355 500 произведений, 25 200 авторов.

Электронная библиотека книг » Фарваз Сайфуллин » Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары) » Текст книги (страница 3)
Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)
  • Текст добавлен: 17 сентября 2016, 18:37

Текст книги "Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)"


Автор книги: Фарваз Сайфуллин


Жанр:

   

Поэзия


сообщить о нарушении

Текущая страница: 3 (всего у книги 6 страниц)

– Ғәлимәне больницаға алып киттеләр. Үлеп ҡуймаһын. – Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап илап ебәрҙе.

– Нишләп? Ни булған? Әллә аварияға эләккәнме?

– Венаһын ҡырҡҡан. Өй эсе тулы ҡан. – Әҡлимә ҡулын күрһәтте. – Бына миңә лә тейгән.

Зәлифәнең ҡото осто. Үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Әллә һуғыштығыҙмы?– тип һораны.

Әҡлимәнең быға йәне көйҙө.

– Закир больницаға алып китте. Мин иҙәндәге ҡанды йыуҙым. Ай, ҡурҡыныс! Терелә генә күрһен инде, – ҡыҙ тағы ла көслөрәк иларға тотондо.

Зәлифә һаман да хәлдең айышына төшөнә алмай. Әхирәтенең кеше аңларлыҡ итеп аңлата алмауын, үҙенең дә аңларлыҡ хәлдә түгеллеген белеп:

– Уф, нишләйек икән, – тип ергә сүкәйләне.

– Юҡ, тора әле һин, тор. Ваҡытты әрәм итмәйек. – Әҡлимә үҙен ҡулға алғандай булды. – Әйҙә берәй сараһын күрәйек. Ғәлимәнең хәле...

– Әсәләре беләме икән? – тип һораны Зәлифә, сүкәйгән еренән күтәрелеп.

– Юҡтыр. Әйҙә тәүҙә уларға барып әйтәйек. Аҙаҡ больницаға барырбыҙ.

***

Ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең ҡулынан йыуып торған тәрилкәһе төшөп китте.

– Ни булды, ҡыҙҙар, әйтә һалығыҙ. Ғәлимә ҡайҙа? Әллә…

– Уны больницаға алып киттеләр.

Быны ишеткәс, әсәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте.

– Нишләп? Ни булған? – автоматтан атылған был һорауҙарға яуап көтөп тормаҫтан, аяҡтарына галоштарын эләктерҙе лә, иңендәге таҫтамалын да һалмай, тышҡа йүгерҙе. Ҡыҙҙар уның артынан эйәрҙе.

– Нишләгән, ҡайһы ере ауырта, йығылғанмы, имгәнгәнме? – ҡатын йүгереп барған көйө һорауҙарын яуҙыра тотондо.

– Венаһын ҡырҡан, – тине Әҡлимә, тамағына төйөлгән төкөрөктәрен йота-йота.

– Үҙеме, әллә теге наркоманымы?

– Үҙе, үҙе, Сәбилә инәй, Закир түгел. Больницаға уны Закир алып китте. Яраһын да ул бәйләне. Ул булмаһа…

– Ул булмаһа, бындай хәл дә булмаҫ ине, – тип эләктереп алды Сәбилә. – Күпме әйттем, шуның менән бәйләнмә тип. Юҡ, тыңламаны. Атай-әсәйҙе тыңламаһаң, барып төртөләһең инде.

Шул ерҙә Әҡлимә әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә баянан бирле йүгереп йөрөүҙән хәле бөтөп, сүкәйләне. Уны күреп туҡтаған Сәбиләгә Зәлифә;

– Инәй, һин бара тор. Әҡлимәне үҙем ҡарармын. Хәл кергәс, барып етербеҙ, – тине.

***

Йән-фарман ҡабаланып килгән ҡатын больница алдындағы күтәрмәлә йығылып китте. Бер галошы, аяғынан ысҡынып, түбән тәгәрәне. Сәбилә уға иғтибар итеп торманы. Бер галошлы көйө больницаға инеп китте. Коридорҙа Закирҙы күреп, ҡыҙының ҡайһы палатала ятҡанын аңланы. Закирға уҫал итеп ҡарап: «Наркоман», – тине лә, туҡылдатып-нитеп тормай палатаға инеп юғалды.

Ҡыҙы койкала яңғыҙы ята ине. Ҡулын аҡ бинт менән бәйләп ҡуйғандар, өҫтөнә одеал япҡандар. Әсә йөрәге «жыу» итеп китте: «Тереме икән?» Яҡынайған һайын ҡурҡыуы көсәйҙе. Ғәлимәнең күҙҙәре йомоҡ, тын алғаны ла һиҙелмәй.

– Ҡыҙым, ҡыҙым, – тигән һүҙҙәр уның ауыҙынан түгел, йөрәгенән сыҡты.

Әсәһенең тауышын ишеткәс, Ғәлимәнең күҙ ҡабаҡтары һелкенеп ҡуйҙы. Әммә асылманы. Башы икенсе яҡҡа боролдо. Сәбилә әҙерәк тынысланғандай булды.

– Нишләнең һин, ҡыҙым. Йәш кенә көйө йәшәүҙән туйҙыңмы әллә?

Ҡыҙ өндәшмәне.

– Әллә Закир берәй яманлыҡ ҡылдымы үҙеңә?

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимә башын әсәһенә борҙо. Күҙен асты.

– Юҡ. Закирға теймәгеҙ. Мин уны яратам. Үҙем эшләнем. Әммә үҙемде лә ғәйепләмәйем. Берәү ҙә ғәйепле түгел бында, – тине лә башын кире борҙо.

Шул саҡ палатаға табиб менән шәфҡәт туташы килеп керҙе лә ауырыуға ниндәйҙер процедура яһарға әҙерләнә башланылар. Сәбиләгә сығырға ҡуштылар.

Ишектән килеп сыҡҡан Сәбиләне күреп, Закир уға ынтылды:

– Хәле нисек?

Сәбилә уға бер нимә тип тә яуап бирмәне.

– Беҙҙе индермәйҙәр… Ғәлимәнең хәле нисек? – тип галошын тотоп торған ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең йөрәге урынына ултырғандай булды.

– Төҙәлер, аяҡҡа баҫыр тип уйлайым, – тине. – Ҡыҙҙар һеҙгә ҙур рәхмәт. Ауыр саҡта Ғәлимәне яңғыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн.

