355 500 произведений, 25 200 авторов.

Электронная библиотека книг » Фарваз Сайфуллин » Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары) » Текст книги (страница 5)
Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)
  • Текст добавлен: 17 сентября 2016, 18:37

Текст книги "Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)"


Автор книги: Фарваз Сайфуллин


Жанр:

   

Поэзия


сообщить о нарушении

Текущая страница: 5 (всего у книги 6 страниц)

Шуға Мөслимә әсәһенең сит районға сығып китеүенә һөйөнөп тә ҡуя. «Балаларҙы имгәтер, үҙе кеүек ҡыйыш юлға төшөрөп, боҙоп бөтөр ине», – тип уйлай.

Балалар яйлап тыныслана бара һымаҡ. Шуға ҡыуана. Әсәләрен һирәк телгә ала башланылар. Ләкин Мөслимә уларға оноторға бирмәй. «Әсәй, әсәй» тип үҙе йыш һөйләргә тырыша. «Бала үҙенә ғүмер биргән кешеләрҙе оноторға тейеш түгел», – тип иҫәпләй. Шуға ла ҡайһы берәүҙәрҙең: «Суд аша әсәйеңдең балаларға хоҡуғын бөтөрт тә, пособие юлла. Үкһеҙ етемдәргә дәүләт ныҡ ярҙам итә бит», – тигәненә лә ризалашмай. Бер нисә урында эшләп, бәрәңге, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, туғандарын ас-яланғас итмәй.

***

Үткән ғүмер – аҡҡан һыу тигәндәй, йыл артынан йыл үтә торҙо. Еңелдәре лә, ауырыраҡтары ла булды уларҙың. Һигеҙ туғанын тәрбиәләп үҫтерҙе Мөслимә. Мөхәррәмгә рәхмәт. Кейәүгә сыҡмағанына үпкәләп юғалған егет дүрт йылдан әйләнеп ҡайтты. Себерҙә эшләп йөрөгән икән. Өйҙәренә лә инеп тормай, туп-тура Мөслимәләргә килеп төштө ул. Еңелсә генә туй үткәреп, өйләнештеләр. Себерҙә йыйған аҡсаһын бергәләп тотондолар.

Балалар ҙурайып апай йортонан берәм-берәм осоп сыға торҙо. Бөтәһе лә, юғары белем алып, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә эшләп йөрөй. Күбеһенең ғаиләләре бар. Әсәһе сығып киткәндә, ике йәш ярымлыҡ булған Рәсимә лә быйыл институттың һуңғы курсында уҡып йөрөй.

Апалары менән еҙнәһен һис тә онотмайҙар. Йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Күмәкләшеп бала саҡтарын хәтерләп ултыралар. Көлөшөп тә, илашып та алалар.

Мөслимә үҙе лә ситтән тороп юғары белем алды. Пединститут тамамлап, бөгөн мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Мөхәррәм менән ике бала үҫтерәләр. Өлкәне Зилә ун беренсе синыфта уҡый. Мансуры – һигеҙенселә. Уҡыу алдынғылары.

Күрше районда йәшәгән өләсәләрен дә онотмайҙар. Бына бөгөн Зилә өләсәләренән ҡайтырға тейеш. Каникул аҙағына тиклем өләсәйемә ярҙам итеп киләйем тип киткәйне, ике көн үткәс, ҡайтам тип шылтыратты. Мөслимә уның ҡайтыуына ҡоймаҡ ҡойоп йөрөй.

– Әсәй, мине унда ҡабат ебәрмә, – тип һүҙ башланы Зилә, ҡайтып кергәс. – Өләсәйем эсеп тик йөрөй. Өйө һарай кеүек. Йыйыштырһаң, ярты көндә ҡабат борала. Алкаштар йыйылып, бысратып бөтә.

Мөслимә быларҙы, Зилә һөйләмәһә лә, белеп тора инде. Балаларын унда ебәргеһе килмәһә лә ебәрә лә ҡуя. Әсәһен йәлләй. «Ашарына юҡ, – тип дауам итте Зилә, – Себерҙән Айрат ағайымдан посылка килгәйне, уныһын юлда уҡ самогонға алмаштырып эскән дә иҫереп ҡайтып керҙе. Мин барҙа Минзилә апайымдың почтанан ебәргән аҡсаһын да эсеп бөттө. Балаларың ауыҙынан өҙөп һиңә аҡсаһын да, посылкаһын да ебәреп ята, ә һин әрәм-шәрәм итәһең. Шул эсеүеңде ташлаһаң булмаймы, тигәйнем, мине әрләп ҡыуып ҡайтарҙы. Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәй, ти».

Мөслимәгә быларҙы ишетеү ауыр. Шуға ла Зилә нәмәлер әйтергә тип уҡталғас, туҡтатты. «Ҡуй, ҡыҙым, һөйләмә. Былай ҙа башым ауыртып тора. Беләм инде уның холҡон. Ҡоймаҡ аша. Былай ҙа ике көн эсендә һурылып киткәнһең», – тип ҡыҙына сәй ҡойҙо. Үҙе кеҫәһенән ниндәйҙер дарыу сығарып йотоп ебәрҙе.

***

Әсәһе аҙып-түҙеп йөрөһә лә, балалары уға ҡул һелтәмәне. Туғыҙ балаһы туғыҙ яҡтан ярҙам итеп торҙо. Алмашлап үҙҙәренә лә алып ҡайтып ҡаранылар. «Йәшә беҙҙә, ҡайтма шул ауылыңа», – тинеләр. Хәбирә ҡалманы. Балалары янында үҙен ирекһеҙ, ситлектәге ҡош шикелле тойҙо. Бер-ике көн йәшәй ҙә ауылына ҡайтып китә.

– Алтын кеүек балаларының ҡәҙерен белмәй, – тип һөйләшәләр ине ауыл халҡы.

