дуҫтарымды дошмандарҙан һаҡлайым», – тип яҙғайны. Бына бөгөн шул мәл етте. Мин Хызырҙың һәйбәт һалдат, киләсәктә офицер булыуына ышанам»,– тип тамамланы һүҙен Ильяс Хәсән улы.

Унан һуң да һөйләүселәр күп булды. Ниһайәт, Хызырҙың үҙенә сират етте.

– Бөтәгеҙгә лә рәхмәт һеҙгә, атай, әсәй, уҡытыусым, туған-тумасаларым, дуҫтарым. Мине ололап, яҡшы теләктәр теләп әрмегә оҙатыуығыҙға. Ысынлап та, Ильяс Хәсән улы әйткәнсә, мин бөгөнгө көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Мәктәпте тамамлағас, хәрби училищеға бармай торҙом. Тәүҙә һалдат һурпаһын эсәйем, шунһыҙ яҡшы офицер булып булмаҫ, тип уйланым. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, документтарымды хәрби училищегә тапшырасаҡмын. Әрменән изге бурысымды үтәп ҡайтҡас, күмәкләп тағы ла ошонда осрашырбыҙ әле. Бөгөнгө мәжлестең дауамы булыр. Мин һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәм, намыҫлы хеҙмәт итермен, – тине лә урынына ултырҙы.

Әминә уның ҡулын ҡыҫты: «Афарин, матур һөйләнең. Мин дә һиңә хеҙмәтеңдә уңыштар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләйем», – тине. Хызырҙың йөҙө тағы ла яҡтырып китте.

Ул арала Айрат урынынан күтәрелде. «Минең бер тәҡдимем бар, – тине ул. – Әйҙәгеҙ күмәкләп Хызырҙың яратҡан йырын йырлап алайыҡ». Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, йәштәр «Генерал Шайморатов»ты башлап ебәрҙе. Йырға өлкәндәр ҙә ҡушылды. Был йыр тамамланғас, Хызыр «Не плачь, девчонка»ны һуҙҙы.

***

Мәҙәниәт йортона килеп ингәс, Әминә аптырабыраҡ ҡалды. Уға бында бөгөн нәмәлер үҙгәргән, ғәҙәттәгегә оҡшамаған һымаҡ тойолдо. Халыҡ та әҙ. Элекке кеүек геүләшеү, көлөшөү ҙә юҡ. Кешеләр етди, шым ғына ултыралар. Музыка ла ишетелмәй.

Әминәне күргәс, бөтәһе лә уға ҡараны. «Берәйһен көтәләр, ахырыһы»,– тип уйланы ҡыҙ. Яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы ла тирә-яҡтағыларға һораулы ҡараш ташланы.

– Бөгөн дискотека булмай, – тине алдына килеп баҫҡан мәҙәниәт йорто директоры.

– Нишләп?

Директор көрһөнөп тәрән итеп тын алды ла бер ни тиклем паузанан һуң:

– Хызыр үлгән, – тине.

Әминә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Залдағылар тертләп китте. Ни тиклем урынһыҙ, ғәжәп тойолһа ла был көлкө, улар аңланы. Ҡайһылары башын эйеп, күҙҙәрен йәшерҙе, ҡайһылары ҡулъяулыҡтары менән йәштәрен һөрттө.

Ҡапыл башланған көлөү ҡапыл туҡтаны. Әминә ҡаршыһында баҫып торған мәҙәниәт йорто директорына ҡараны ла, бер ни ишетмәгәндәй:

– Ә? – тине.

Директор бая әйткән һүҙҙәрен ҡабатламаны. «Хызыр үлгән» тигән ике һүҙҙән торған был һөйләм уның өсөн атом бомбаһы кеүек ҡурҡыныс та, ауыр ҙа ине.

– Ысын шул, туғаным.

Әминә һүҙҙең айышына һаман да төшөнә алмай торҙо. Шунан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Был илау ҙа, баяғы көлөү кеүек, кешеләрҙе тетрәндерҙе. Ул мәҙәниәт һарайына һыймай, тәҙрә аша сығып, бөтә ил, донъя буйлап таралған һымаҡ тойолдо кешеләргә.

