355 500 произведений, 25 200 авторов.

Электронная библиотека книг » Фарваз Сайфуллин » Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары) » Текст книги (страница 4)
Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)
  • Текст добавлен: 17 сентября 2016, 18:37

Текст книги "Горечь утраты (Юғалтыу һағыштары)"


Автор книги: Фарваз Сайфуллин


Жанр:

   

Поэзия


сообщить о нарушении

Текущая страница: 4 (всего у книги 6 страниц)

– Апай, һиңә бер һорау бирәм, яуабын белерһеңме? – тип бәйләнә апаһына.

– Әйтеп ҡара һуң, бик ауыр булмаһа, белермен, – ти апаһы.

– Иң ҡурҡыныс һүҙ ниндәй һүҙ ул, әйт әле.

Фәниә был һорауҙы көтмәгәйне. Яуапты белһә лә әйтергә ашыҡманы. Ата-әсәһенә ҡарап алды ла: «Наркотик», – тине.

Рауил менән Кәримә, бер береһенә ҡарап, йылмайҙылар.

15.01. 2012 й., Сибай.

Юғалтыу

Нәсимә Хәбировна өсөнсө синыфта тәүге йыл эшләй. Балаларҙы ла белеп етмәй әле. Шуға ла йәмле сентябрь көндәренең береһендә уҡыусыларҙан «Минең атайым» тигән темаға инша яҙҙырып, уларҙың ғаиләләре хаҡында әкренләп мәғлүмәт тупларға булды.

Алһыу нимә тип яҙырға ла белмәне. Булмаған атаһы тураһында нимә яҙһын инде. Вағыраҡ хәрефтәр менән: «Минең атайым юҡ. Ул хәбәрһеҙ юғалды», – тип яҙҙы ла дәфтәрен башҡалар менән бер рәттән уҡытыусыға тапшырҙы.

Уҡытыусы, яҙыуҙы уҡығас, ҡыйын хәлдә ҡалды. «Ниңә ул теманы бирҙем икән?» – тип үкенде. Шулай ҙа Алһыуҙың атаһы тураһында белергә теләне. Дәрестән һуң, яйын килтереп, һорап ҡуйҙы:

– Алһыу, әйт әле, һинең атайың ҡайҙа, Афғанстандағы һуғышта юғалдымы әллә?

– Юҡ, һуғышта түгел, былай хәбәрһеҙ юғалды. Мин дә, әсәйем дә уның ҡайҙалығын белмәйбеҙ, – тине лә ҡыҙ илап ебәрҙе.

Уҡытыусының күҙҙәренә лә йәштәр тығылды. Тыныс тормошта хәбәрһеҙ юғалыу уға сәйер тойолдо.

– Улай булғас, ағайың тураһында яҙ, – тине ул, баланың иғибарын атаһынан ситкә күсерергә теләп.

– Ағайым да юҡ минең, – тине Алһыу бойоҡ ҡына. – Ғаиләлә берәү генәмен.

– Шулаймы ни? – уҡытыусы уҡыусыларын белмәүенә уңайһыҙланды. – Улай булғас, Алһыу, әйҙә, мин һиңә икенсе тема бирәйем. Шуға өйҙә инша яҙып кил. Һәйбәт килеп сыҡһа, биш ҡуйырмын.

– Ә ниндәй тема ул? – Алһыуҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды.

Уҡытыусы ауыр хәлдән сығыуҙарына ҡыуанып:

– «Ат менән Ай» тип атала, – тине. – Оҡшаймы?

– Оҡшай. Хатта бик оҡшай. Мин атты ла, айҙы ла яратам. Икенсе дәрескә яҙып килтерермен, – тине лә, әҙерәк уйланып торғас. – Ә әкиәт итеп яҙһаң буламы? – тип һораны.

– Була, була. Әкиәт ҡыҙығыраҡ та ул.

АлҺыуҙың әкиәте һәйбәт килеп сыҡты. Уҡытыусы уның менән бөтә синыфты таныштырҙы. Алһыу үҙе таҡта янына сығып ҡысҡырып уҡыны.

Әкиәттә һүҙ бер ат тураһында бара. Ул атаһын белмәгән. Ә уны бик күргеһе килгән. Эҙләгән. Әммә таба алмаған. Бер ваҡыт ул ҡанатлы толпарға әйләнгән дә Ерҙән Айға һикергән. Айҙан Ергә ҡарап атаһын эҙләгән. Атайымды тапмайынса Ергә төшмәйем тип һүҙ биргән. Әле булһа ул ат Айҙа йөрөй ти.

Алһыу уҡып бөттө лә берсә уҡытыусыһына, берсә иптәштәренә ҡараны. Улары ҡул сабып ебәрҙе. Әкиәт бөтәһенә лә оҡшаны.

***

Атай йылыһын тойоп үҫмәне Алһыу. Уға ике йәш булғанда, атаһы күрше Силәбе өлкәһенә эшкә киткән еренән ҡайтмаған. Уның ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен берәү ҙә белмәй. Хәбәрһеҙ юғалған. Үҫә төшкәс, Алһыу эҙләп тә ҡарағайны, таба алманы. Шулай ҙа бер мөһим хәлде асыҡланы. Атаһы тере. Яңы ғаилә ҡороп, ҡайҙалыр йәшәп ята. Шуны белгәс, артабан эҙләүен туҡтатты. Әсәһе лә: «Ярай инде, ҡыҙым, үткәнде тергеҙеп, яраларҙы ҡуҙғытып йөрөмә. Һәйбәт йәшәйҙер, мохтаж булһа, үҙе килер ине. Уға бит беҙҙе табыу еңел. Йәшәгән урыныбыҙҙан күсенеп китмәгәнбеҙ», – тигәс, тынысланды. Әммә атаһын табыу уйынан төңөлмәне.

Атай йылыһы етмәгәнгәме, Алһыу малайҙар менән уйнап үҫте. Хатта туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Өфөгә барып, педагогика училищеһының технология бүлегенә уҡырға инде. Сөнки бында башҡа бүлектәргә ҡарағанда егеттәр күберәк ине.

Педучилищела уҡығанда Алһыу тәрбиә сәғәттәрен көтөп ала торғайны. Төркөм етәксеһе Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы, ҡыҙҙарҙы егеттәрҙән айырып, тормошсан темаларға һөйләшеүҙәр ойоштора ине. Бигерәк тә, «Тормош иптәше ниндәй булырға тейеш?» тигән темаға үткәрелгән диспут ҡыҙҙың күңеленә һеңеп ҡалған.