– Һеҙҙең үҙегеҙгә рәхмәт, Сәбилә инәй.

– Ә миңә нәмә өсөн?

– Беҙгә әхирәтебеҙ Ғәлимәне үҫтереп биргәнегеҙ өсөн.

Был һүҙҙәр Сәбиләне тағы ла тынысландырып ебәрҙе. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап алды. Эре, йылы күҙ йәштәре Әҡлимә менән Зәлифәнең ҡулдарына тамды.

***

Ҡыҙҙар бер синыфта уҡынылар. Үҙҙәренең нисек дуҫлашып киткәндәрен хәтерләмәйҙәр ҙә. Тыуғандан бирле беләләр кеүек бер береһен. Уларҙың дуҫлығына һоҡланып ҡарайҙар. Өсәүһен бер кеше һымаҡ күрәләр. Хатта уҡытыусылар ҙа уларға исемдәрен бутап өндәшә торғайны.

– Ғәлимә, таҡтаға сыҡ әле, – тиһәләр, ҡайһы берҙә өсөһө лә ырғып тора ине. Уҡытыусы ундай саҡта йылмая ла: «Ярай, ҡайһығыҙ теләй, шунығыҙ сыҡһын», – тип яйына ҡуя. Синыфташтары ла күнегеп бөткәйне быға. Тәүҙәрәк кенә, уларҙың өсәүләп баҫҡандарын күреп, көлөп ебәрә торғайнылар.

Быйыл улар мәктәпте тамамланылар. Әммә бер береһенән айырылырға теләмәнеләр. Өсөһө лә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына документтарын тапшырҙылар ҙа имтихандарға әҙерләнеп яталар.

Ҡыҙҙарҙың серҙәре лә, шатлыҡ-хәсрәттәре лә уртаҡ. Быйылғы май байрамында Ғәлимәнең Закир менән дуҫлашып китеүенә бик шатланғайнылар.

Нишләптер Ғәлимә Закирҙы үҙ итте шул. Күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тағы ла бөхтәләнеп, етдиләнеп китте. «Миңә гел бишкә генә бирергә кәрәк, – ти торғайны ул сығарылыш имтихандарына әҙерләнгәндә, – Закир алдында оят».

Ғәлимәнең ысын мөхәббәт менән осрашыуын әхирәттәре аңлай ине. «Ҡыҙҙар, мөхәббәт ул аңлатып булмай торған иҫ киткес нәмә икән, – тип һөйләй ул әҫәрләнеп. – Ул ҡанатландыра, осора, тилертә, шатландыра». Шундай хистәр менән иҫереп йөрөгән Ғәлимәлә, бер аҙна тирәһе үткәс, ҡыҙҙар бойоғоу күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Бәлки үҙе аңлатыр тип көттөләр ҙә, өмөттәре аҡланмағас, һорарға булдылар.

– Нишләп әле, Ғәлимә, һуңғы көндәрҙә, балтаһы һыуға төшкән кешеләй йөрөйһөң, – тип һүҙ башланы Әҡлимә. – Әллә Закир менән мөнәсәбәтегеҙ хөртәйеп киттеме?

– Юҡ, – тип яуапланы Ғәлимә, – хөртәйеүен хөртәймәне лә. – Бер күңелһеҙ яңылыҡ белеп ҡалдым әле.

– Ниндәй яңылыҡ ул? – Ҡыҙҙар, яуап көтөп, уға төбәлде.

– Закир наркотиктар ҡуллана икән.

– Китсәле, – тип аптыраны Зәлифә. – Ә һин уны ҡайҙан белдең? Бәлки, ысын түгелдер.

– Ысын шул, ҡыҙҙар. Ике көн элек осрашыуға иҫереп килде. Мин уға «нишләп эсеп килдең?» тигәйнем: «Эсмәнем», – ти. «Эсмәгәс, әтү ниңә иҫерекһең», тигәйнем: «Наркотик» ҡулландым», – тип илап ебәрҙе.

– Ой, улай ни ҡурҡыныс та баһа. Бер-бер яманлыҡ ҡылып ҡуймаһын үҙеңә, – Әҡлимәнең йөҙө ағарып киткәндәй булды. – Ә һин үҙеңде нисек тоттоң һуң? Ташлап ҡайттың да киттеңме?

– Юҡ, ҡыҙҙар. Ул ҡурҡыныс түгел дә. Ә иҫерек кенә. Мин уға асыуланманым да, үпкәләмәнем дә. Өйҙәренә оҙатып ҡуйҙым. Юлда барғанда, ул насар ғәҙәтеңде ташла, тинем.

– Ә ул нимә тине?

– Ташлаясаҡмын. Тик, Ғәлимә, унан тиҙ генә ҡотолоп булмай. Әҙерәк ваҡыт үтер инде, – тине.

– Ҡайһылай үҙе аҡыллы һөйләшкән бит әле, – тине Зәлифә.

– Ул аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан ғына ул, – тип өҫтәне Ғәлимә.

– Ана шундай тыңлаусан кешеләрҙе боҙалар инде ул яуыз бәндәләр, – Әҡлимә, кемделер туҡмарға йыйынғандай, йоҙроҡтарын төйнәне.

Хәлде аңлап алғас, ҡыҙҙар бер аҙ һөйләшмәй уйланып ултырҙылар. Тынлыҡты Зәлифә боҙҙо.

– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ уның менән өсәүләп һөйләшеп ҡарайыҡ. Ташлауын һорайыҡ. Улай тыңлаусан булғас, бәлки, һүҙебеҙ үтер.

Ғәлимә быға ризалашманы:

– Юҡ, ҡыҙҙар. Ул миңә ташларға һүҙ бирҙе бит. Һөҙөмтәһе булыр ул. Көтәйек әле, – тине.

***

Закир менән дуҫлашыуын Ғәлимә әсәһенән йәшермәне. Әсәһенә әйтмәй эш эшләгәне юҡ уның. Сәбилә иғтибар менән тыңланы. Үҙенең йәш саҡтарын эстән генә хәтерләп ултырҙы. Ҡыҙының балалыҡтан сығып барыуын аңланы. Тыңлап бөткәс:

– Минең бер ҡаршылығым да юҡ. Тик үҙеңде белеп кенә йөрө. Өйрән. Әле Һин уны үҙең дә белеп етмәйһең бит, – тине. – Алама кеше булып ҡуймаһың. Тьфу-тьфу.