– Балалары уға оҡшамаған бит әле, – тип аптырашалар. – Ямандан яҡшы тыуыр, яҡшынан да яман тыуыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән боронғолар. Ана, һәйбәт ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кешеләр ҙә аҙып-туҙып йөрөй. Ә бының…

Мөслимә туғандарының әсәһенә оҡшамағанына һөйөнә. Теге ваҡыт, улар бәләкәй саҡта, әсәһе кеүек булып ҡуймаһындар, тип борсолғайны. Аллаға шөкөр, береһе лә эсмәй, тартмай, тырышып донъя көтәләр. Туғандарының әсәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауына, ҡәҙер-хөрмәт итеүенә лә шатлана. Үҙе уларҙы шулай итеп тәрбиәләргә тырышты бит. Әсәһенең икенсе бабайы үлеп киткәс, әҙерәк борсолғайны. Бында ҡайтып, элекке тормошон дауам итеп, балаларҙы боҙоп ҡуймаһын тип. Улай булманы. Сираттағы бабайы уны тағы ла алыҫҡараҡ күсереп алып ҡайтып китте. Алыҫта булғас, балалар уны һирәгерәк күрҙе. Ә был Мөслимәгә балаларҙа әсәһенә һөйөү тәрбиләргә ярҙам итте.

***

Әсәһенең больницаға эләккәнен ишеткәс, Мөслимә ул йәшәгән ауылға ашыҡты. Ул килеүгә туғандары йыйылып бөткәндәр ине инде.

– Ни булған? Хәле нисек? – тип һорай һалды туғандарынан.

– Бергә эскән иптәштәренең береһе башына быяла банка менән һуҡҡан. Талашып киткәндәр ҙә. Әле реанимацияла ята.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мөслимәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул ике ҡулы менән башына тотондо. Бармаҡтары башындағы бәләкәй саҡтағы шрамға тейҙе.

Бер уның ғына түгел, эргәһендә торған бар туғандарының да бөгөнгө ҡайғынан башы ауырта кеүек тойолдо уға.

26. 01. 2012 й., Сибай.

Юғалған кәнфит

Йәмилә һыуһап ҡайтып инде. Тиҙ генә газға сәйнүк ҡуйҙы ла өҫтәл әҙерләй башланы. Шунан сумкаһынан нимәлер эҙләргә тотондо. Тапмағас, ундағы әйберҙәрҙе диванға бушатты. Эҙләгән әйбере күренмәне. Әллә төшөп ҡалдымы икән тип, подъезға сығып китте. Кәнфиттәр унда ла юҡ ине. Ғүмер буйы йөрөткән өмөттәре әлеге кәнфиттәр менән бергә юғалған кеүек тойолдө уға. Фатирына күтәрелеп, борхолдап ҡайнап ултырған сәйгүнде күргәс, ярһыуы көсәйҙе. Түгелгән һыуҙан шыжылдап торған газды һүндерҙе лә карауатына ауҙы. Тимер карауат, уға ниҙер әйтергә теләгәндәй, шығырҙап ҡуйҙы.

Йәмилә күңелен өйкәгән кисерештәрҙән ҡотолоу өсөн йоҡларға теләне. Әммә килеп сыҡманы. Кисерештәр түгел, йоҡо үҙе ҡасты. Бөтә тормош юлын күҙ алдынан үткәреп ятты ла ятты.

***

Йәмилә Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә мөхәббәтен тапты. Үҙенән ике курс өҫтә уҡыған Рәфҡәттең күҙ атып йөрөгәнен һиҙмәгән дә. Әхирәте төшөндөргәс кенә, аңланы. Уңайһыҙланыуынан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Егеттең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Уны күреп ҡалһа, йүнәлешен үҙгәртеп, икенсе яҡҡа киткән кеше булды. Нишләп улай иткәнен үҙе лә белмәне. Рәфҡәт оҡшай уға. Төҫ тиһәң, төҫ, буй тиһәң, буй, уңғанлыҡ, олпатлыҡ бар унда. Уҡыу отличнигы. Ярамаҫлыҡ егет түгел. Йәмилә уны күрһә, исемен ишетһә, ҡойола ла төшә. Хатта Почет таҡтаһындағы фотоһына ла ҡарай алмай. Башын баҫып, күҙен йомоп тигәндәй үтеп китә.

Рәфҡәт уның был хәлен һиҙҙе. Әммә бошонманы, шатланды ғына. «Тимәк, миңә битараф түгел. Ысын башҡорт ҡыҙҙары мөхәббәт менән осрашҡанда үҙҙәрен шулай тоторға тейеш», – тип уйланы ул. Был уның Йәмиләгә мөхәббәтен көсәйтте генә.

***

Имтихан бирергә килгәндә, училище алдында Рәфҡәтте күргәс, Йәмиләнең быуындары ҡалтырап китте. Тәне буйлап эҫелек йүгерҙе. Нишләргә лә белмәне. Әммә, үҙенең хәлен һиҙҙермәҫкә тырышып, алға атланы. Рәфҡәттең кәйефе яҡшы, шатланып, йылмайып тора.

– Йәмилә, һине тыуған көнөң менән ҡотлайым, – тине ул егеттәрсә көр тауыш менән. – Һиңә һаулыҡ, саф мөхәббәт теләйем. Бына минән һиңә бәләкәй генә бүләк. Ҡабул итеп ал.

Йәмилә юғалып ҡалды. Хатта егет һуҙған коробкалы кәнфитте ҡулына алғанын да һиҙмәй ҡалды. Ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Рәхмәт!», – тине лә ишеккә атланы.

Имтихан ваҡытында ла ул был хәленән сыҡмағайны. Билеттағы һорауҙарға арлы-бирле яуап бирҙе лә урынынан торҙо. Уҡытыусы аптыраны:

– Ни булды һиңә, Йәмилә? Гел бишкә уҡып килдең дә бөгөн өслөк һөйләп тораһың. Әллә бер-бер хәл булдымы? Ауырымайһыңмы? Бәлки, билдәне ҡуймай торорғалыр? Ҡабат килеп һөйләрһең.

– Юҡ, – тине ҡыҙ, – нисәгә һөйләгәнмен, шуны ҡуйығыҙ. – Миңә ундай ташлама кәрәкмәй. Иптәштәрем алдында уңайһыҙ.

Йәмиләгә бөгөнгө «өс» «биш»тән ҡәҙерлерәк. Сумкаһындағы Рәфҡәт бүләк иткән кәнфит зачеткаһындағы быға тиклем алған бөтә «биш»тәренән дә өҫтөнөрәк тойолдо уға. Эш хатта кәнфиттә лә түгел, ә мөхәббәттә, Рәфҡәттең уға мөнәсәбәтендә.