– Һеҙгә, йәштәргә, был һорауға яуап эҙләргә, табырға кәрәк, – тип башлағайны Сәлимә Миҙхәт ҡыҙы һүҙен. – Буласаҡ уҡытыусылар ҙа бит әле һеҙ. Йәш быуынды ғаилә тормошона әҙерләүҙә ҡатнашасаҡһығыҙ. Был һеҙҙең мөһим педагогик бурысығыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, әүҙем генә үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашып ултырығыҙ.

Әллә төркөм етәксеһенең һәр һүҙен теүәл үтәп өйрәнгәнгәме, әллә тема үтә лә күңелгә яҡын булғанғамы, ҡыҙҙар, ысынлап та, әүҙемлек күрһәтте. Һәр кем буласаҡ иптәшенең сифаттарын һанап сыҡты. Хатта төҫ-һындарын да һүрәтләнеләр. Алһыу тәүҙә артыҡ ҡатнашмай, башҡаларҙы тыңлабыраҡ ултырһа ла аҙаҡ әүҙемләнде. Бәхәскә керҙе. Һуңынан, йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһауҙы уҡытыусы уға йөкмәткәс тә, юғалып ҡалманы. Иптәштәренең фекерҙәрен дөйөмләштереп ҡуйҙы ла үҙенең буласаҡ иптәшен һүрәтләүгә күсте. «Минең тормош иптәшем егәрле, тырыш, бөхтә, талапсан, көслө, ҡыйыу, эсмәгән, тартмаған, ғаиләһен, ҡатынын, балаларын яратҡан кеше булырға тейеш, – тип башланы ул. – Төҫ-һыны мөһабәт, ашағанда ҡолағы һелкенеп, эшләгәндә йөрәге елкенеп торһон. Мин шундай кешегә кейәүгә сығырға теләр инем».

Ҡыҙҙар ҡеүәтләп ҡул сабып ебәрҙе. Сәлимә Миҙхәтовнаға ла оҡшаны уның һүҙҙәре. Ул ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө лә: «Амин шулай булһын», – тине.

***

Диспутта тормош иптәшенең идеал образын тыуҙырыу ҡыйын түгел дә ул. Ә бына тормошта ундай кешене табыу ауыр икән. Алһыу хыялында йөрөткән егетте педучилищены тамамлағансы осратманы. Уҡыуҙы бөтөрөп, ауылға эшкә ҡайтҡас, тап итте ул уны.

Бер көндө әхирәте көсләй-көсләй дискотекаға алып барғайны. Шунда аҡ салбар, аҡ күлдәк, эшләпә кейгән, ҡыҙыл галстук таҡҡан, буй-һыны менән башҡаларҙан айырылып торған бер егетте күреп ҡалды. Алһыу үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо. «Ул да баһа, – тип уйланы, – мин хыялланған, эҙләгән егет». Түҙмәй әхирәтенән:

– Кем ул анау аҡ кейемле егет? – тип һораны.

– Ә ул беҙгә техникум тамамлап эшкә килгән. Агроном.

– Исеме нисек? Ҡайһы яҡ кешеһе икән?

– Исемен белмәйем. Йылайыр районынан тип ишеткәйнем.

Алһыу дискотекаға алып килгән өсөн әхирәтенә эстән рәхмәт уҡыны. Үҙе һиҙҙермәй генә егетте күҙәтте. Уға исем дә ҡушып алды – Аҡъял батыр.

Егет уның ҡараштарын әллә һиҙмәне, әллә һиҙһә лә белдермәҫкә тырышты. Тирә-яҡтағыларға иғтибар итмәй, ҡыҙҙар менән һөйләшеп тик торҙо. Был Алһыуҙың йәненә тейҙе, асыуын ҡабартты. Эҙләп тапҡан идеалын юғалтыуҙан ҡурҡты. Тештәрен ҡыҫып эстән генә: «Ул минеке булырға тейеш», – тине. Әүҙемлек күрһәтергә, үҙ бәхете өсөн көрәшергә ҡарар итте.

Дискотеканың иң ҡыҙған мәлендә алып барыусы «дамский вальс» иғлан иткәс, оҙаҡ уйлап тормай, Аҡъялды бейергә саҡырҙы. Егет баш тартып торманы. Былай ләззәтләнеп бейегәне юҡ ине Алһыуҙың. Бер ҡулы менән егеттең яурынынан, икенсеһе менән биленән тотоп өйрөлдө лә өйрөлдө. Музыка тынғас та, егеттән айырылманы. Уның янында ҡалды.

***

Алһыу менән Аҡъял дуҫлашып китте. Уларҙың дуҫлығы тора-бара мөхәббәткә әйләнде. Егет ике йыл буйы хәрби хеҙмәттә йөрөгәндә лә, ул һүнмәне. «Һаумы, минең берҙән-берем!» тип башланып, «һағындым, Аҡъял батырым!» тип тамамланған Алһыуҙың хаттары егетте иҫертте. Аҡъялдың хаттары ла ҡыҙҙың һөйөү хистәрен, һағыныуын көсәйтеп ебәрә ине. Бер береһен яратҡан йәштәрҙең йөрәге, аралар алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, бергә типте. Шуға ла Аҡъял хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәнеләр, өйләнештеләр. Гөрләтеп туй яһанылар. Әсәһенең туйҙа әйткән һүҙҙәрен Алһыу онотмай. «Бер берегеҙҙе юғалтмағыҙ», – тигәйне ул.

***

Алһыуҙың ауырға ҡалғанын белгәс, Аҡъял балаларса шатланды.

– Ур-ра, оҙаҡламай һин әсәй, мин атай булабыҙ! – тип һикергеләп алды.

– Мин бер йыл инде әсәймен. Һиңә. Һин бит минең өлкән улым, – тип шаяртты Алһыу.

Аҡъял бала булып:

– Әсәй, әсәй, миңә ҡусты, йә һеңле алып ҡайт. Мин уның менән уйнармын, – тигән булды.

Үҙе тыумаған балаға исем дә әҙерләп ҡуйған.

– Ҡыҙ булһа, Яҙгөл, малай булһа, Динар тип ҡушырбыҙ. Һин ризаһыңмы? – тип Алһыуҙан һорай.

– Ризамын, – тип яуаплай Алһыу оялсан ғына. Яҙгөл – яҙғы гөл, бик тә матур исем. Яҙ донъя йәшәрә, сәскәгә күмелә.