Әсәһенең «тьфу-тьфу» тип төкөрөүе Ғәлимәгә ҡыҙыҡ тойолдо. Ул Закир менән мәсеттә тора, ә мулла тирә яғынан ен-пәрейҙәрҙе ҡыуып өшкөрә, никах уҡый һымаҡ хис итте.

Закирҙың наркотик ҡулланыуын да әйтмәй булдыра алманы Ғәлимә. Быны ишеткәс, ике-өс аҙна элек кенә йәштәрҙең дуҫлығына ризалығын биргән әсәһе ҡырҡа үҙгәреп китте. Йөҙө боҙолоп, күҙҙәре ҙурайып, ҡаштары төйөлдө.

– Уй, ҡыҙым, кисекмәҫтән туҡтат уның менән аралашыуыңды. Телевизорҙан күрәһең бит наркомандарҙың ниндәй булғанын. Берәй этлек ҡылып ҡуймаһын. Һәләк итер үҙеңде. Беҙҙе ҡайғыға һалыр. Наркомандан нимә көтәһең! Бөтә ғүмерең заяға үтер, – тип теҙеп алып китте.

Әсәһе тағы нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡайны ла, Ғәлимә өлгөрҙө.

– Әсәй, ул наркотиктарҙан ҡотолорға һүҙ бирҙе, – тине. – Мин уға ышанам.

– Тәүҙә ташлаһын, шунан дауам итерһең, яратһаң.

Сәбилә, һүҙ бөттө тигәндәй, кинәт кенә урынынан торҙо ла:

– Ҡабат уның менән осрашаһы булма. Атайыңа әйтермен, – тине.

– Наркоман да – кеше. Уның да мөхәббәткә хоҡуғы бар. Ул да һөйөргә, һөйөлөргә тейеш.

– Башҡаларҙы һөйһөн, минең ҡыҙымды түгел.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимәнең йөрәге терт итеп ҡуйҙы. Ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡан кеше һымаҡ, тирә-яғына ҡаранып алды. «Юҡ, мин уны берәүгә лә бирмәйем», – тип әйтергә уҡталғайны ла, тыйылып ҡалды.

***

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, – тип уйланы Ғәлимә. Аҙаҡ: «Туҡта әле, тәүге ҡоймаҡ менән тәүге мөхәббәт араһында ниндәй бәйләнеш булһын», – тигәндәй тынып ҡалды. Мөхәббәт ҡоймаҡ түгел, һанап ҡойорға. «Мөхәббәт берәү генә була» тип уҡығайны ул бер китапта. Ғашиҡтар хаҡында шиғырҙарҙы, хикәйә, повестарҙы ярата ул.

Ул мөхәббәтен көтөп йөрөнө. Яратҡан егетен күҙ алдына килтереп, хыяллана торғайны. Закир ул хыялланып йөрөгән егеткә оҡшаған. Тышҡы йөҙө, кәүҙәһе, хатта холҡо менән дә. Әсәһе уны яратмаҫҡа ҡуша. «Мөхәббәтте тыйып буламы? – тип уйлай Ғәлимә. – Әгәр ҙә мин Закирҙы ташлаһам, бүтән кешене ярата алырмынмы?»

Был һорауҙарға яуабы юҡ. Уның көттөрөп, һөйөндөрөп, яҙғы ташҡындар менән бергә килгән мөхәббәтен юғалтаһы килмәй. Закирҙың наркоман булыуы уның үҙен дә һағайта, ҡурҡыта. Закир өсөн дә, үҙе өсөн дә, мөхәббәте өсөн дә ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта үҙенә лә, Закирға ла, мөхәббәткә лә ышана. Ошо өс көс бергәләп тотонһа, наркотиктарҙы еңергә була тип уйлай.

***

Ғәлимә әсәһенең уның менән осрашыуын тыйғанын һөйләгәс, Закир ҡайғырҙы. Ҡыйынһынды. Шулай ҙа:

– Ә ниңә ул тыя? – тип һорарға көс тапты.

– Шул наркотигың арҡаһында инде.

–Ташлайым, – тип әйттем дә баһа.

– Миңә әйттең дә әсәйемә түгел. Шунан әйтеү бер, үтәү икенсе. Үткәндә тағы иҫерек килгәйнең бит.

– Уны ҡапыл ғына ташлап булмай, Ғәлимә. Былай ҙа һирәгәйтә барам бит.

– Мин һинең ташларыңа ышанам да ул, – Ғәлимә яғымлыраҡ булырға тырышты. – Әсәйемде нисек ышандырырға? Бына шуныһы. Әйтеп ҡарағайным да ул. Ыңғайға килмәй. «Осрашып йөрөмә», – ти.

– Нишләрбеҙ икән улай булғас? – Закирҙың тауышында борсолоу сағылды.

– Әллә инде, ҡыҙҙар менән берәй нәмә уйлап ҡарарбыҙ инде. – Ғәлимә сәғәтенә ҡарап алды. – Ярай, мин ҡайтайым. Әҡлимәләргә барам тип кенә сыҡҡайным. Әсәйем юғалтыр. Атайым да ҡайтты әле Себерҙән. Шунда эшләй бит.

Ғәлимә ҡайтып киткәс, Закир ҡайҙа барырға белмәй аҙап торҙо.

– Әй шуны, – тип әрләй ул эстән генә. – Әллә ҡайҙан килеп сыҡты наркотик тигәндәре. Ҡыҙыҡ күреп кенә тәмләп ҡарағайным, өйрәнеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ташламай булмай. Барыбер ҡотолам инде мин унан. Әллә дауаланырғамы икән? Дауаланмайынса булмаҫ. Ул яуыз нәмә бөтә тормошома кәртә булып баҫты бит. Хәҙер килеп мөхәббәтемде юҡҡа сығарырға тора. Мөхәббәт көслө тип яҙалар шағирҙар. Хәҙер уға үҙем дә ышандым инде. Мөхәббәт наркотикты еңергә тейеш. Эй, хоҙайым, ярҙам ит миңә был яуыз ғәҙәттән ҡотолорға…

Үҙ уйҙары эсендә ҡайнаһа ла Закир Ғәлимә менән һаман да һөйләшеп торған һымаҡ хис итте. Ҡыҙ менән танышҡандан бирле ул үҙен яңғыҙ тип һанамай. Ғәлимә гел генә эргәһендә торған кеүек тойола уға.