Әминә оҙаҡ иланы. Берәү ҙә уны тынысландырманы, йыуатманы. Сөнки үҙҙәре йыуатыуға мохтаж ине.

Көлөү һымаҡ илау ҙа ҡапыл туҡтаны. Әминә иҙәнгә ауҙы. Ул аңын юғалтҡайны. «Тәбиғи булмаған оло ҡайғыны хатта йәш организм да күтәрә алманы», – тигән уй үтте директорҙың башынан. Ул күҙҙәренән йәш мөлдөрәп торған егеттәргә ҡараны ла:

– «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ,– тине.

***

Әминә өс көн ятты ла ҡуйҙы. Хәле булманы. Ашай ҙа, йүнләп һөйләшә лә алманы. Хызырҙы күмә торған көндә лә хәле яҡшырмағайны әле. Әммә, көсөн туплап, аяғына баҫты. Айратҡа йәбешеп, Хызырҙарҙың өйөнә китте.

Күп халыҡ йыйылғайны. Күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Ололар, йәштәр, хатта бала-сағалар ҙа бар. Мәйет оҙатҡанда был хәтлем күп кешене Әминәнең күргәне юҡ ине. Күптәр, бигерәк тә ололар, ҡатын-ҡыҙҙар шым ғына илай. Хызырҙың дуҫтары ҡайҙа баҫырға белмәй йүгереп йөрөй. Әсәһе күренмәй. «Аңын юғалтып ята», тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалды ҡыҙ эргәләге ҡатындарҙың ауыҙынан.

– Дедовщина арҡаһында һәләк булған тиҙәр бит, – тип һүҙҙәрен дауам итте ҡатындар.

– Дедовщина башҡортса нисек була ул? – тип һорай икенсеһе.

– Башҡортсаһы юҡ шикелле уның. Белмәйем, әйтә алмайым. Хеҙмәттәш иптәштәре туҡмаған тиҙәр.

– Илде, ерҙе дошмандарҙан һаҡлайым тип киткән кешенең иптәштәренән туҡмалып үлеүе башҡа һыймаҫлыҡ эш инде, – ти ҡатындарҙың береһе.

– Тәртип юҡ илдә. Үҙ һалдаттарын һаҡлай алмаған ғәскәр беҙҙе илбаҫарҙарҙан ҡурсалай аламы икән? Афғанстандан да еңелеп ҡайттыҡ, Чечняла күпме егеттәребеҙҙе юғалттыҡ.

– Ана, күпме малайҙар йөрөй. Улар ҙа бит бер ваҡыт әрмегә алынасаҡтар. Нимә көтә уларҙы?

Ҡатындарҙың был һүҙҙәре Әминәнең йөрәген телеп үткәндәй булды. Ауыр, уға, ауыр бөгөн. Дуҫтарының береһен ғүмерлеккә оҙата. Әминәнең күҙ алдына Хызырҙы әрмегә оҙатыу мәжлесе килде. «Ниндәй дәрт, хыялдар менән киткәйне ул әрмегә. Киләсәккә пландары ҙур ине. Телмәр тотҡанда ла «ҡайтҡас, шулайтам, былайтам» тип һөйләне бит әле. Бына ҡайттың инде», – Әминәнең күҙҙәренән сөбөрләп йәш аҡты. Сайҡалып китте. Ярай әле, Айрат тотоп ҡалды. Шул саҡ Әминәнең ҡолағына йыр ишетелгән кеүек булды. «Не плачь, девчонка». Быны Хызыр үҙен хеҙмәткә оҙатыу мәжлесендә йырлағайны бит. Ҡыҙ илауҙан туҡтаны.