Был ҡәҙерле бүләк – кәнфиттәрҙе Йәмилә ашарға баҙнат итмәне. Һаҡланы. Әле булһа ул ҡайҙалыр ятырға тейеш.

Рәфҡәттең тыуған көнөнә үҙе лә кәнфит бүләк итте. Улар дуҫлашып киттеләр. «Беҙҙең мөхәббәтебеҙ – кәнфит кеүек татлы, тәмле», – тип һөйләрҙәр ине аҙаҡ.

Бер йылдан һуң өйләнештеләр. Был ваҡытта Рәфҡәт аҙаҡҡы курста уҡый, ә Йәмиләгә училищены тамамларға тағы ла ике йыл бар ине.

***

Ҡыҙҙарының тыуыуы йәштәр өсөн күктән төшкән оло бәхет булып ҡабул ителде. Бөтә иғтибарҙары Рәйлә лә генә. Бигерәк тә Йәмиләнең. Ул ир ҡатыны икәнен дә онотто, шикелле. Үҙен әсәй тип кенә хис итте. Академик отпуск алып, училищела уҡыуын да туҡтатып торҙо.

Рәфҡәткә тәүҙә былар бөтәһе лә оҡшаны. Ҡатыны күңеленән үҙенең артҡы планға сығарылыуына ла борсолманы. «Бала әле бәләкәй, уға көслө иғтибар кәрәк», – тип уйланы. Ләкин ваҡыттар үтһә лә, Йәмиләһенең иренә иғтибары көсәймәне.

Рәфҡәтҡә ауыр ине. Уға ҡатынының йылыһы, иғтибары етмәне. Аралар һыуына башланы. Улар балаға ике йәш тигәндә айырылдылар.

***

Йәмилә айырылышыуҙы ауыр кисерҙе. Уның өсөн был көтөлмәгән хәл булды. Күҙҙәренән йәштәр китмәне. Яҙғы ташкындай көслө мөхәббәттәренең ҡапыл ғына юҡҡа сығыу сәбәптәрен, күпме генә тырышһа ла аңлай алманы. Рәфҡәтте ғәйепләне. «Ул мине яратмаған. Яратһа, мине лә, балаһын да ташламаҫ ине», – тип уйланы. Шул уҡ ваҡытта ирен ҡайтарырға ла тырышманы.

Айырылыу ғазаптарын ҡыҙы Рәйлә еңеләйтте. Көсөн, ваҡытын, һөйөүен ҡыҙына йүнәлтте. Уны тәртипле итеп тәрбиәләргә теләне. Олоғайған көнөмдә үҙемә таяныс, терәк булыр тип өмөтләнде. Шуларға өлгәшеү өсөн педагогик белемен дә камиллаштырырға тырышты. Педучилищены тамамлағас, институтта ситтән тороп уҡый башланы. Рәйләгә яҡыныраҡ булайым тип, ул уҡыған мәктәпкә эшкә күсте.

Ҡыҙын яҡлап, коллегалары менән тиргәшкән саҡтары ла булды. Бер ваҡыт шулай ҡыҙының синыф етәксеһе Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы уҡытыусылар бүлмәһендә икәүҙән икәү генә ултырғанда һүҙ башланы:

– Йәмилә Шығаевна, – тине ул, – Рәйлә тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Иптәштәре менән уның мөнәсәбәттәре хөртәйеп бара бит. Синыфташтары уны, синыфташтарын ул өнәп бөтмәй. Хатта ҡушамат та таҡҡандар уға. Беләһегеҙме нимә тип?

– Юҡ.

– «Кәнфит ҡыҙ», – тип йөрөтәләр.

– Ә нишләп улай атағандар? – Йәмилә әңгәмәсеһенә шыуыбыраҡ ултырҙы.

– Ә Һеҙ үҙегеҙ, Йәмилә Шығаевна, нисек уйлайһығыҙ? «Кәнфит ҡыҙ» ҡушаматын ғәҙәттә кемгә бирәләр?

Йәмилә бындай һорауҙы көтмәгәйне. Юғалып ҡалды. Яуап эҙләгәндәй иҙәнгә ҡарап уйланып торҙо.

– Әйтә алмайым. Ундай ҡушаматты тәүге тапҡыр ишетәм.

– Моғайын, – тип дауам итте Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы, – сәбәп Һеҙҙәлер, Йәмилә Шығаевна. Һеҙ уны артыҡ иркәләйһегеҙ. Рәйләнән бер ни ҙә йәлләмәйһегеҙ. Иң матур кейемдәргә, зиннәтле әйберҙәргә күмәһегеҙ. Синыфта ул башҡаларҙан айырылып тора. Ҡара ҡарғалар араһындағы аҡ ҡарға кеүек. Һуңғы ваҡытта һауаланыу билдәләре лә күренә Рәйләлә. Эре тота. Былай барһа, киләсәктә тормошонда ҡыйынлыҡтар булырға мөмкин бит.

Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы борсоулы һәм һораулы ҡарашын Йәмиләгә төбәне лә:

– Әллә башҡалар шикелле мәктәп формаһында йөрөтәйекме Рәйләне? –тине.

Синыф етәксеһенең һуңғы һүҙҙәре Йәмиләне ҡуҙғытып ебәрҙе:

– Юҡ, – тине ул ҡырҡа ғына. – Мәктәп формаһына күсеү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Минең ҡыҙым башҡаларҙан айырылып тороға тейеш.

Ул тағы әллә нәмәләр өҫтәп әйтергә уйлағайны ла тыйылып ҡалды. Эстән генә мығырҙаны. «Башҡаларҙан айырылып торған кеше алға ынтылыусан була. Тормошта үҙ урынын тиҙ таба», – тине уға эске тауыш.

Йәмилә Мәүсилә Бирғәле ҡыҙының кәңәштәрен тотманы. Үҙенсә эшләне. Яңы уҡыу йылынан ҡыҙын, был синыфташтары менән уҡырға теләмәгәс, шәхси мәктәпкә күсерҙе. Үҙе лә шунда эшкә урынлашты.

***

Оҙаҡ ҡына ятҡандыр, күрәһең, Йәмиләнең тәне талсыҡты. Ул икенсе яғына әйләнеп ятты. Тимер карауат шығырҙап ҡуйҙы. Бөтә тормошона шаһит булған был карауаттың шығырҙауы уның хәтер йомғағын тағы ла тағатты.