***

Ғәлимә менән Закир, тыйыуға ҡарамаҫтан, һирәк-мирәк осраштырғылап торҙолар. Зәлифә менән Әҡлимәгә рәхмәт. Имтихандарға әҙерләнеү һылтауы менән Ғәлимәне әсәһенән һорап алалар ҙа Закирға ҡалдыралар. Ун-ун биш минут урамда торғандан һуң Ғәлимә ҡыҙҙар янына инеп, һөйләшеп ултыра, имтиханға әҙерләнә. Әммә ҡасып-боҫоп эшләнгән, һирәк-мирәк осрашыуҙар мөхәббәт утында янған йәштәрҙе ҡәнәғәтләндермәй башланы. Имтихандарҙы тапшырып, аттестатты ҡулға алғас, Ғәлимә Закирға, яйын табып, әйтте:

– Закир, былай ситлектә йәшәп булмай бит инде. Бер беребеҙҙе яратабыҙ. Әллә берәй яҡҡа сығып китәйекме? Һин дә, бәлки, сит ерҙә, таныш-тоноштар юҡта, наркотиктарыңды тиҙерәк ташларһың. Аҙаҡ, бөтәһе лә һәйбәтләнгәс, ҡайтырбыҙ әле.

Закир Ғәлимәнән бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

– Сит ерҙә матди яҡтан ҡыйын булыр бит әле. Ҡайҙа йәшәрбеҙ? Эш табырбыҙмы? – тип шиген белдерҙе.

– Табырбыҙ, – Ғәлимә ирҙәрсә ышаныслы әйтте. – Урам һепереүсе булып эшләргә лә ризамын. Тик беҙҙең азатлығыбыҙҙы, мөхәббәткә хоҡуғыбыҙҙы ғына сикләмәһендәр.

– Уныһы шулай, – тине Закир. – Минең Татарстанда туғандарым бар. Шулар янына сығып китмәгәндә… Улар мине былай үҙҙәренә саҡыралар ҙа ул.

– Киттек. Мин һинең менән ер ситенә лә китергә әҙермен.

Ғәлимәнең һуңғы һүҙҙәре уның кәйефен күтәрҙе. Үҙе эстән генә: «Юҡ, беҙҙең мөхәббәтебеҙ һүнмәйәсәк», – тип уйланы.

***

Татарстанға китеү тураһында һөйләшеү өсөн тип килгәйне бөгөнгө осрашыуға Ғәлимә. Был юлы ул сәғәтенә ҡарамай, ҡабаланмай һымаҡ тойолғас, Закир: «Әйҙә, беҙҙең өйгә кереп ултырайыҡ, өйҙә берәү ҙә юҡ», – тип тәҡдим яһаны.

Ғәлимә ризалашты. Тик егет менән өйҙә икәүҙән икәү ҡалырға уңайһыҙланды. Шуға үҙҙәре янына Әҡлимәне саҡырып алды. Өйгә кергәс, Закирҙың Татарстанға китеү тураһында һөйләшергә ҡабаланмауын күреп, Ғәлимә үҙе һүҙ башланы.

– Ҡасан юлға сығабыҙ, Закир? Мин арыным инде. Йөрәгем сәнсә, тыным ҡыҫыла башланы, – тине.

Закир һуҙҙы. Сөнки ул яуабының Ғәлимәгә оҡшамаҫын белә ине.

– Ниңә өндәшмәйһең?

– Барып булмаҫ унда, Ғәлимә. – Закир тынысыраҡ булырға тырышты.

– Ниңә?

– Татарстандағы инәйем менән бабайым айырылышып, фатирҙарын бүлешеп йөрөй. Шундай саҡта унда нисек бараһың.

– Уларҙа булмаһа, башҡаларҙа йәшәрбеҙ. “Снимать” итеп.

– Ә уға аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ? Килеп сыҡмаҫ ул, Ғәлимә. – Бында ғына тороп торайыҡ.

Китмәүҙең төп сәбәбен Закир йәшерҙе. Уның эше судта ине. Наркотиктар менән бәйле эш ул. Ғәлимә менән танышмаҫ элек үк асылғайны. Кисә уға тәфтишсе ҡаланан сығып китмәҫкә тигән ҡарар тотторғайны. Адвокат та: «Дүрт йыл бирергә тейештәр һиңә. Мин бер йылын кәметә алһам, шул инде. Ә тулыһынса ҡотҡара алмам», – тип йөрәгенә тоҙ һипкәйне.

Закир сәй әҙерләргә тип кухняға киткән еренән, Әҡлимәнең ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, кире атылып килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Ни булды? – тип әйтергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, Ғәлимәнең һул ҡулынан сөбөрләп аҡҡан ҡанды, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты күреп, бөтәһен дә аңланы.

– Венаһын ҡырҡты, – тип йөҙөн ҡаплап илап торған Әҡлимәгә ҡысҡырҙы: «Анау сепрәкте алып бир».

Ғәлимәнең ҡулын терһәгенең өҫтөнән бәйләп ҡуйып, диванға һалды ла, йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан, атылып килеп кереп, Ғәлимәне күтәреп урамға алып сыҡты ла, көтөп торған таксиға ултыртып, больницаға алып китте. Нишләргә белмәй илай-илай артынан эйәреп йөрөгән Әҡлимәгә машина тәҙрәһенән: «Һин өйҙөң ишеген биклә, асҡыс тумбочка өҫтөндә», – тип ҡысҡырҙы.

***

Ғәлимә больницаға эләккәс, Әҡлимә менән Зәлифә бергәрәк булырға тырышты. Шулай уларға еңелерәк ине. Больницаға ла бергә йөрөйҙәр, Сәбилә инәйҙәренә инеп тә йыуатып, тынысландырып сығалар. Аҙаҡ йә Әҡлимәләргә, йә Зәлифәләргә барып һөйләшеп ултыралар.

– Мин аңлай алмайым, – ти Әҡлимә. – Ниңә ул венаһын ҡырҡты икән? Татарстанға китмәгәндән үлергә тимәгән дә. Әллә Закирҙың, бара алмайбыҙ, тигәнен яратмау тип аңланымы икән? Әйтә алмайым. Барыбер, Ғәлимә дөрөҫ эшләмәне ул.