Хызырҙы оҙата барыусыларҙан ҙур колонна барлыҡҡа килде. Демонстрацияға оҡшап ҡалды. Кешеләрҙең йөҙҙәре ҡайғылы ла, асыулы ла ине. Зыяратҡа барып ингәс, митинг кеүек нәмә булды. Муллалар, уҡытыусылар, Хызырҙың синыф етәксеһе, дуҫтары һүҙ тотҡандан һуң, ауыл администрацияһы башлығы, депутат, оҙата килгән офицер һөйләне. Һуңғыларының һүҙҙәре Әминәгә нисектер ҡоро, рәсми һымаҡ тойолдо. Офицер:

– Хызыр һәйбәт һалдат ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең аранан иртә китте. Беҙ уны ярата инек. Тыныс йоҡла, Хызыр, беҙ һине онотмабыҙ, – тине лә һалдаттарына автоматтан салют бирергә бойорҙо.

Әминәнең артында баҫып торған ир шым ғына:

– Онотмаҫһығыҙ инде, әрмелә дедовщинанан үлгән һәр һалдатты иҫеңдә тотһаң, аҡылдан яҙырһың, – тине.

Әминәгә офицер ҡайҙалыр ашыҡҡан һымаҡ тойолдо. «Тағын берәйһен ерләргәлер», – тип уйланы ул.

Зыяраттан сыҡҡас, һалдаттарҙың береһе Әминә янына килде лә:

– Һин Әминә исемле ҡыҙҙы беләһеңме? – тип һораны.

– Беләм, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. – Ул мин.

Быны ишеткәс, һалдаттың күҙҙәренән йәш килеп сыҡты.

– Хызыр минең иң яҡын дуҫым ине. Ул беҙгә гел һинең турала һөйләй торғайны. Үлер алдынан һиңә открытка ебәргәйне. Тыуған көнөң менән ҡотлап. Алғанһыңдыр, – тине.

– Юҡ, – тине ҡыҙ бойоҡ ҡына. – Алманым әле. – Минең тыуған көнөм кисә үтеп китте.

– Открытканы беҙ икәүләп һайлап алғайныҡ, – тине лә, командиры саҡырғас, һалдат йүгереп автобусҡа инеп китте. Автобус тәҙрәһен асып:

– Ул һине ярата ине, – тип ҡысҡырҙы.

Был һүҙҙәрҙе Әминә генә түгел, тирә-яҡтағы кешеләр ҙә, Айрат та ишетте.

***

Хызырҙы юғалтҡандан һуң Әминә уйсанланып китте. Башына төрлө уйҙар килә. Улар хатта йоҡлағанда ла туҡтамай. Әминәнең кешеләр менән дә аралашаһы килмәй һуңғы ваҡытта. Дуҫтары менән генә булырға тырыша. Уларға рәхмәт.Телефондан хәлен һорашып торалар. Ауылға ла йышыраҡ ҡайта башланылар.

Хызырҙы оҙатҡанда ишеткән «дедовщина» тигән һүҙ Әминәнең башынан китмәй. Уның мәғәнәһен һүҙлектәрҙән эҙләп тә тапманы. Дуҫтары аңлатҡас ҡына, төшөнгәндәй итте. Әммә бер нәмәне һаман да аңлай алмай. «Нисек инде ул бергә хеҙмәт итеп, бер казармала йоҡлап, бер командаға буйһоноп йөрөгән кешеләр бер береһен кәмһетә, рәнйетә ала икән?– тип уйлай ул. – Беҙ, ана, ҡайһылай дуҫтарбыҙ. Кешене үлтергәнсе туҡма әле. Уның өсөн кем булырға кәрәк? Әллә офицерҙар уҫал итеп тәрбиәләйҙәрме икән һалдаттарҙы, һуғыш-фәлән сыҡһа, дошманға ҡанһыҙ булһындар тип? Ҡайҙан килеп сыҡҡан был дедовщина? Уны нисек бөтөрөргә икән?». Һорауҙарҙың да, уйҙарҙың да сиге юҡ.

Атаһының Хызырҙы ерләп ҡайтҡас, әйткән һүҙҙәрен дә хәтерләп уйлана Әминә.