Яңы мәктәптә Рәйлә дуҫтарҙы тиҙ тапты. Әсәһе шатланып бөтә алманы. Тик шуныһы: уҡыу түләүле булғас, бында аҡса күберәк талап ителә. Яңы мәктәптә ҡыҙ ҙа яңыса йәшәргә тырышты. «Әлфиәгә дубленка алғандар, Аэлитаға ун мең һумлыҡ телефон бүләк иткәндәр», – тип хәбәрен көндә теҙә торҙо. «Мин улар араһында меҫкен генәмен», – тип йәлләтте.

Йәмилә ҡыҙының меҫкен булыуын теләмәй. Аҡсалыраҡ эш эҙләй башланы. Тапмағас, ярты ставкаға тағы бер ергә эшкә урынлашты. Унан тыш репетитор булып ялланды. Арыны, йонсоно, әммә баланы кәм итмәне. Мәктәп стенаһындағы «Беҙҙә бөтәһе лә балалар өсөн» тигән яҙыу уны тынысландыра, дәртләндерә ине.

***

Институт алдындағы абитуриенттар исемлегендә ҡыҙының фамилияһы тәңгәлендә «икеле» билдәһе күреп, Йәмилә йығылып китә яҙҙы. Ярһып та, оялып та тирә-яғына ҡарап алды. Йәһәт кенә кешеләр араһынан сығып, скверҙағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Ҡыҙы ла уның артынан эйәрҙе. Йәмилә өсөн был Рәфҡәте менән айырылыуҙан ҡала икенсе тетрәндергес ваҡиға ине.

– Атайың да юҡ бит, исмаһам, эргәлә, ошондай ауыр саҡта, ҡыҙым, – был һүҙҙәрҙең ауыҙынан килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул.

– Әсәй, әйҙә, институттың берәй уҡытыусыһы менән һөйләшеп ҡарайыҡ. Бәлки, төҙәтерҙәр «икелене», әҙерәк аҡса биргәндә…

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Йәмилә аңына килгәндәй булды. Ҡыҙының күҙҙәренә ҡарап торҙо ла: «Да» – тине.

***

Рәйлә бер түгел ике институт тамамланы. Бай ғына егеткә кейәүгә сыҡты. Әле иҡтисадсы булып эшләп йөрөй. Йәмилә уның тормошонан ҡәнәғәт. Уның ҡыҙын бәхетле итеү теләге тормошҡа ашты. Ул, әле булһа, ҡыҙына бәләкәй бала итеп ҡарай. Пенсияһынан өҙөп, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып биреп тора. Ейәндәрен дә онотмай.

Тик ҡыҙының үҙенә һалҡынлығын ғына һиҙмәй. Һиҙһә лә һиҙмәмешкә һалыша. Ҡыҙынан йомош һорап йомошлағаны юҡ. Хатта килһәң, сәй эсерергә лә ашҡынып тормай. Бына әле барғанында ла шулай булды. Һыуһап барып кергәйне. Ҡыҙы сәй ҡуйырға уйламаны ла. Телевизор ҡарап ултырыуын дауам итте. Йәмилә кухняға һыу эсәм тип кергәндә өҫтәлдә ятҡан кәнфиттәрҙе күреп, биш-алтыһын сумкаһына һалып алғайны. Алмаҫ та ине, үҙен тыя алманы: күҙе ҡыҙҙы... Тап шундай кәнфиттәрҙе ул ҡыҙына бәләкәй сағында ашата торғайны. Арлы-бирле иткәнсе Рәйлә кәнфиттәрҙе һиҙҙермәй генә сумкаһынан кире алған. Шул кәнфиттәрҙе эҙләне Йәмилә бая йүгереп йөрөп. Эштең нимәлә икәнен аңлағас, койкаға ауып, бөтә тормош юлын баһалап ятты. «Ғәйеп миндә», – был һүҙҙәрҙе ул, башҡалар ишетеп ҡалмаһын тигәндәй, шым ғына әйтте.

Урынынан тороп, һыуынған сәйнүкте ҡабаттан ҡайнатты ла тыуған көнөнә ҡасандыр Рәфҡәт бүләк иткән кәнфитте эҙләй башланы. Утыҙ йыл элек «юғалған» кәнфит тиҙ табылды. Ваҡыт үтеү менән ҡатыбыраҡ китһәләр ҙә, улар эҫе сәй менән тәмле тойолдо.

06. 01. 2012 й., Сибай.

Яуызия

Ашханаға килеп кергәс, аптырап киттем. Ишек янындағы өҫтәл артында Зәки Закир улы сәй эсеп ултыра.

– Атаҡ, ни булды, ауырып киттегеҙме әллә? – тинем.

– Эйе. Кисә ишек алдында эскәмйәлә ултырған көйө, аңымды юғалтып, йығылғанмын. Күршеләр «Тиҙ ярҙам» саҡырып, бында килтереп ҡуйған.

– Ярай әле, тышта булған. Өйҙә булһа, берәү ҙә күрмәҫ ине. Яңғыҙ йәшәгәс, шул яғы ҡурҡыныс.

– Эй, туған, өйҙә булһа, һәйбәтерәк булыр ине әле. Йөрәгең туҡтаһа, былай һыҙланылмаҫ ине. Бөтәһе бер юлы онотолор ҙа ҡуйыр ине. Минең йөрәк ғәҙелһеҙлектән, яуызлыҡтан һыҙлай бит ул. Йөрәк түгел, ғәҙелһеҙлек йыҡҡан мине кисә. Ҡайһы бер кешеләрҙең яуызлығына аптырайым. Нишләп шул бөтмәй икән һаман да?

– Ни булды, ниндәй яуызлыҡ менән осраштығыҙ һуң?

– Кисә хат алғайным, шуның эсендә миңә яуызлыҡ килгән.

– Кем һалып ебәргән уны?

– Бер туған һеңлем.