– Ә Динар нимә аңлата, беләһеңме?

– Юҡ.

– Ул аҡса исеме. Һиндостанда аҡсаны шулай тип атап йөрөтәләр.

– Ә ниңә улай булғас, Аҡса тип кенә ҡушмайбыҙ? Башҡорт балаһы ла баһа.

– Юҡ, улай булмай. – Аҡъял йылмайҙы. – Минең Аҡса тигән исемде ишеткәнем юҡ. Ә бына Динар тигән синыфташым булды. Гел бишкә генә уҡыны. Әлеге көндә бизнесмен, район советы депутаты. Абруйлы кеше.

– Беҙҙең улыбыҙ ҙа бизнесмен булһын тиһеңме?

Улар икәүләшеп көлөшөп алдылар. Бер аҙ тынып торғандан һуң Алһыу етдиләнеп:

– Мин риза. Динар ҙа һәйбәт исем. Әйҙә балабыҙ муллыҡта, рәхәтлектә йәшәһен. Абруйлы кеше булып үҫһен. Һинең һымаҡ. Һин дә бит яңы эшләй башлауыңа ҡарамаҫтан абруй ҡаҙанып өлгөрҙөң. «Уңған агроном» тип район гәзитендә лә яҙып сыҡтылар.

– Амин шулай булһын, – тине Аҡъял. Үҙе, тиҙ-тиҙ генә кейенә һалып, эшенә йүгерҙе.

Уның аҙаҡҡы һүҙҙәре Алһыуға педучилищела үткәрелгән теге диспутты хәтергә төшөрҙө. Сәлимә Миҙхәт ҡыҙының һүҙҙәрен һүҙмә һүҙ ҡабатланы Аҡъял.

Шундай бәхетле тормош егерме биш йыл дауам итте. Яҙгөл дә, Динар ҙа, Гөлиә лә, Мәликә лә донъяға килеп, әкиәттәгесә ай үҫәһен көн үҫеп, буй еткерҙе. Яҙгөл менән Гөлиә юғары уҡыу йорттарында белем ала. Динар, Мәликә мәктәптә уҡып йөрөй. Һәйбәт уҡыйҙар. Уҡытыусылар маҡтап бөтә алмай. Алһыу ҡыуана балалары өсөн. Тик Аҡъял ғына һуңғы айҙарҙа үҙгәрҙе. Юҡҡа-барға тоҡана ла китә. Алһыуға ла, балаларына ла иғтибары кәмене. Йылмайғанын да, шатланғанын да күргән юҡ.

Алһыу аңламай. «Бәлки, эшендә проблемалар барҙыр, бәлки, йәш үҙенсәлегелер, – тип тә уйлай. – Ни тиһәң дә ҡырҡ ете йәш егерме йәш түгел бит. Ирҙәрҙә ошо йәштә үҙгәрештәр була тип һөйләйҙәр. Үтеп китер әле». Алһыу көттө был мәлдең үтеп китерен. Тик өмөтө аҡланманы. Бер көндө Аҡъял өйгә ҡайтманы. Алһыу үҙенә урын тапманы. Иренең иптәштәренә шылтыратты. Улары асыҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алманы. Аҡъялдың ярҙамсыһы ғына:

– Ниңә, Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Ул бит хәҙер беҙҙә эшләмәй. Ғариза яҙып кисә эштән китте. Үҙ теләге менән.

Был хәбәр Алһыуға йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Быуындары ҡалтырап, күҙ алды ҡараңғыланды. Әҙерәк тынысланғас, уңайһыҙ булһа ла, совхоз директорына шылтыратты. Үҙен тынысыраҡ тоторға тырышып:

– Вәсил Ғәйнетдинович, беҙҙең Аҡъ…, әй, Нәжип Лоҡманович эштән киттеме ни? – тине.

– Атаҡ, Алһыу Музафаровна, Һеҙ белмәйһегеҙме ни?

– Юҡ, белмәйем. Шуға Һеҙгә шылтыратып торам.

– Китте ул. Үҙ теләге менән. Ебәрге килмәгәйне лә. Сәбәбен аңлатҡас, туҡтатып булманы инде.

– Ә ниндәй сәбәп?

– Ғаилә арҡаһында ти. Ғаиләмдә ҡала алмайым. Мөхәббәт тигәнем мөхәббәт булмаған икән. Икенсе яртымды таптым. Балабыҙ булырға тора. Улар янына күсәм, ти, – Вәсил Ғәйнетдинович тамағына йыйылған төкөрөгөн йотоп ебәрҙе лә, – мин Һеҙҙе саҡырып өсәүләп һөйләшеп алайыммы тигәйнем дә кеше ғаиләһенә ҡыҫылырға уңайһыҙландым. Ғаризаға ҡул ҡуймаһағыҙ ҙа китәм тигәс, ҡаршы торманым.

Алһыуҙың ҡулынан телефоны төшөп китте, үҙе тып итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ҡысҡырып илағыһы килде, илай алманы. Урынынан торорға итте, тора алманы. Көтөлмәгән яңылыҡтан ул ҡатып ҡалды. «Юғалттым», – тине лә иҙәнгә ауҙы.

***

Урамдан килеп ингән Динар, иҙәндә ятҡан әсәһен күреп, ҡурҡып китте. «Әсәй, әсәй! Тор! Нишләнең? Әсәй!» – тип өҙгөләнергә тотондо. Әсәһе ҡуҙғалманы ла, яуап та бирмәне. Уңарсы булмай Мәликә лә өләсәләренән ҡайтып керҙе. Кереү менән берсә ағаһына, берсә әсәһенә ҡарап: «Әсәй! Әсәй! Әсәйем үлгән!» – тип илап ебәрҙе.

Балаларының һыҡтауы әсәгә барып етте, ахыры, ул күҙҙәрен асты.

– Балаларым, – тине ул. – Ҡәҙерлеләрем. Өшөйөм. Өҫтөмә берәй нәмә ябығыҙ.

Динар йүгереп юрған килтереп япты. Мәликә уның менән генә риза булманы: «Әйҙә диванға мендереп һалайыҡ та «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырайыҡ, – тине. Береһе бишенсе, икенсеһе өсөнсө синыфта уҡыған малай менән ҡыҙҙың әсәләрен диванға мендереп һалырға көстәре етмәне.