– Әсәһе лә ҡәтғи ҡуйҙы шул мәсьәләне «осрашма, йөрөмә» тип. Йомшағыраҡ ҡағылырға ине Ғәлимәгә. Үҙең беләһең, ҡайһылай ҡанатланып, осоп, ашҡынып торҙо Закирына. Шундай саҡта ҡаты бәрелмәҫкә кәрәк ине лә бит, – тип һөйләнде Зәлифә.

– Закиры ла наркотиктар менән бәйләнеп дөрөҫ эшләмәгән инде.

– Уныһы шулай ҙа. Ул бит Ғәлимәгә тиклем үк ҡуллана башлаған. Ғәлимә менән танышҡас, ташларға теләгәйне лә баһа, – тип һүҙгә ҡушыла Зәлифә.

– Закир булмаһа, Ғәлимә үлә ине. Ҡаны сөбөрләп торҙо. Мин бер үҙем ни эшләй алыр инем. Ҡотом осоп ҡаттым да ҡалдым. Уф, – тип көрһөндө Әҡлимә.

Ҡыҙҙар шулай, ҡара-ҡаршы ултырып, һорауҙар ҡуялар ҙа яуап эҙләйҙәр. Әммә яуаптарынан артыҡ ҡәнәғәтлек тапмайҙар. Баштары эшләмәгән, зиһендәре тарҡалған кеүек тойола уларға. Әхирәтенең больницаға эләгеүенән тыныслана алмайҙар.

***

Судта, Ғәлимәне күреп, Закир ҡалтыранып, өшөп алды ла китте. Уны залда ултырған Әҡлимә лә, Зәлифә лә, Ғәлимә лә һиҙҙе. Судъя көн тәртибен, процеста ҡатнашыусыларҙың исемдәрен һанап сыҡты.

– Закир Мөслимовтың наркотиктар әҙерләп, ҡулланыуы тураһында мәсьәлә ҡарала, тигән иғландан һуң һүҙ прокурорға бирелде. Ул оҙаҡ ҡына нимәлер һөйләне. Ғәлимә лә, Закир ҙа уларҙы ишетмәне. Улар икеһе лә, баштарын эйеп, бер береһен уйлап ултыралар ине. Унан һүҙҙе адвокат алды. Уның телмәре лә ярайһы ғына оҙон булды. Закирға ла, Ғәлимәгә лә һәр хәлдә шулай тойолдо. Закир оҙаҡ һөйләмәне. Прокурорҙың ғәйепләүҙәрен кире ҡағырлыҡ бер дәлил дә килтермәне. «Үҙеңде ғәйепле һанайһыңмы?» тигәнгә лә, «Эйе» тип яуап бирҙе.

Эштең былай бәхәсһеҙ барыуын күреп, ҡыҙҙар хафаға төштө. Ғәлимәнең күҙҙәренән йәштәр тамды. Закир быны күрҙе, буғай. «Минең әйтәһе һүҙем бөттө», – тине лә урынына ултырҙы.

Судъя хөкөм сығарыр өсөн сығып киткәс, күңелдәрҙә көсөргәнеш тағы ла көсәйҙе. Ғәлимә Закир янына барырға үҙендә көс тапманы. Бөтә тәне, быуындары ҡалтырай ине уның. Ниһайәт, судъя күренде. Ул үҙенең ҡалын, һалҡын тауышы менән хөкөм ҡарарын уҡый башланы.

«Өс йылға иркенән мәхрүм итергә», – тигән һүҙҙәрҙе генә аңланы Ғәлимә.

Ә Закир, бөтәһен дә ғәжәпләндереп, ҡарарҙы йылмайып, шатланып ҡаршы алды. Адвокатты ҡосаҡлап, үбеп алды. Адвокат быны көтмәгәйне. Ул ғәжәпләнеп тә, ҡурҡып та ҡараны Закирға. Шунан:

– «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ. Тиҙерәк. Минең клиент ауырыуға һабышҡан, – тине.

Быларҙы Ғәлимә ишетмәне. Ул аңын юғалтып, әхирәтенең ҡосағында ята ине.

***

Закирҙы төрмә урынына психиатрия больницаһына алып киттеләр. Ул суд ваҡытында аҡылдан яҙғайны.

Ғәлимә быны күтәрә алманы. Институтҡа инеү ҡайғыһы ла китте. Имтихандар алдынан документтарын барып алды ла Татарстанға сығып китте. Хәҙер ярты йыл була инде китеүенә. Ҡыҙҙар менән дә, ата-әсәһе менән дә бәйләнеше юҡ. Табибтарға шылтыратып, Закирҙың хәлен һорашып тора тип һөйләйҙәр.

Институт студенттары булып киткән Әҡлимә менән Зәлифәнең уны иҫкә алмаған көндәре юҡ тиерлек. Иҡтисад факультетына документтарын биргәйнеләр ҙә, әхирәте Ғәлимә менән Закир араһында булған ваҡиғалар уларҙың теләген үҙгәртте. Психолог булырға ҡарар иттеләр. Институтта алған теоретик белемдәрен әхирәтенең, Закирҙың проблемаларын аңлау өсөн файҙаланалар.

– Әҡлимә, һин нисек уйлайһың, – тип өндәшә Зәлифә.– Бына Ғәлимә менән Закир бер-береһен ярата. Ә бит һәр береһе үҙенсә ярата. Уларҙың һөйөүҙәре араһында ниндәй айырма бар?

Әҡлимә бер аҙ уйлап тора ла һөйләй башлай.

– Айырма бар. Ғәлимәнең һөйөүе көслөрәк тә, ҡеүәтлерәк тә. Ә Закирҙыҡы – йомшағыраҡ. Ни өсөн тигәндә, Ғәлимәнең һөйөүе таҙа күңелгә нигеҙләнгән. Ә Закирҙың һөйөүе бик үк саф булмаған, йәғни насар ғәҙәттәре булған күңелдә тыуған.

– Улай булғас, һин мөхәббәттең көсө күңел таҙалығына бәйләнгән тиһеңме?

– Тап шулай, – ти Әҡлимә. – Әгәр ҙә Закир ауырып китмәһә, уның һөйөүе лә Ғәлимәнеке кеүек, көсәйәсәк ине. Сөнки мөхәббәт уның күңелен таҙарта башлағайны. Мөхәббәттең сафландырғыс көсө бар.

– Ә һин Закирҙың аҡылдан яҙыуын ни менән аңлатаһың? – Хәҙер инде Әҡлимә Зәлифәнән һорай.