Беҙ Зәки Закир улы менән бергә эшләйбеҙ. Йорттарыбыҙ ҙа әллә ни йыраҡ түгел. Яйы килгәндә, бер беребеҙгә йөрөшәбеҙ. Мин уның ҡайһы бер туған-тумасалары хаҡында хәбәрҙар. Шуға:

– Һеҙҙең һеңлеләрегеҙ берәү генә түгел дә. Ҡайһыһынан? – тинем.

– Анау педколледжда эшләп пенсияға сыҡҡаны, – ти Зәки Закир улы, бер аҙ тынып торғас.

***

Мин Зәки Закир улының ул һеңлеһе хаҡында беренсе тапҡыр газета аша белгәйнем. «Ағайыма рәхмәт!» тигән мәҡәләлә ул Зәки Закир улы хаҡында ололап яҙып сыҡҡайны. «Минең биш балам бар. Эшһеҙмен. Ирем дә эшләмәй. Баҙар иҡтисадына күсеү осоронда беҙҙең кеүек ауыр хәлгә тарыусылар күп булды инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡыйынлыҡҡа түҙә алмай, эскегә һабышты, ауырыуға дусар булды. Ә беҙгә, аллаға шөкөр, ундай аяныс хәлдәр ҡағылманы. Сөнки ағайым ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өс ергә эшкә урынлашып, беҙгә ай һайын ярты эш хаҡын ебәреп торҙо. Аҙаҡ өлкән ҡыҙымды, үҙенә күсереп алып, тәүҙә мәктәптә, һуңынан институтта уҡытты. Икенсе йыл икенсе ҡыҙымды, өсөнсө йыл өсөнсөһөн, аҙаҡ бөтә ғаиләбеҙҙе үҙе йәшәгән ҡалаға күсереп алды. Машина алам тип йыйған аҡсаһына ҡала эргәһендәге Көмөш ҡасабаһынан ҡарағайҙан һалынған ҙур йорт һатып алып бирҙе. Уны өлкән ҡыҙымдың исеменә яҙҙырҙы. Үҙемә лә эш табып бирҙе. Ҡыҙҙарымды институтта уҡытып сығарҙы.

Йәшәй торғас, икенсе ҡыҙыма ла участок алып, ағайымдың аҡсаһына кирбестән аласыҡ һалдыҡ. Өлкән ҡыҙым, институтты тамамлағас, аспирантураға инде. Ағайым уның уҡыуын финансланы. Ул әле лә аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итеп тора. Уның изгелеген ғүмер ҙә оноторлоҡ түгел. Беҙ уға ғаиләбеҙ менән һәм башҡа туғандарыбыҙ исеменән (ул уларға ла ярҙам итә) оҙон ғүмер теләйбеҙ. «Ағай, ауырыма, һыҙланма, тыныс йәшә», – тип яҙылғайны мәҡәләлә.

Бер нисә йыл элек уҡыһам да, мәҡәләнең йөкмәткеһе хәтеремдә һаҡланған. Ә бына һеңлеһенең исемен онотҡанмын. Хәйер, уныһы мөһим дә түгел инде. Башҡа һеңлеләренә лә ярҙам иткән дә баһа.

Ошо яҙманан һуң минең Зәки Закир улына хөрмәтем артты. Минең менән йәштәш булһа ла, ул нисектер өлкәнерәк, олпатыраҡ, етдиерәк күренә башланы. Уның менән һөйләшкәндә лә, эргәһенән үтеп, йә алыҫтан күреп йөрөгәндә лә мин үҙемде унан күпкә бәләкәйерәк, көсһөҙөрәк, булдыҡһыҙыраҡ тоям. Ул миңә изгелекле аҡһаҡал булып күренә.

Мәҡәлә сыҡҡас, тегендә-бында, ҡунаҡ-мәжлестәрҙә Зәки Закир улы хаҡында әңгәмәләр йышайҙы. Күптәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, уның мәрхәмәтлелеге тураһында һоҡланып һөйләне. «Ундай кешене күргәнебеҙ ҙә, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Улай ҙа ағай буламы икән. Кем тәрбиәләп үҫтергән уны? Ата-әсәһен күрһәң ине», – тинеләр. Икенселәре: «Ирле ғаиләгә ул хәҙәрем ярҙам итеп йөрөүе дөрөҫ түгел. Кейәүе һап-һау көйө нисәмә йыл эшләмәй ята. Һеҙҙең ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Зәки Закировичығыҙ иҫәр ул. Кеше ғаиләһен ҡарағансы, үҙе ғаилә ҡороп, әҙәмсә йәшәр, балалар үҫтерер ине», – тинеләр.

***

Ошоларҙы уйлап сәй эсеп ултырғанда, беҙҙең өҫтәлгә, сынаяғын тотоп, бер ир күсеп ултырҙы. Ҡала муллаһы Ғәбдерәүф икән.

– Место встречи изменить нельзя, – тине ул, ултырғысына йәтешләнеп ултырғас. – Әссәләмәғәләйкүм! Былтыр ҙа ошо ваҡыттараҡ дауаханала осрашҡайныҡ, быйыл да.

– Олоғайғас, һаулығың ҡаҡшағас, дауаханала осрашаһың инде, дискотекала түгел, – тине Зәки Закир улы бойоҡ ҡына.

– Нишләп улай танауҙарығыҙҙы төшөрөп ултыраһығыҙ. Шиңеп барған сәскәләр шикелле. Бойоҡҡан шайтан бойоҡһон. Яҡшы кәйеф – үҙе дарыу. Ауырыу яҡшы кәйефтән ҡаса, – мулла беҙҙең дә, үҙенең дә кәйефен күтәрергә теләне.

Зәки Закир улы мулланың һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һеңлеһе хаҡынды башлаған һүҙен дауам итеп алып китте.

– Мин уларға өс өй алып бирҙем, – тине ул миңә ҡарап. Өсөнсөһө Иҫке Һабай ауылында. Уныһын һеңлемдең өсөнсө ҡыҙының исеменә – Минегөл исеменә яҙҙырҙым. Үлеп-нитеп китһәм, балаларым юҡ, ситкә киткәнсе, уларға ҡалһын, тигәйнем.