Табибтар килеп укол ҡаҙағас, Алһыу терелде. Төҫ-башын рәтләп, йыуынып алды ла сәй рәтләй башланы. Балалар ҙа тыныслана төштө. Сәй эскәс, улар өйгә бирелгән эштәрен эшләргә ултырҙы.

– Әсәй, – тине Мәликә, – һиңә бер һорауым бар ине. Уҡытыусы беҙгә инша яҙып килергә ҡушҡайны.

– Ниндәй темаға?

– Кемдәрҙең аталары бар, улар «Минең атайым» тигән темаға, ә кемдәрҙеке юҡ, ирекле темаға яҙа ала, – тине.

Алһыу тертләп китте, әммә һиҙҙермәҫкә тырышты. Ситкәрәк ҡарап:

– Ә һин инша түгел, әкиәт яҙ. Ирекле темаға әкиәт һәйбәт яҙыла, – тине.

– Уҡытыусы иншаны әкиәт менән алмаштырғанға асыуланмаҫмы һуң?

– Юҡ, асыуланмаҫ. Мин уның менән һөйләшермен.

– Ярар, әтеү. Ә ниндәй темаға яҙайым?

– «Ат менән Ай» тигән темаға.

Алһыуҙың күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрҙе Мәликә күрмәне. Ул дәрес әҙерләргә керешкәйне.

***

Алһыу яйлап тынысланды. Бөтә иғтибарын, көсөн балаларына йүнәлтеп, ҡайғыһын еңеләйтте. Ә үҙе көттө. Аҡъялын, юҡ Нәжибен (ул уны хәҙер Аҡъял тип атамай) көттө. Көнөн дә, төнөн дә, яҙын да, көҙөн дә ҡайтып керер һымаҡ ине ул уға. Ҡайтманы. Хатта бәләкәй генә хәбәр ҙә ебәрмәне. Алһыу уның ҡайҙа, кем менән, нисек йәшәгәнен дә белмәне. Бик белергә лә теләмәне. Көттө генә. Балалар ҙа көттө. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланманы.

– Ысын атай балаларын ташлап китмәй, – тип ҡайһы ваҡыт телгә алып ҡуя педколледжда уҡып йөрөгән Мәликә.

– Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым, – ти әсәһе. – Тик уның тегендә лә балаһы бар бит.

Динар бигерәк ауыр кисерҙе атаһының юғалыуын. Шуның арҡаһындамы икән, йомоғораҡ булып үҫте. Урта мәктәпте тамамлағас, уҡыуын дауам итмәне. Совхозда эшкә ҡалды. Бәлки, әсәһенә ярҙам иткеһе килгәндер.

Яңыраҡ Динар арҡаһында ғаиләгә ҙур ҡайғы килде. Бер бизнесменды талаған тип, уны дүрт йылға хөкөм итеп ҡуйҙылар. Дуҫтарын ҡотҡарыу өсөн ул бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алған.

***

Алһыу һуңғы ваҡытта бер үҙе йәшәп ята. Көн һайын үҙе кеүек яңғыҙ донъя көткән әсәһенә бара. Һикһән йәшлек әбейгә өй эштәрендә ярҙамлаша. Икәүләп ултырып сәй эсәләр. Үткәндәр тураһында бик һөйләшмәйҙәр. Һүҙҙәре күберәк киләсәк хаҡында. «Динар ҡайтҡас» тип башлана күпселек һөйләмдәре. Ҡайһы бер ҙә Алһыу, үҙе лә һиҙмәҫтән, «Аҡъял ҡайтҡас» тип тә ысҡындыра.

Бөгөн сәй эскәндә Алһыу көрһөнөп әйтеп тә ҡуйҙы:

– Әсәй, һинең дә, минең дә ирҙәребеҙ хәбәрһеҙ юғалды ла ҡуйҙы…

– Эй, ҡыҙым, юғалған ирҙәр һинең менән миндә генә түгел шул. – Әсәһе ҡыҙын да, үҙен дә йыуатырға теләне, булһа кәрәк. – Илдә йөҙләгән, меңләгән ирҙәр хәбәрһеҙ юҡ була.

«Ир-ат юғалһа, донъяның ҡото китә», – тип өҫтәргә уйлағайны ла, өндәшмәне. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп: «Атайың ҡайтҡас…» – тип башлаған яңы хәбәрен тиҙ генә туҡтата һалды.

7.01.2012 й., Сибай.

Ҡурҡыу

Мәстүрә өләсәһенә хат яҙып ултыра ине, телефон шылтыраны. Әхирәте Нәзирә икән. Күрше подъезда йәшәй. Бер синыфта уҡыйҙар.

– Һинең валентинкаларың бармы?– тип һораны Нәзирә. – Иртәгә бит Ғашиҡтар көнө, дуҫтарҙы ҡотларға кәрәк.

– Юҡ.

– Булмағас, әйҙә барып алайыҡ.

– Саҡ ҡына һуңғараҡ, йәме. Әҙерәк эшем бар ине, – тип яуапланы Мәстүрә. – Өләсәйемә хат яҙып бөтәйем дә.

– Аҙаҡ яҙырһың әле. Әллә өләсәйең ҡасып барамы?

Мәстүрә өндәшмәне. Ул өләсәһен аҙаҡҡа ҡалдырырға яратмай. Башланған эшен дә ярты ерҙә туҡтатып өйрәнмәгән. Нәзирәгә ентекләп аңлатып торманы инде. Уның менән өләсәйҙәр хаҡында һөйләшергә яратмай. Һөйләшә башлаһаң, әхирәте үҙ өләсәһенең тетмәһен тетергә керешә. «Аҡса бирмәй. Әллә ҡайҙа ҡуя пенсияһын. Һораһаң, аҡса тота белмәйһең, юҡ-барға әрәм итәһең, – ти. – Ҡулыңда булмағас, аҡса тоторға өйрәнеп булмай инде». Бер һүҙ менән әйткәндә, Нәзирә өләсәһен яратмай.

Мәстүрә хатты тамамлап, конвертҡа һалды ла урамға сыҡты. Әхирәте уны көтөп тора ине.