Зәлифә ҡабаланмай ғына һөйләй башлай.

– Психикаһындағы уның үткәне менән бөгөнгөһө араһындағы киҫкен көрәш арҡаһында, тип уйлайым. Ғәлимәне осратып, мөхәббәтен тапҡас, ул үҙенең насар ғәҙәт-ҡылыҡтарына тәнҡит күҙлегенән ҡарай башланы. Оялды, тартылды. Зәғифләнгән ҡош шикелле осорға талпынды. Мөхәббәтен юғалтмаҫҡа, уға лайыҡ булырға тырышты. Көсөргәнешле кисерештәр эсендә янды. Етмәһә, Сәбилә инәйҙәрҙең тыйыуы, суд ҡарары. Былар бөтәһе лә уның мейеһенә бәрҙе. Уға элекке насар ғәҙәтенән арынырға ваҡыт етеңкерәмәне. Суд булмаһа, бәлки, улай уҡ булмаҫ ине лә.

– Тимәк, һин суд ҡарары дөрөҫ булманы, тип уйлайһыңмы?

– Юҡ, мин улай уйламайым, – тип дауам итте Зәлифә. – Суд ҡарары, ғөмөүмән, файҙалы булды, минеңсә.

Әҡлимә аптырап китте;

– Нисек инде файҙалы?

– Cөнки ул уны төрмәгә түгел, ә больницаға илтте. Ә унда Закирҙы дауалаясаҡтар. Ул бит тәрбиәгә түгел, ә дауаға мохтаж ине. Тәрбиә юлына ул, Ғәлимәне осратҡас, төшкәйне.

– Һин, тимәк, Закир һауығасаҡ тип уйлайһыңмы?

– Эйе.

– Ә хөкөм ҡарары? Һауығып сыҡҡас, төрмәгә оҙатмаҫтармы уны?– тип һораны Әҡлимә.

– Юҡ. Юғары суд ул ҡарарҙы юҡҡа сығарған инде. Закирҙың адвокаты әйтте. Мин һиңә һөйләмәнемме ни әле?

Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап алды:

– Ҡойоп ҡуйған психолог һин, әхирәткәйем. Йәл, Ғәлимә генә юҡ арабыҙҙа. Өсәүләшеп ҡосаҡлашыр инек. Өс таған булып.

20. 02. 2012 й., Сибай.

Ҡурҡыныс һүҙ

Синыф етәксеһе Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы килеп кергәндә, Фәниә өйҙә юҡ ине. Уҡытыусының килеүе, алдан иҫкәртмәһә лә, ата-әсә өсөн көтөлмәгән ваҡиға булманы. Һуңғы ваҡытта ҡыҙының уҡыуы ла, тәртибе лә насарайып китеүен улар белә. Мәктәпкә уҡытыусылар менән кәңәшләшергә тип барырға бер нисә тапҡыр уҡталғайнылар ҙа кире уйланылар. Оялдылар.

– Фәниә өйҙәме? – тине Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы, сисенеп залға үткәс.

– Юҡ, – әсә менән ата бер береһенә ҡарашып алды.

– Ҡайҙа йөрөй икән был ваҡытта. Хәҙер кис бит инде.

– Үҙебеҙ ҙә борсолоп торабыҙ. Ҡайҙалығын белмәйбеҙ, – тине атаһы. – Әсәһе әхирәттәренә лә барып килгәйне. Улары ла белмәй.

Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы аптырабыраҡ торҙо ла:

– Мин Фәниә тураһында һөйләшергә тип килгәйнем, – тине. – Үҙе өйҙә юҡ икән. Өйҙә булһа, һәйбәт булыр ине лә. Бәлки, бергәләп тәьҫир итеп булыр тигәйнем.

– Өйҙә юҡ шул, – тигән булды әсәһе, ни әйтергә белмәй.

Уҡытыусы уның тауышында ла, тышҡы ҡиәфәтендә лә, үҙен үҙе тотоуында ла өмөтһөҙлөк, төшөнкөлөк һиҙҙе. Уның ярҙамға, йылы һүҙгә мохтажлығын тойҙо. Иптәше лә шул хәлдә ине.

– Фәниә быйыл үҙгәреп китте. Элекке тырышып, йүгереп йөрөп уҡыған Фәниә түгел ул хәҙер, – тип һөйләп алып китте уҡытыусы. – Насар яҡҡа үҙгәрҙе. Унда уҡыу ҡайғыһы юҡ. Дәрес ҡалдыра. Килһә лә иҫәпкә бар, һанға юҡ булып ҡына ултыра. Синыфташтарынан да ситләште. Былай барһа, хәүефле бит әле. Шуның сәбәптәрен асыҡларға ине. Һеҙҙең фекерҙе ишетке килә.

– Фекер тип ни, – атаһы әсәһенә ҡарап алды. – Үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ инде. Сәбәбен дә аңлата алмайбыҙ. Шулай ҡапыл киҫкен генә кеше үҙгәрә аламы икән ни?

– Йәй көнө каникулда ҡалалағы өләсәһенә ебәргәйнек. Бер ай тирәһе йөрөнө. Шунда боҙолоп ҡайтты. – Әсә илап ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып тора ине.

– Уҡыуы насарланыуы бер. Кистәрен иҫереп ҡайта башланы. Тәмәке тартырға ла өйрәнеп алған, – атай кеше ошаҡсы малайҙы хәтерләтте. – Наркотиктар ҙа ҡуллана икән…

Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы өсөн атайҙың һуңғы һүҙҙәре аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тойолдо.

– Шулаймы? – тине ул һуҙып. – Берәй насар компанияға эләктеме икән әллә?

Өс өлкән кеше үҫмер тыуҙырған проблема алдында үҙҙәрен юғалып ҡалғандай хис итте. «Наркотик» тигән ҡурҡыныс һүҙ Хиросима өҫтөнә төшкән атом бомбаһын хәтерләтте.

Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы ҡайтырға ашыҡманы. Фәниәне көттө. Хужаларҙың да уны ҡайтарғыһы килмәне. Ҡыҙ ҡайтманы.

***

Кисә лә, өсөнсө көн дә Фәниә, юғалып, төнгө өстәрҙә генә ҡайтып кергәйне. Атаһы менән әсәһе төнө буйы эҙләп сыҡҡайнылыр.