Әммә яңыраҡ телефон аша ошо өйҙө үҙемдең исемгә күсерергә уйлайым тип әйткәйнем. Һеңлем алты биттән торған хат яҙып ебәргән. Нимә генә яҙмаған ул унда. Уныңса мин иҫәр, ялҡау, тыңлауһыҙ…, әллә нимә, әллә нимә. Бала саҡтағы, йәш саҡтағы әллә ниндәй үҙем белмәгән гонаһтарымды һанап сыҡҡан. Мин һине быға тиклем тыңлап йөрөнөм, был үтенесеңде тыңламайым, тигән. Ғөмүмән, өйҙө минең исемгә күсерергә ҡаршы булған. Көтмәгәйнем. Шул хатты уҡығас, йығылып киткәнмен. Бер бәләкәй генә конверт эсенә күпме ағыу һыйған! Унда ағыу барын белһәм, асмаҫ та, уҡымаҫ та инем. Сүплеккә ташлаған булыр инем.

Зәки Закир улы аҫҡа ҡарап уйға ҡалды. Мулла бер ни аңламайым, ни булды, тигән һымаҡ бер миңә, бер Зәки Закир улына ҡараны.

– Ә ниңә үҙегеҙгә күсерергә булдығыҙ һуң уны, алдан улар исеменә яҙғас? – тип һораным был ауыр тынлыҡты тиҙерәк бөтөрөргә теләп.

Зәки Закир улы, ғәйепле кеше һымаҡ, күҙҙәрен йәшереп:

– Улар минең менән һөйләшмәй-кәңәшләшмәй ике өйҙө һатып ауылдарына ҡайтып киткәс, айҙар буйы йоҡлай алмай һаташып сыҡтым. Балалары күп, уларҙы уҡытаһы, кеше итәһе бар. Ауылда уның өсөн шарттар юҡ, тип уйландым. Шуғамы икән, һаулығым ҡаҡшаны. Ашарға әҙерләү, өҫ-башты ҡарау ауырлашты. Яңғыҙлыҡ йөҙәтте. Ә мин бит шул һеңлеләремә ярҙам итәйем, балаларын уҡытайым, кеше итәйем тип бынан утыҙ йыл элеҡ ҡатынымдан айырылғас, өйләнмәй йөрөгәйнем. Һеңлеләрем мине ташлап ҡайтып киткәс, уларҙан өмөттө өҙөп, өйләнергә ҡарар иттем. Кешеһен дә тапҡайным. Ә ул: «Кеше өйөнә бармайым. Бер килеп ҡыуырҙар ҙа сығарырҙар. Тормошобоҙ емерелер. Улай емерелергә торған ғаилә нимәгә кәрәк», – тип берләшергә ризалыҡ бирмәй.

– Аңлашыла, – тинем һуҙып ҡына, артабан ни әйтергә белмәй.

Мулла ла һүҙҙең айышына төшөнә башланы, булһа кәрәк. Һораулы күҙҙәре тынысланды. Зәки Закир улына йәлләп, ярҙам итергә әҙер торған кешеләй ҡараны.

– Һаулығығыҙ, алла бирһә, нығыр. Бына дауаланып сығырһығыҙ ҙа, – тинем Зәки Закир улын нисек йыуатырға белмәй. – Хәҙер медицина көслө. Яңы дарыуҙар, компьютер аппараттары менән дауалайҙар. Табибтар йүгереп йөрөй, һәйбәт ашаталар.

– Әллә шул, – тине Зәки Закир улы, башын күтәреп. – Ышанып етмәйем. Минең һаулығымды ябай табибтар ғына түгел, профессорҙар ҙа йүнәтә алмаҫ. Көслө дарыуҙар ҙа, яңы приборҙар ҙа, мөһабәт биналар ҙа ярҙам итмәҫ. Минең ауырыуымды һеңлем, уларҙың бәхетле, тәртипле тормошо ғына ҡотҡара алыр. Ә мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ хәбәрҙәр алып торам. Яңыраҡ кеше аша ишеттем: һеңлем кешеләрҙән аҡса ала ла кире ҡайтармай, алдап тик йөрөй икән. Ҡыҙҙары, ярты йыл ғына йәшәп, ирҙәренән айырылған. Ире һаман да эшләмәй өйҙә ята ти. Бына ошолар ҡаҡшата минең һаулыҡты.

Зәки Закир улы, ни әйтерһең тигән кеүек, муллаға боролдо. Мулла үҙенә өмөт менән төбәлгән күҙҙәргә мөләйем итеп кенә ҡараны ла:

– Һеҙҙе ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ ауырыта. Холҡоғоҙҙағы ғәҙеллек, изгелек һеңлегеҙ яғынан килгән яуызлыҡты ҡабул итмәй. Шуға ла күңелегеҙҙә дауыл ҡуба. Шул ауырыта Һеҙҙе. Әммә өмөт бар. Һаулығығыҙ нығыясаҡ. Сөнки бәләкәй генә осҡон да, ялҡынға әйләнеп, ҡараңғыны еңә. Изгелек тә, шул осҡон һымаҡ, яуызлыҡты юйа.

– Изгелек арҡаһында ер йөҙөндә күпме кеше ауырыуҙан арыныр ине, – тинем мулланы ҡеүәтләп.

– Ә тормоштарының алға бармауы, балаларының хәсрәттәре һеңлегеҙҙең күңел бысраҡлығынан килә. Ата-әсәнең гонаһтары өсөн күп осраҡта балалар ғазаплана шул, – тине мулла һүҙен йомғаҡлап.

Зәки Закир улы минең барлығымды онотто, булһа кәрәк, бөтә иғтибарын муллаға йүнәлтте.

– Ә һеңлемдең күңелен яуызлыҡтан нисек ҡотҡарырға һуң? – тип һораны.

– Дингә мөрәжәғәт итергә, мәсеткә йөрөргә кәрәк уға.

– Мәсеткә йөрөй башлаған тип ишеткәйнем әле. Тормоштарының хөртәйеүенәндер инде, – тине Зәки Закир улы.

– Улай булғас, ҡотола, ҡотола яуызлыҡтан. Тик бөгөндән түгел инде. Әҙерәк ваҡыт үтәр.

Зәки Закир улының тоноҡ күҙҙәре яҡтырып киткәндәй булды. Ул турайып ултырҙы ла муллаға:

– Шифалы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Йөрәгем урынына ултырғандай булды, – тине.