Өләсәһенә яҙған хатын почта йәшнигенә төшөрһә, Мәстүрәнең кәйефе күтәрелеп китә торғайны. Был юлы улай булманы. Ерҙә биш йөҙ һумлыҡ аҡса ятҡанын күреп ҡалды. Күҙ алдына уны юғалтҡан кеше килеп баҫты. Кем ул? Бәлки, ул һуңғы аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандыр? Алам тигән әйберен ала алмай йөрөйҙөр? Шундай уйҙар үтте Мәстүрәнең башынан. Аҡсаны күрмәмешкә һалышты. Өләсәһенең элек әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө. «Кеше әйберенә теймәгеҙ. Ерҙә аҡса күрһәгеҙ ҙә алмағыҙ. Ул һеҙҙеке түгел. Аҡсаны тир түгеп, хәләл юл менән табығыҙ. Урланған, йәки осраҡлы табылған байлыҡ бәхет килтермәй», – тигәйне.

Кеше әйберенә теймәй Мәстүрә, ерҙә ятҡан аҡсаны ла күтәрмәй. Бер ваҡытта ла.

Ауыр хистәренән ҡотолорға теләп, ҡыҙ иғтибарын бүтән нәмәгә күсерергә тырышты.

– Ҡайһы кибеткә барабыҙ? – тине ул ситтәрәк үҙен көтөп торған Нәзирәгә.

– «Урал аръяғына» инде. Унда валентинкалар күп. Һайлап була.

Юлда барғанда ла Мәстүрә тыныслана алманы. Баяғы аҡсаһын юғалтҡан кеше тынғы бирмәне уға. Осраған кешеләргә ҡарап, ул юғалтмағанмы икән, тип уйланып тик барҙы. Сауҙа йорто алдында хәйер һорап ултырған берәҙәкте күргәс, туҡтап ҡалды. Янына барҙы ла:

– Анау почта йәшниге алдында ерҙә биш йөҙ һум аҡса ята, барып алығыҙ, – тине.

Быны ишетеп торған Нәзирә, итәгенә ут тоҡанған кешеләй, әхирәте әйткән ергә сапты. Мәстүрә быны көтмәгәйне. Урынынан тороп, аҡһай-аҡһай почта йәшнигенә йүнәлгән берәҙәкте йәлләне. Ғәфү үтенеп, уға егерме һум аҡса тотторҙо.

Мәстүрә әхирәтен көтөп торманы. «Урал аръяғына» инеп китте. Сауҙа йортоноң түренәрәк – аҙыҡ-түлек һатылған мөйөшкә атланы. Уның әхирәтен күрәһе килмәй ине. Ләкин Нәзирәнән ҡасып буламы ни!? Эҙләп тапты. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән. Ауыҙы йырылған.

– Рәхмәт, әхирәткәйем, – тине ул, – изгелегеңде онотмам.

Мәстүрә ишетмәмешкә һалышты. Уның тиҙерәк йомошто йомошлап, ҡайтып китәһе, Нәзирәнән ҡотолаһы килде. Валентинкаларҙы ла һайлап торманы. Һатыусы нимәне бирҙе, шуны алды ла ишеккә ыңғайланы. Нәзирә уның артынан эйәрҙе. Урамға сығып, әҙерәк барғас, Мәстүрә уға:

– Һин валентинкалар алманың түгелме ни? – тине.

– Алдым, – Нәзирә кеҫәһенән валентинкалар килтереп сығарҙы. – Мин һинең кеүек аҡса әрәм итеп торманым. Һин һатыусы менән иҫәпләшкәндә, витринанан алдым да ҡуйҙым.

Быларҙы һөйләгәндә Нәзирәнең былай ҙа шатлыҡлы күҙҙәре, тағы нурланып китте. Ул үҙен бөгөн бик бәхетле кеше итеп һанай ине, шикелле.

Мәстүрә өйөнә ҡайтҡас та тиҙ генә тыныслана алманы. Сисенмәй-нитмәй карауатына ҡапланып ятты ла шым ғына иларға кереште. Уға аҡса юғалтҡан кеше лә, Нәзирә лә йәл ине. «Намыҫын юғалтҡан бит ул, – тип һөйләнде ҡыҙ. – Ундай кеше минең әхирәтем була алмай. Дуҫлыҡты өҙөргә кәрәк».

Әхирәте менән аралашмаҫҡа тырышһа ла Мәстүрә уның менән мөнәсәбәтен бөтөнләйгә өҙә алманы. Ҡул һелтәп ҡуйыу еңел дә ул. Шулай ғазапланып йөрөй торғас, ул өләсәһе менән кәңәшләшеп ҡарарға булды. Өләсәһе – аҡыллы кеше. Кәңәштәре менән әҙ ярҙам итмәне ул ейәненә.

Йома көндө кис менән ауылға, өләсәһенә, китте.

***

Өләсәһе Мәстүрәнең һөйләгәндәрен тыңлап бөткәс, күҙ йәштәрен тыя алманы.

– Шатлығымдан илайым,– тине ул, ейәненең ҡулынан һыйпап. – Һинең ҡайғыңа шатланам. Аҡсаһын юғалтҡан кешене йәлләүең, яҙыҡ юлға төшөп барған әхирәтеңә борсолоуың шатландыра. Һин дөрөҫ юлдаһың, ҡыҙым. Үҫкәнһең, аҡылланғанһың.

Өләсәһе Мәстүрәгә һоҡланып ҡарап торҙо ла:

– Мин һиңә ошоңарсы берәүгә лә һөйләмәгән серемде асам әле, – тине. – Хәҙер уны һиңә һөйләргә була.

– Һөйлә-һөйлә? Тыңлайым. – Ҡыҙ өләсәһенә яҡыныраҡ күсеп ултырҙы.

– Мин кейәүгә иртә сыҡтым. Ун һигеҙем яңы тулғайны. Сығырға уйламай ҙа инем. Егет ныҡыш булды, арттан ҡалманы.

– Ҡартатайыммы? – тине Мәстүрә, егетте күҙ алдына килтерергә тырышып.

– Юҡ. Ул да ҡартатайың. Әммә мин икенсе кеше тураһында һөйләйем.

Мәстүрәгә ҡыҙыҡ тойолдо. «Ысынлап та, серле хәбәр булып сыҡты бит әле был, – тип уйланы ул. – Үҙе кейәүгә сыҡтым, ти, үҙе ҡартатайың түгел, ти.

– Был ҡартатайыңа мин аҙаҡ, тәүгеһенән ҡотолғас, сыҡтым.

– Ә ҡайһыһы атайымдың атаһы була һуң? – Мәстүрә турайыбыраҡ ултырҙы ла түҙемһеҙлек менән өләсәһенең яуабын көттө.

– Тәүгеһе, балам. Әммә был турала һин генә түгел, атайың да белмәй. Беренсе тапҡыр бына һиңә һөйләп ултырам.