– Бөгөн дә эҙләргә тура килерме икән, – тине атаһы бойоҡ ҡына. – Тамам ҡаҡшатты бит был ҡыҙ. Йоҡо – йоҡо, аш – аш түгел. Ҡайҙа, кемдәр менән йөрөгәнен дә белеп булмай. Сығармай, ҡараңҡырап торһаң да, әллә ни арала юғала. Нишләргә инде уның менән?

– Әллә инде, – әсәһе күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Бөгөн дә эҙләйбеҙ инде. Бәләгә осрап, һәләк булып ҡуймаһын.

Рауил менән Кәримә, машиналарына ултырып, Фәниәне эҙләп сығып китте. Тағы ла әхирәттәренән һораштылар, клуб тирәһен, йылға буйҙарын урап сыҡтылар. Көнө лә бит уның, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, насар. Өҫтән ямғыр ҡатыш ҡар яуып тора. «Бындай көндә ҡайҙа булыр икән?», – тип аптырашты атай менән әсәй.

– Әйҙә, ҡалаға, өләсәһенә барып киләйек. Шул тирәлә йөрөмәйме икән? – Рауил ҡатынына ҡараны.

– Әлләсе. Унда йөрөһә, төн уртаһында ҡайтып кермәҫ ине. Ошо тирәләлер ул, – тине Кәримә, ҡыҙын тиҙерәк табырға теләгәндәй. Шулай ҙа ҡаршы килмәне. – Әйҙә әтеү барайыҡ. Унда таба алмаһаҡ, бында эҙләүҙе дауам итербеҙ.

Оло юлға сыҡҡас, Рауил, машинаһын юғары тиҙлеккә ҡуйып, ҡалаға сапты. Уны ниндәйҙер көс ашыҡтырҙы. Нисә көн ҡыҙын эҙләп, борсолоп, арығайны ул. Күҙе йомолоп, башы ауыртып тора. Ҡан баҫымы күтәрелгән кеүек. Хәле барҙа тиҙерәк табаһы ине ҡыҙҙы. Ямғыр юлды насарлаған. Епшек ҡар машинаны кәйлектереп-кәйлектереп ебәрә. «Анау боролошҡа етһәк, асфальт башлана, юл матурлана», – тип килгән Рауил ҡапыл һиҫкәнеп китте. Бөтә донья түңкәрелгәндәй булды. Күҙ алдары ҡараңғыланып, аңын юғалтты.

***

Ата-әсәһенең аварияға эләккәнен Фәниә ҡустыһынан белде. Өсөнсө синыфта уҡыған Әмир, мәктәптә ишетеп, йүгереп өйгә ҡайтҡан. Ғырылдап йоҡлап ятҡан апаһын ҡабаланып уятырға тотондо.

– Апай, апай, тор, әсәйемдәр аварияға эләккән, – тигән һүҙҙәргә Фәниә төшөнә алмай торҙо. Башы шаңҡып ауырта ине.

– Нимә тиһең, нимә тип мығырҙайһың? – тине ул, йоҡо аралаш боролоп ятҡас.

– Әсәйемдәр аварияға эләккән. Дауаханала яталар. Тор, әйҙә барайыҡ.

Фәниә һаман да бер ни аңламай ята бирҙе.

– Тор! Тор инде! Әйҙә барайыҡ.

– Ҡайҙа?

– Дауаханаға. Әсәйемдәр янына, – Әмир ҡысҡырып илап

ебәрҙе.

Шунда ғына Фәниәгә барып етте.

– Ни булған? – тине ул. – Әсәйем ауырып киткәнме әллә?

– Аварияға эләккәндәр. Атайым да, әсәйем дә… Әйҙә больницаға, – Әмир апаһын күтәреп торғоҙорға маташты.

Фәниәне шунда йәшен һуҡҡандай булды. Баш ауыртыуы ла юҡ булды. Арлы-бирле үҙен рәтләне лә, ҡустыһын етәкләп, урамға йүгерҙе.

– Әйҙә, әйҙә тиҙерәк, – хәҙер ул үҙе ҡустыһын ҡабаландыра ине.

***

Фәниә ҡустыһы менән дауаханаға килеп кергәндә, коридорҙа әллә күпме таныштары, нәҫел-ырыуҙары йыйылғайны. Уға берәү ҙә һүҙ ҡушманы. Әмирҙе генә бер инәһе үҙе янына саҡырып алды. Фәниә мөйөшкә иҙәнгә сүкәйеп ултырҙы. Үҙен ташландыҡ әйбер итеп хис итте. Ҡустыһын йәлләне. «Ата-әсәһе үлеп китһә, кем уны ҡарар. Минән дә фәтеүә булмаҫ. Һаҙлыҡҡа төшөп барам», – тип уйланы ул. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәр «һуҡырайтты». Эргәһендәге кешеләр әллә ҡайҙа «юғалдылар». Ул үҙен япа-яңғыҙ итеп тойҙо. Йәй көнө өләсәләрендә ял иткәндә, ҡала ҡыҙҙарына эйәреп, беренсе тапҡыр наркотик тәмләп ҡарағаны күҙ алдына килде. Наркотикһыҙ йонсоған саҡтарын хәтерләне. Әсәһенең аҡсаһын урлауҙарын иҫенә төшөрҙө. Хәтере гел генә ҡара буяуҙарҙан торған һымаҡ ине уға.

Шундай уйҙарға сумып, эргәһенә килеп баҫҡан шәфҡәт туташын да шәйләмәне. «Әйҙә, атайың янына инәбеҙ» тигән һүҙҙәрҙе ҡапыл ғына аңламайыраҡ торҙо. Шәфҡәт туташы ҡабатлағас, яйлап ҡына урынынан күтәрелде. Ниндәйҙер эске көс артҡа тарта ине уны. Атаһы алдында үҙенең ғәйебен тойоу хисе атлаған һайын көсәйә барҙы. Шуға ишек төбөнә еткәс, «уф» тип бер секундҡа туҡтап ҡалды. Шәфҡәт туташы уның хәлен һиҙҙе, шикелле. Ҡултыҡлап палатаға алып инеп китте.

Атаһын күргәс, Фәниә йүгереп уның янына барҙы. Барҙы ла ҡатып ҡалды. Атаһы ап-аҡ булып ҡыбырламай ята. Фәниәгә ул үлеп барған һымаҡ тойолдо. Тубыҡланып иларға кереште. Илаған көйө:

– Атай, мине ғәфү ит! Мин ғәйепле бөтәһенә лә, – тине.