Үҙе сынаяғындағы сәйен эсеп бөтөрҙө лә, бер нөктәгә төбәлеп, тынып ҡалды. Был тағы ла үҙ эсенә бикләнеп ҡуймаһын тип ҡурҡып:

– Ул һеңлегеҙҙең исеме нисек әле ул? – тип һораным.

Зәки Закир улы яуап бирергәме, юҡмы тип уйланып торҙо ла онотҡан бер нәмәһен иҫкә төшөргән һымаҡ: «Яуызия», – тине. Мулла был һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткәнгәмелер, һуҙып ҡына: «Яуызия», – тип ҡабатланы. Был исем ҡушҡанда яңы тыуған баланың ҡолағына әйткән һымаҡ килеп сыҡты.

Мин ул ҡатындың исеме «Я» хәрефенән түгел, «А»нан башланыуын белә инем. Әммә һеңлеһенең исемен Зәки Закир улының йәшереүен аңлап, өндәшмәнем.

6-7. 02. 2010 й., Сибай.

Атайымды таптым

– Ғәфү итегеҙ, Һеҙ Әхмәтсафин ағайҙың улымы? – тигән һорауҙы ишеткәс, Минсаф, ултырған урынынан һикереп тороп, ишеккә ыңғайланы. Үҙенең туҡталышына етергә байтаҡ ара ҡалһа ла, троллейбустан төшөп ҡалды. «Уф, ошоларҙы, – тип тамағындағы төйөрҙө ергә төкөрҙө лә кешеләр әҙ йөрөгән урамдан китеп барҙы. – Аптыраттылар инде ошо һорауҙары менән. Бала саҡтан бирә башланылар. Исмаһам, бөгөн, тыуған көнөмдә, бимазаламаһындар ине. Егерме йәшкә еткәнсе шул алйот һорауҙы ишет әле».

Элек, бала сағында, был һорауға әллә ни иҫе китмәй ине лә ул. «Юҡ» тип, китә лә бара торғайны. Бишенсеме-алтынсымы синыфта уҡығанда: «Нишләп, минән гел генә Әхмәтсафиндың улымы тип һорайҙар?» – тип әсәһенә лә мөрәжәғәт иткәйне. Әсәһенең яуап бирәһе урынға, төҫө үҙгәреп, диванға барып ятҡанын күреп ҡурҡты. Шунан һуң ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Оноторға тырышты. Әммә кешеләр хәтеренә төшөрөп торҙо. Һорау тамам теңкәһенә тейҙе. Университеттың журналистика факультетына уҡырға ингәс, уға яуап эҙләй башланы.

***

Минсаф тәүҙә үҙенең ғүмерен барлап сыҡты. Эҙләгән һорауға яуап уның биографияһына яҙылған булырға тейеш тә баһа.

Уға дүрт йәш тулып бишкә киткәйне. Ул быны яҡшы хәтерләй. Сөнки атаһы тыуған көнөнә ҙур уйынсыҡ – Чебурашка бүләк иткәйне. Шул ваҡиғанан һуң бер нисә көн үткәс, кис менән атаһы ауылға барам тип сығып китте. «Атайым киткәс, – тип хәтер йомғағын һүтте Минсаф, – беҙгә бер ағай килеп керҙе. Төҫөн күрмәнем. Сөнки әсәйем, апайым менән мине йоҡо бүлмәһенә бикләп, шым ғына ятырға ҡушҡайны. Ағай икәнен тауышынан белдем.

Бер саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Асыусы булманы. Тағы шылтыраттылар. Асманылар. Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң ғына ишек асылды. Атайым ҡайтып инде. Ул кереү менән өйҙә шау-шыу ҡупты. Нимәләрҙер иҙәнгә ауҙы. Ҡысҡырыш-талаш башланды. Беҙ апайым менән карауат аҫтына инеп йәшендек. Шул көндө атайым беҙҙән китте. Ҡабат ҡайтманы».

Ошоларҙы хәтерҙән үткәргәс, Минсаф:

– Әллә шул ир минең атайыммы икән? – тип уйланы. Аҙаҡ юҡтыр тигән һығымтаға килде. Ул ирҙең фамилияһы, аҙаҡ асыҡланыуынса, Бишбулдин бит. Ә минән берәү ҙә: «Бишбулдиндың улымы?» – тип һорамай. – Әхмәтсафиндыҡымы ти. Шулай булғас, эҙләнеүҙе ошо фамилия тирәһендә йөрөтөргә кәрәк, тигән фекергә килә ул.

***

Йәнде әрнеткән, күңелгә хуш килмәгән һорауҙы ишетеү генә түгел, уға яуап эҙләүе лә ауыр эш икәнен Минсаф аңланы. Үҙенең генә түгел, әсәһенең дә, башҡаларҙың да шәхси тормошонда соҡонорға тура килә. «Яҡшы түгел был», – тип уйланы. «Юҡ менән булашмайым әле», – тип бер нисә тапҡыр ҡул да һелтәп ҡуйғайны. Әммә кешеләрҙең шул йән әрнеткес һорауҙы һаман ҡабатлауҙары уның теләген яңырта торҙо. Үҙенең дә хәҡиҡәтте асыҡлағыһы, атаһының кемлеген беләһе килә. «Хайуан балаһы түгел дә мин, – тип уйлай, – атайымдың кем икәнен белмәҫкә. Боронғолар ете быуыныңды белергә васыят әйтеп ҡалдырған. Нишләп әле мин бер быуынымды ла белмәй йөрөйөм. Атайымдың кем икәнлеген белмәгәс, уйнаштан тыуған бала булам да баһа. Ғәрлеге ни тора?! Метрикалағы яҙыу – яҙыу инде ул. Шик тыуғас, ундағы фамилия ла, отчество ла ышандырмай. Асыҡлауҙы талап итә».

Шундай уйҙар менән Минсаф яңынан үҙен борсоған һорауға яуап эҙләргә тотона.