Мәстүрәгә был һүҙҙәр аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тойолдо. «Нисек инде ейәнем тип үлеп торған яратҡан ҡартатайым минең ҡартатайым булмаһын. Үгәй ҡартатай булып сығамы инде?». Уның күҙ алдары ҡараңғыланып, ҡолаҡтары һаңғырауланып киткәндәй булды. Өләсәһе быны һиҙҙе. Бер аҙ тынып торғандан һуң аҫҡа ҡараны ла:

– Эйе, был ҡартатайың атайыңдың атаһы түгел. Әммә атайыңа дөрөҫөн әйтергә ҡурҡтым.

– Ә исеме нисек ине ысын ҡартатайымдың? – Мәстүрә үҙ һорауынан үҙе оялып ҡуйҙы. Атаһын кешеләр «Айҙар Хәйҙәрович» тип йөрөтә лә баһа.

– Юҡ, Хәйҙәр түгел. Мин метрикаға атайыңдың атаһынының исемен яҙырға ҡурҡтым. Телгә килгән исемде яҙҙырҙым да ҡуйҙым. «Хәйҙәр» тип. Аҙаҡ был ҡартатайыңдың исемен үҙгәрттек. Метрикалағыса.

Мәстүрә бер ни аңламағандай башын сайҡап ҡуйҙы. Үҙе, хәбәрҙең осон көтөп, өләсәһенә текәлде.

– Кейәүгә иртә сығыуым тураһында һөйләй башлағайным, – тип дауам итте өләсәһе. – Ана шул егет – ысын ҡартатайың, мине бүләккә күмде. Алтын балдаҡ, алтын алҡалар… Бүләккә алдандым. Аҙаҡ белдем. Ул уларҙы, тегенән-бынан урлап, миңә бүләк итеп йөрөгән икән. Бергә йәшәй башлағас, ул бүләктәр юғалып бөттө. Баҡһаң, уларҙы хәҙер ул минән урлап, һатып ятҡан. Әммә урлап бәхетле булып буламы инде? «Ҡараҡтың эше ҡырҡ йылдан һуң да асыла, тигәндәй, әйберҙәрҙең хужалары табылып, милицияға мөрәжәғәт иткәндәр. Өс йылға хөкөм иттеләр. Бер йәшлек бала – атайың менән тороп ҡалдым.

– Ә әле ул ҡайҙа йәшәй? – Мәстүрә үҙе лә һиҙмәҫтән һорап ҡуйҙы.

– Ҡайҙа булһын? Төрмәлә. Сығып әҙерәк йөрөй ҙә тағы керә. Урламай тора алмай. Үҙе хәҙер алтмышҡа етеп бара. Һаман аҡылға ултырмай.

– Шулай ҙа атайыма дөрөҫөн әйтмәүеңде аңлап етмәйем, өләсәй. Ул бит белергә тейеш.

– Ҡурҡтым. ҡыҙым. Атайың атаһына оҡшап ҡуймаһын тип ҡурҡтым. Аҙаҡ һине лә уйланым. Ә бөгөн ҡурҡыуым бөттө. Һин бөтөрҙөң уны. – Өләсәһе Мәстүрәгә йылмайып ҡараны.

Мәстүрәнең йөҙө яҡтырып китте. Ул нәмәлер иҫенә төшөргәндәй турайып ултырҙы ла:

– Өләсәй, миңә атайым бер хәлде һөйләгәйне. Мин бәләкәй саҡта әле. Ул беренсе синыфта уҡығанда мәктәптән өсмөйөш урлап алып ҡайтҡан да, һин уны кире илтеп ҡуйҙыртҡанһың.

– Ә булды, булды. Атайың мәктәптән бик шатланып ҡайтып кергәйне ул көндө. Тәүҙә аңламайыраҡ торҙом. Аҙаҡ һиҙеп ҡалдым. Өсмөйөштө мәктәптән һорауһыҙ-ниһеҙ алып ҡайтҡан икән. Атаһын ҡабатлай бит был, тип ҡурҡып киттем. Инде кис булып килә. Етмәһә, ямғыр яуып тора. Кире алып бар мәктәпкә, тим. Бармайым, ти, ҡаршылаша. Әрләп-тиргәп сығарып ебәрҙем. Үҙем күренмәй генә артынан барам. Берәй ергә йәшереп, алып барҙым тип ҡуймаһын тим. Алдаған бала урларға өйрәнә ул. Бына мәктәпкә лә килеп етте. Инде. Өсмөйөштө ҡалдырҙы. Мин алданыраҡ ҡайтып, өйҙә ултырған булам. Алып барҙым, ти. Үҙе нисектер еңеләйеп ҡалғандай күренә. Урлап алған әйбер, ҡыҙым, ауыр була. Урлыҡтың шатлығы ҡыҫҡа. Изгелек эшләп шатланырға кәрәк.

Мәстүрәнең күҙ алдына Нәзирәнең валентинкаларҙы урлап шатланыуы килеп баҫты. Әммә һүҙҙе уға күсерергә ашыҡманы. Өләсәһенән:

– Ә атайым ҡабат кеше әйберенә теймәнеме? – тип һораны.

– Юҡ, ҡыҙым. Киреһенсә, урлаған кешеләрҙе яратмай торғайны.

– Әле лә яратмай ул, өләсәй. Нәзирәнең урлашыуын белеп ҡалһа, аяғын да баҫтырмаҫ әле өйгә. Мине лә уға ебәрмәҫ.

– Улай дөрөҫ булмаҫ, – тине оләсәһе уйсанланып. – Етешһеҙлеге булған өсөн дуҫтан баш тартыу урлыҡ кеүек үк – йәмһеҙ күренеш. Мин дә, ана, ҡартатайыңа ҡул һелтәп, яҙмыш ҡосағына ташлауыма үҙемде ғәйепле тоям. Кем белә, бәлки, уны ла үҙгәртеп булған булыр ине. Бөгөнгө көнгә тиклем төрмәлә йәшәп ятмаҫ ине.

Өләсәһе тынып ҡалды. Эстән ниндәйҙер доға уҡып, аллаһтан үҙен ғәфү итеүҙе һораған кеүек тойолдо ул Мәстүрәгә. Аҙаҡ:

– Ҡурҡтым шул. Балаларым уға оҡшап бур булып ҡуймаһын тип ҡурҡтым. Батырлыҡ етмәгән. Батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ ҡайһы саҡ бер береһен тулыландыра ул, – тине.