– Дедовщинаны офицерҙар үҙҙәре тыуҙыра, – тигәйне атаһы. – Сөнки ул уларҙың эшен еңеләйтә. Командирҙар тәүлек буйы һалдаттар араһында була алмай. Ә старослужащийҙарҙың власы улар юҡта тәртип тәьмин итеп тора.

– Туҡмау, үлтереү тәртип булдырыу түгел инде ул, – тип уйлай Әминә.

– Йәш һалдат дедовщинаны еңә алмай, – тип дауам итә атаһы. – Әгәр ҙә ризаһыҙлыҡ белдерһә, «ҡарт» һалдаттар уға ташлана. Системаға, традицияға ҡаршы сығыу тип ҡабул итә. Бөтә саралар менән улар йәш һалдаттың рухын һындыра. Теләһә ниндәй команданы үтәргә әҙер торған роботҡа әйләндерә. Ә офицерҙарға шундай һалдаттар кәрәк тә.

– Рухы һынған һалдаттан нимә көтәһең, яуызлыҡтан башҡа, – тип үҙ алдына һөйләнә Әминә.

Атаһының һүҙҙәренә яуап итеп әллә нәмәләр әйтергә уйлай ҙа өндәшмәй. Ул дөрөҫтө һөйләгән атаһы менән түгел, ә дедовщинаның үҙе менән көрәшергә кәрәклеген аңлай.

Әминәнең күңеле болоҡһоуҙан туҡтаманы. Хызырҙы үлтереүселәрҙе хөкөм иткәндәрен ишетһә лә тынысланманы. Уҡыуға ла мөнәсәбәте һыуына төштө. Ахыр ҙа берҙән бер көндө факультет деканына барҙы ла:

– Мине уҡыуҙан ебәрегеҙ, – тине.

– Нишләп?– декандың көтөлмөгөн хәбәрҙән күҙҙәре ҙурайып китте. – Ни булды? Тырышып ҡына уҡып йөрөйһөң дә баһа. Мин һинән һәйбәт иҡтисадсы сығасаҡ тип шатланған булам.

– Хәрби училищеға күсергә ҡарар иттем. Офицер булырға теләйем.

– Атаҡ-атаҡ, – декандың аптырауы көсәйә төштө. – Әллә һалдаттар менән эшләүе еңел тип уйлайһыңмы?

Әминә: «Мин әрмелә дедовщина менән көрәшергә теләйем», – тип әйтергә йыйынғайны ла өндәшмәне. Ғаризаһын декандың алдына һалды.

***

Училищеға китер алдынан Әминә зыяратҡа Хызыр янына барҙы. Оҙаҡ торҙо ул унда уйланып. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡбур алды ла ҡәбер ташына: «Мин дә һине яратам!» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙы.

12. 01. 2012 й. , Сибай .

Ситлектәге мөхәббәт

Зәлифә Әҡлимәләргә барырға тип сыҡҡас, урамдың теге осонан был яҡҡа табан йүгереп килгән кешене күреп, туҡтап ҡалды. «Ҡатын-ҡыҙ кис менән бушҡа йүгереп йөрөмәҫ, – тип уйланы ул. – Берәй хәл булдымы икән? Кем булыр был?

– Бәй, Әҡлимә лә баһа, – Зәлифә әхирәтен таныны. – Ниндәй бәләгә осраны икән? Сәстәре туҙған. Йүгереүенең дә рәте юҡ. Иҫерек кеше кеүек сайҡалып-сайҡалып китә. Зәлифә әхирәтенә ҡаршы йүгерҙе. Осрашҡас:

– Ни булды? Ни булды? – тип Әҡлимәне һорауҙарға күмде.

Әҡлимә, тулҡынлауынан ауыҙын асып, телен ҡыбырҙата алмай торҙо.

– Йә, әйтә һал инде тиҙерәк. Ни булды? – Зәлифәнең үҙенең йөрәге сығып килә ине.


    Ваша оценка произведения:

Популярные книги за неделю