Атаһы өндәшмәне. Ҡыҙына төбәлеп ҡарап тик торҙо. Нимәлер әйтергә теләп ирендәре ҡыбырҙағайны ла әйтә алманы.

– Ярай, әйҙә сығайыҡ, уға тыныслыҡ кәрәк, – тигәс, Фәниә арты менән ишеккә ыңғайланы. Атаһынан күҙҙәрен алһа, уны мәңгегә юғалтыр һымаҡ тойолдо уға.

Палатанан сыҡҡас, ул баяғы мөйөшөнә ултырып иларға тотондо. Ҡустыһы, янына килеп, йыуатырға кереште.

– Ила, апай, ила. Илаһаң, еңелерәк булып ҡала ул, – тине.

Фәниә үҙенең генә түгел, ҡустыһының да ошо мәлдә өлкәнәйеп, аҡылланып киткәнен аңланы.

– Әмир, – тине ул, – әгәр ҙә атайым да, әсәйем дә һауығып сыҡһа, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ ине.

Әмир өндәшмәне.

Ҡырҡ минут самаһы үткәс, Фәниәне баяғы шәфҡәт туташы әсәһе янына алып инеп китте. Әсәһен күргәс, ул ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. Әсәһе капельница аҫтында, әллә ниндәй аппаратуралар менән сырмалып бөткән көйө ята. Йәшәү өсөн көрәш барғаны аңлашылып тора. Фәниәнең тулҡынланыуҙан быуындары йомшаны, иҙәнгә тубыҡланып ултырҙы ла, күҙ йәштәрен тыя алмай, әсәһенең ҡулынан тотто. Һалҡын ҡулы уны тетрәндереп ебәрҙе. Үҙе:

– Әсәй, һин миңә кәрәк, зинһар өсөн, йәшә! – тип һөйләнде. Бөтә тәне ҡалтырап, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. – Бүтән бер ваҡытта ла улай итмәм, әсәй, әсәкәйем, йәшә генә.

Уның ялбарыуынан эргәлә торған шәфҡәт туташы ла тетрәп китте. Ә әсәһе, аңына килә алмай, тик кенә ята бирҙе. Фәниә, уның ҡулдарын ысҡындырмай, хоҙайға ялбара, ниндәйҙер доға уҡый башланы.

– Әсәй, әсәкәйем, һиңә бынан һуң бер ҡасан да ҡайғы-хәсрәт килтермәм, – тине. Үҙе, әсәһенең ҡулы ҡыбырҙап китеүен күреп, ырғып торҙо. Өмөт менән ҡулдарына төбәлде. Шул саҡ әсәһенең ирендәре лә ҡыбырҙағандай итте. Әсәһе уны ишеткәнен Фәниә аңланы. Аҡ халатлы ҡатынды ҡосаҡлап алды ла: «Йәшәтегеҙ инде әсәйемде, үтенеп һорайым Һеҙҙән», – тине.

***

Фәниәнең әсәһе менән атаһы һаман да дауаханала ята. Ҡустыһы бигерәк һағына уларҙы. Ике-өс көн һайын: «Апай, әйҙә дауаханаға барайыҡ», – ти ҙә тора. Баралар. Фәниә белә хәҙер ата-әсә ҡәҙерен. Уларҙың йәшәү өсөн батырҙарса көрәшеүен күреп һоҡлана ла, йәлләй ҙә. Үҙен әрләй. Ул да бит йәшәү менән үлем араһында булды. Тәне наркотик талап итте, ә йәне ҡаршылашты. Етмәһә, элекке наркоман дуҫтары тынғы бирмәне, үҙҙәренә саҡырҙы. Түҙмәй, сыҡҡы килгән саҡтары ла булды. Мөнирә Әпсәләм ҡыҙына рәхмәт. Уларға көн һайын тип әйтерлек килеп йөрөнө. Уның бына-бына килеп керер һымаҡ булып тороуы Фәниәне хата аҙымдан һаҡланырға ярҙам итте. Түҙҙе. Тыйылды. Элекке ғәҙәтен ҡабатлаһа, ата-әсәһенең хәле тағы ла насарланыр һымаҡ тойолдо уға. Әмирҙе лә уйланы. Ул бер үҙе ни эшләр? Минән үрнәк алып, наркотиктар ҡуллана башлаһа, ата-әсәһе менән ни булыр?

Ошо һорауҙар уны тотто, көс бирҙе. Дауаханала ата-әсәһенә биргән вәғәҙәһен үтәне. Биш ай ғүмер биш йыллыҡ институтҡа торошло булды Фәниә өсөн.

Әсәһе һауығып сыҡҡас, шатланыуҙарын күрһәгеҙ икән Фәниә менән Әмирҙең! Түбәләре күккә тейҙе. Әсәләре эргәһендә өйөрөлөп йөрөнөләр. Аталары ун биш көнгә һуңлабыраҡ сыҡты. Ул ауырыраҡ үткәрҙе был фажиғәне. «Барыһына ла мин ғәйепле» тип ятҡас, ауырыуы оҙаҡҡа һуҙылды.

Бер нисә айҙан һуң Кәримә больницаға ҡабат барып эләкте. Балалар тыуҙырыу йортона. Фәниә менән Әмиргә ҡусты алып ҡайтты ул. «Авария ваҡытында ауырлы булған икән әсәйем, – тип уйланы Фәниә. – Мин тағы ла бер кешене ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанмын». Ул үҙ уйынан ҡурҡып, өшөп китте.

***

Бөтәһе лә яйлап элекке хәленә ҡайтты. Атай-әсәй һауыҡты. Фәниә, аллаға шөкөр, наркотиктарҙан ҡотолдо. Әмир етенсе синыфта уҡый. Бәләкәй Төхфәткә дүрт йәш булды. Фәниә медицина университетында икенсе курста уҡып йөрөй. Өфө һынлы Өфөнән өс аҙна һайын ҡайтып тора. Һағына бөтәһен дә: ата-әсәһен дә, туғандарын да, Мөнирә Әпсәләм ҡыҙын да. Буш ваҡытында ҡустылары менән мәж килә. Бигерәк тә, Төхфәт апаһы эргәһенән китмәй. Ҡыҙыҡһыныусан. Һорауҙар бирергә ярата. Бына әле лә:


    Ваша оценка произведения:

Популярные книги за неделю