– Мин дә ҡурҡам, – тине Мәстүрә.

– Нимәнән ҡурҡаһың һин?

– Нәзирәнең киләсәге ҡартатайымдыҡы кеүек төрмәлә үтеп ҡуймаһын тим.

– Был ҡурҡаҡлығыңды батырлыҡ менән еңә алаһың. Һине хәҙер бер ниндәй көс тә бурға әйләндерә алмай. – Оләсәһе һуңғы һүҙен баҫым яһап әйтте. – Шуға Нәзирә менән дуҫлығыңды өҙмә. Киреһенсә, күберәк аралашып, үҙгәртергә тырыш.

Мәстүрәнең өҫтөнән тау төшкәндәй булды. Ул, урынынан тороп, өләсәһен ҡосаҡланы ла:

– Өләсәй, һин ҡартатайымдың төрмәлә ултырыуына үҙеңде ғәйепләмә. Бәлки, ул да балаларын боҙоуҙан ҡурҡып төрмәгә йәшеренгәндер, – тине. Үҙе әйткән фекеренән ҡурҡып китте.

***

Шәмбе көндө иртән Мәстүрә Сибайға ҡайтып китте. Ул ауылға барыуына ҡәнәғәт ине. Өләсәһенең сере, һөйләгән һүҙҙәре тетрәндерһә лә, уға рәхәт. Ғүмер буйы һаҡлап йөрөткән серен беренсе булып оләсәһенең уға һөйләүенә, борсоған һорауына яуап табыуына ҡыуана. «Нәзирәне дөрөҫ юлға төшөрөргә бөтәһен дә эшләйәсәкмен», – тигән ҡарарға килә.

Ҡыҙының ҡанатланып ҡайтып кереүен күреп, атаһы ғәжәпләнеберәк ҡалды. Сисенеп тә тормаҫтан Мәстүрә, атаһының ҡаршыһына барып ултырҙы ла, өләсәһенән ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Атаһы уны ышаныр-ышанмаҫ тыңланы.

– Ҡуй әле, ҡыҙым. әкиәт һөйләмә, – тип көлкөгә һабыштырырға ла маташып ҡараны. Әммә битенең ҡыҙарып яныуынан, тулҡынланыуынан ҡыҙының һүҙҙәренә битараф түгеллеге күренеп тора ине. Мәстүрә һөйләп бөткәс, ул урынынан торҙо ла:

– Әйҙә, ҡыҙым, ауылға, өләсәйең менән ҡартатайың янына, барып ҡайтайыҡ, – тине.

Был һүҙҙәр былай ҙа шатлығы эсенә һыймаған Мәстүрәне тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.

– Нәзирәне лә алайыҡ, атай. – Машинала урын етерлек бит, – тине.

– Нишләтәһең уны? Шундай саҡта сит кеше нимәгә?

– Мин уны ҡалала яңғыҙ ҡалдырырға ҡурҡам, – тип яуапланы Мәстүрә.

17.01. 2012 й. , Сибай.

Быяла банка

Хәбирә күршеләре менән талашмай тора алмай. Аҙна һайын тип әйтерлек, ҡысҡырыш-талаш тыуып тора. Участка инспекторы, хакимиәт вәкидәре уны ипкә саҡыра торғас, арып бөтҡән инде. Бына әле ауыл хакимиәте башлығы үҙе килеп еткән. Хәбирәнең өйө хакимиәт урынлашҡан бинаға яҡын булғас, ығы-зығыны ишетеп ҡалғандыр инде.

– Хәбирә апай, – тине башлыҡ, – етәр инде теңкәгә тейеүең. Исмаһам, бөгөн тынып тор. Хәҙер Өфөнән ҙур түрәләр килергә тейеш. Оятҡа ҡалдыраһың бит.

– Минме ни, үҙҙәре башлай бит, – тип Хәбирә күршеләренә күрһәтте.

– Эйе, эйе, улар башланы, беҙ шаһиттар, – аяҡтарында саҡ баҫып торған ике ир һүҙгә ҡушылды.

– Ә былары кемдәр була? – тине ят ирҙәргә ҡарап башлыҡ.

– Улар минең таныштарым, ҡунаҡҡа килгәндәр. Тамаҡҙур ауылынан.

Хакимиәт башлығын күргәс, быға тиклем кәртә аша тиргәшеп торған күршеләре лә килеп етте.

– Көндә талаш, ыҙғыш, һуғыш бында, – тип ошаҡларға тотондо күршеһе. – Бигерәк тә, кис. Эсеп-ҡыҙып алалар ҙа, ҡысҡырыша, һүгенә башлайҙар. Балаларҙы боҙалар. Бәләкәй ҡыҙым уларҙан әллә күпме насар һүҙҙәр отоп алған. Улым эскелеккә әүрәп китеп бара. Берәй сара күреп булмаймы шуларға? Ут сығарып ебәреүҙәре бар. Хоҙай һаҡлаһын. Өйө ауыл уртаһында. Бөтә ауыл янып бөтөр.

– Замечание яһаһаң, тоҡана ла китә, – тип һүҙгә ҡушылды икенсе күршеһе. – Эсһә, һеҙҙекен эсәмме ни, ти. Пенсия алған көн был йорт һабантуйға әйләнә. Өйөн ауыл ситенә күсереп ултыртырға ине.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хәбирә тоҡанып китте. Йоҙроҡтарын төйнәп, һөйләп торған күршеһенә ташланды. – Күсерермен мин һиңә. Яңағыңды…

Хакимиәт башлығы ярһыған ҡатынды саҡ тотоп ҡалды.

– Ярай, – тине лә йомшағыраҡ булырға тырышып. – Тынысланығыҙ. Бына түрәләр килеп китһен дә, аҙаҡ күмәкләп һөйләшеп алырбыҙ. Ә һеҙ, ҡунаҡ ирҙәр, барығыҙ күҙ алдынан юғалығыҙ. Юҡһа, участковыйҙы саҡырып, бикләтеп ҡуям.

Был һүҙҙәрҙе хакимиәт башлығы махсус рәүештә әйтә. Сөнки белә: ҡунаҡтары артынан Хәбирә лә сығып китә. Тирә-яҡ бер аҙ булһа ла тынып ҡала.