***

Әхмәтсафинды Минсаф яҡшы белә. «Әсәйемдән күпкә оло 55-60 йәштәр тирәһендәге бабай ине, – тип хәтер йомғағын һүтеп алып китте ул. – Атайым менән бергә эшләне. Атайым уны һирәкләп өйгә алып ҡайта торғайны. Бергәләп сәй эсәләр, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Атайым Мәскәүгә аспирантураға уҡырға киткәс, Әхмәтсафиндың беҙгә килеүе йышайҙы. Институт эргәлә генә булғас, төшкө аш ваҡытында ла инә. Ул килһә, әсәйем апайым менән мине урамға сығарып ебәрә. Мин балкондан саҡырмайынса ҡайтмағыҙ, ти. Бер саҡ тышта уйнап йөрөгәндә ҡапыл туалетҡа бараһы килеп китте. Дүртенсе ҡатҡа йүгереп мендем дә ишекте дөпөлдәтә башланым. Асыусы булманы. Түҙмәй ыштаныма ебәрҙем. Аҙаҡ әсәйем тетмәмде тетте. «Ҡабат мин саҡырмайынса, өйгә ҡайтма. Шунда урамда «бес» итеп булмаймы ни», – тине.

–Унда ҡыҙҙарҙан оялам, – тинем илай-илай.

– Оялып әллә ҡайҙа барырһың. Әсәйҙең әйткәнен тыңларға кәрәк.

Был ваҡиғалар Минсафтың хәтерендә өҙөк-өҙөк кенә булып теркәлеп ҡалған. Бөгөн уларҙы аңлы башы менән бер епкә теҙеп ултыра.

Бәләкәй сағында әсәһе уны Әхмәтсафиндарға йыш алып бара торғайны. Ул ҡаланың ситендәрәк бер үҙе йәшәй. Ҡарт уға оҙаҡ текәлеп ҡарап тора. Минсаф хатта бер ваҡыт: «Ниңә миңә улайтып ҡарайһың?», – тип тә әйткәнен хәтерләй. «Һин миңә оҡшайһың», – тип яуаплағайны ул.

Аҙаҡ бабай уны алдына ултырта ла ҡосаҡлай, сәстәренән һыйпай. Минсафҡа рәхәт. Ул ҡарышмай. Сөнки белә: шулайтып яратҡандан һуң ул, кухняға сығып, йә печенье, йә кәнфит алып килеп уға бирә. Шунан әсәһе урамға сығып уйнарға ҡуша. Бында гел килеп йөрөгәс, таныштары күп. Улар менән әсәһе алып ҡайтып киткәнсе уйнай.

Бала саҡта күргән-белгән хәтирәләрен барлап сыҡҡас, Минсаф төшөнә: әсәһе менән Әхмәтсафин бабайҙың мөнәсәбәттәре ябай ғына булмаған. Әммә был ул эҙләгән һорауға яуап түгел бит әле. Уның атаһы кем? Вәт нимәне асыҡларға теләй ул. «Әсәйем менән осрашып йөрөһә лә, атайым булмаҫҡа мөмкин дә», – тип уйлай.

***

Ҡышҡы каникулда Минсафты Башҡортостандың төнъяҡ райондарының береһендә йәшәгән дуҫы ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Олораҡ йәштәге бер бабай, урамда осратып: «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?», – тип һораны. Минсафтың башына һуҡтылармы ни. Ул был һорауҙы бында, тыуған яғынан дүрт йөҙ саҡырым алыҫта ятҡан ауылда, ишетермен тип уйламағайны. Ҡыйын булһа ла, Минсаф үҙен ҡулға алды. Эҙләгән һорауына яуап табыу маҡсатынан ҡарт менән һөйләшеүен дауам итте.

– Юҡ, мин уның улы түгел. Мин ундай кешене белмәйем. Кем ул?

– Шаяртма. Һин уға шул тиклем оҡшағанһың, – ҡарт ышанманы. Дуҫының: «Уның атаһының исеме Фаяз», – тигән һүҙҙәренә лә юҡтыр, тигән һымаҡ башын сайҡап ҡуйҙы. Минсаф кеҫәһенән паспортын сығарып күрһәтте лә:

– Ә кем ул Әхмәтсафин? Шул турала һөйләгеҙ әле. Мин ниндәйерәк кешегә оҡшағанмын икән, белгем килә, – тип йылмайғандай итте.

– Сволочь булды, – ҡарт тоҡанып китте. – Уның арҡаһында ике ғаилә емерелде. Бер ир аҫылынып үлде. Аҙғын булды. Кеше ҡатындары менән йөрөнө. Мәғариф мөдире булғас, ҡатындар менән уртаҡ тел тиҙ тапты.

– Ҡатыны юҡ инеме ни? – тип һораны Минсаф.

– Бында юҡ ине. Ҡатыны, бер улы, бер ҡыҙы бар тип һөйләйҙәр ине. Улары Өфөлә, булһа кәрәк, йәшәнеләр. Бында һирәкләп килеп-китеп йөрөнөләр, ә күсеп килмәнеләр. Бәлки, үҙе килтермәгәндер. Килтерһә, гулять итә аламы.

Минсафҡа был һөйләшеү ауыр тәьҫир итте. Һорау ҙа, Әхмәтсафин хаҡындағы яман хәбәр ҙә тетрәндерҙе. «Әгәр ҙә мин шул кешенең улы булһам, оят бит», – тип уйланы.

Шуға ла дуҫында бер-ике көн булғандан һуң, ҡайтырға булды.

– Нишләп улай ҡабаланаһың? – тине дуҫы. – Әллә оҡшаманымы? Бер аҙнаға тип һөйләшкәйнек тә баһа.

– Юҡ-юҡ, оҡшамаған бер нәмә лә юҡ. Әсәйемдәр янында ла булайым инде. Каникул үтер ҙә китер.

Дуҫы ныҡышып торманы. Бер ҡабул иткән ҡарарын Минсафтың үҙгәртеп бармауын белә ул.

***

Минсаф өйөндә бер көн булды ла әсәһенең Урмантау ауылында йәшәүсе һеңлеләренә барырға йыйынды. Еҙнәһе Рәмзилде ярата ул. Алсаҡ, күңелле, шаян еҙнәһе эргәһендә уға рәхәт. Минсаф килһә, ул да шатлана. Йәй көнө Ағиҙелдә һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Ҡышын һунарға йөрөйҙәр. Бала йәнле еҙнәһе. Өс бөртөк ҡыҙын ни эшләтергә белмәй. Тик ҡайһы саҡта: «Минсаф кеүек берәй малай бирмәгән хоҙай», – тип әйтеп һала.


    Ваша оценка произведения:

Популярные книги за неделю