***

Хакимиәт башлығы Хәбирә тураһында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплаған инде. Күрше райондың Тамаҡҙур ауылында туғыҙ бала тапҡансы йәшәп ятҡан ул. Бабайы үлгәс, балаларын ҡалдырып, икенсе ауылға һуғыш инвалидына тормошҡа сыҡҡан. Биш йыл ярым йәшәгәндән һуң ул бабайы ла донъя ҡуйған. Шунан уны икенсе бер ауылдан бер ҡарт күсереп алып ҡайтып киткән. Дүрт йылдан һуң быныһы ла гүр эйәһе булған. Ярты йыл самаһы үткәс, икенсе ауылға тағы бер бабайға сыҡҡан. Уныһы үлгәс, әле йәшәп ятҡан ауылға килеп эләккән ул. Ире Мөхөтдин ярты йыл элек донъя ҡуйып ҡуйҙы. Ул иҫән саҡта ла Хәбирә эсә ине. Ул үлгәс, тамам ҡотороп китте. Үҙен бәйҙән ысҡынған эт кеүек тоя башланы. Эсмәгән көнө юҡ. Нимә генә эшләп ҡараманылар инде уның менән. Хакимиәткә саҡырып та, өйөнә барып та һөйләштеләр, штраф та һалдылар – файҙаһы юҡ. Уның холҡон үҙгәртергә өмөт өҙөлгән инде. «Икенсе ауылдан берәй бабай килеп алып китһә ине», – тип хыяллана хакимиәт башлығы.

Хәбирәне юллап бабай килмәне. Ахырыһы, килмәҫ тә инде.

***

Әсәләре бабайға сығып киткәс, балалар ҡайғырышты. Туғыҙ бала үҙҙәрен әкиәттәге кәзә бәрәстәре кеүек хис итте. Иң өлкән апаларына мөлдөрәп ҡаранылар. Егерме алты йәшлек Мөслимә тәүҙә туғандары менән бергә: «Нишләрбеҙ икән инде?» – тип юғалып ҡалһа ла үҙен тиҙ ҡулға алды. Кейәүгә сығырға йөрөгән еренән туҡталды. «Был хәтлем балалар менән ғаилә ҡороп йәшәп алып китеп булмаҫ. Иптәшем мәшәҡәттәрҙе күтәрә алмаҫ. Биҙер. Ғаиләм тарҡалыр. Кейәүгә сығып, ғаилә ҡорһам, балаларға ла иғтибар кәмер», – тип уйланы ул. Әхирәттәре, таныштары: «Балаларыңды детдомға бир ҙә, кейәүгә сыҡ. Мөхәббәтеңде һаҡла», – тиһәләр ҙә, үҙенсә эшләне. Туғандары янында ҡалды.

Иң тәүҙә өйҙә йыйылыш үткәреп алды. Үҙенә етәһе ҡустыһы Сәлим менән һеңлеһе Менәүәрә Сибайҙа профессиональ-техник училищела уҡып йөрөйҙәр ине ул ваҡытта. Улары апаһын аңланы. Ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр. Быныһына Мөслимә шатланды.

Бәләкәстәре хәлдең айышына төшөнөп етмәгәйнеләр әле. Ике йәш ярымлыҡ Рәсимә Мөслимәнең йөрәген бигерәк тә һыҙлата ине. Ул көнөнә әллә нисә тапҡыр: «Әсәйем ҡайҙа?» – ти ҙә һорар ине. Уртансылары ла: «Әсәйемде барып алайыҡ», – тип былай ҙа нишләргә, ни уйларға белмәй йөрөгән Мөслимәнең йөрәгенә ут өҫтәй торғайны.

Ҡыйын, бик ҡыйын ине был ваҡытта Мөслимәгә. Бер яҡтан кейәүгә сығырға йөрөгән егетенән айырылыуы ауыр булды. Уныһы, ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә, Мөслимә ҡырт киҫкәс, ауылдан сығып китте. Ҡайҙа йөрөүен дә хәбәр итмәне. Өйләнәм, тип ҡанатланып йөрөгәндә, хыялдарының ҡапыл ғына юҡҡа сығыуынан уңайһыҙланғандыр инде. «Нишләйһең, шулай килеп сыҡҡас, – тип йыуата Мөслимә үҙен. – Миңә лә яратҡан кешемде юғалтыу еңел түгел».

Мөслимәнең мәҡтәптә лаборант булып эшләүенең ярҙамы тейҙе ошо ауыр ваҡытта. Беренсенән, туғандарын көнө буйы мәктәптә күреп йөрөй. Күҙ уңында тота. Икенсенән, уҡытыусылар менән һөйләшеп, уларҙың уҡыу сменаларын көйләй. Шул арҡала өлкәндәре бәләкәй туғандарын өйҙә алмашлап ҡарап тора. Уҡытыусыларға, мәктәп администрацияһына рәхмәт. Йүгереп кенә ҡайтып туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып килергә Мөслимәгә рөхсәт итәләр.

Бына бөгөн, шәмбе көн, ул мәктәптән ҡайтып инде лә:

– Балалар, әйҙәгеҙ, өмә яһап, өйҙө йыйыштырып алайыҡ, – тине. – Ҡалала уҡыған ағайығыҙ менән апайығыҙҙың ҡайтыуына өйөбөҙ ялт итеп торһон.

Балаларға был тәҡдим оҡшаны. Һәр береһе әйткәнде көтмәй, эшкә тотоноп китте. Һигеҙ йәшлек Мансурҙың быяла банкаларҙы пакетка тултырып, тышҡа алып сығып барғанын күреп, Мөслимә:

– Ҡайҙа алып алып бараһың уларҙы? – тине.

– Сүплеккә. Сығарып ташлайым.

– Ташлама, улар кәрәк булыр әле.

– Эйе, нимәгә кәрәкһен. Әсәйем юҡ таһа.

– Әсәй булмаһа, беҙгә кәрәк.

– Эйе, башҡа һуғырғамы?

Шунда ғына Мөслимә аңлап алды. Әсәһе эсеп ала ла, ҡайһы балаһы осрай, шуның башына банка менән һуға торғайны. Уның үҙенең башында ла шул банканан ҡалған шрам бар. Ул күҙҙәренән килеп сыҡҡан йәштәрен балаларҙан йәшерҙе. “Эсеп тик йөрөнө шул әсәйем, – тип уйланы. – Балаларҙы табыуын тапты, ә ҡараманы. Уларға аҡырып-баҡырып тик йөрөнө, туҡманы. Тәүҙә иҫерек сағында сығырынан сыҡһа, аҙаҡ айныҡта ла яуыз булды”.


    Ваша оценка произведения:

Популярные книги за неделю